Йәмғиәт
13 Февраля 2024, 07:00

Тыуыу тураһында таныҡлыҡ - бала табыу йортонда уҡ!

Хәҙер «Бала тыуыу» суперсервисы ярҙамында яңы тыуған сабый өсөн документтарҙы тиҙ арала алырға мөмкин. Был суперсервис ата-әсәләргә ЗАГС бүлегенә бармайынса ғына баланы теркәргә, уға исем һайларға һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе күрһәтергә мөмкинлек бирә. Ул дәүләт хеҙмәттәре порталында эшләй һәм РФ Һанлы үҫеш, шулай уҡ Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары менән берлектә Федераль һалым хеҙмәте тарафынан эшкәртелгән. Башҡортостанда 2023 йылда ошо сервис ярҙамында 19 655 бала йәки республикала яңы тыуған сабыйҙарҙың 54,9 проценты теркәлгән. Әйткәндәй, Ишембай бала табыу йортонда ла суперсервис менән файҙаланырға мөмкин.

Тыуыу тураһында таныҡлыҡ - бала табыу йортонда уҡ!Тыуыу тураһында таныҡлыҡ - бала табыу йортонда уҡ!
Тыуыу тураһында таныҡлыҡ - бала табыу йортонда уҡ!

- Республиканың ЗАГС органдары ил төбәктәре араһында «Бала тыуыу» онлайн-сервисы буйынса лидер булып тора, - тип һөйләне Ишембай үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлеге мөдире Жанна Сәлишева. - Был хеҙмәт ата-әсәләргә ваҡыттарын экономияларға мөмкинлек бирә, шулай уҡ уларҙы ҡағыҙ документтар тултырыуҙан ҡотҡара. Бала табыу йортонда булғанда уҡ әсә дәүләт хеҙмәттәре порталындағы «Шәхси кабинет»ына инеп, бала тыуыу тураһында ғариза тултыра һәм уны электрон төрҙә системаға ебәрә ала. Тыуыу тураһында яҙманың реквизиттары ғариза биреүсенең шәхси кабинетына кире ҡайтарыла һәм башҡа дәүләт хеҙмәттәрен һәм социаль ярҙам сараларын алыу өсөн ғариза биргәндә ҡулланыла. Суперсервис ярҙамында тыуыу тураһында электрон таныҡлыҡ, СНИЛС, мотлаҡ медицина страховкаһы полисы, ИНН, йәшәгән урын буйынса теркәлеү тураһында таныҡлыҡ, шулай уҡ әсәлек капиталына сертификат та юлларға мөмкин.

- Тыуыу тураһында электрон таныҡлыҡ 2023 йылдан алып бирелә башланы, - тине Ишембай үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Альбина Гәрәева. – Был суперсервис әсәнең ЗАГС-ҡа барыу өсөн ваҡытын сарыф итмәү маҡсатында эшләнгән. Дәүләт хеҙмәттәрендә ғариза тултырған ҡатын бала тыуыу тураһында таныҡлыҡты «Шәхси кабинет»та электрон төрҙә ала. Бының өсөн ир менән ҡатындың раҫланған иҫәп яҙмаһы булырға тейеш. Был мотлаҡ. Яңы тыуған сабыйҙар бүлексәһенең шәфҡәт туташы Гөлүсә Кинйәбаева әсәйҙәрҙе хеҙмәт менән нисек файҙаланырға өйрәтә.

- Онлайн-теркәү үткәндә әсәнең ризалығы ғына кәрәк, ул уны стационарға килгәндә рәсмиләштерә. Ризалыҡ булһа, бала тыуғандан һуң хеҙмәткәр сабыйҙың донъяға килеүе тураһында медицина таныҡлығын рәсмиләштерә һәм уны дәүләт хеҙмәттәренә ебәрә. Дәүләт хеҙмәттәрендәге «Шәхси кабинет»та пациент теркәлеү тураһында опцияға инә һәм тыуыу тураһында таныҡлыҡты электрон формала ала.

Әйтергә кәрәк, Ишембай әсәләре был мөмкинлектән теләп файҙалана. Марина Сорокина дәүләт хеҙмәттәренә ғариза бирергә ризалашҡан. Өсөнсө тәүлектә документты алырға мөмкин тигән яуап килгән. Уның әйтеүенсә, был бик уңайлы сервис.

- Бала табыу йорто хеҙмәткәрҙәре миңә барыһын да аңлатты, дәүләт хеҙмәттәрендә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе тултырырға ярҙам итте, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты тағы бер әсә Татьяна Казакова. - Мин ҡағыҙ таныҡлыҡ алыу урыны итеп ЗАГС-ты һайланым. Суперсервис аша ғариза биреү өсөн 15 минут тирәһе ваҡыт китте. Мәғлүмәт килде, хәҙер беҙ сабыйыбыҙҙың тормошондағы тәүге документтың ҡасан барлыҡҡа килерен беләбеҙ.


Автор фотоһы.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас