Әлбиттә, дарыуханала уға яраҡлы дауаланыу сараларының күп төрлөһө лә бар. Ә шулай ҙа өй шарттарында ла организмға зыян килтермәҫлек итеп шәкәр кимәлен тотороҡландырырға була – был кәңәш шул турала.
Сәбәпһеҙгә хәл бөтөүе, ауыҙҙың кибеүе, ваҡ яраларҙың бөтәшмәй ыҙалатыуы, аппетиттың яҡшырыуы, күҙҙәрҙең насар күрә башлауы – былар ҡанда глюкоза кимәленең юғары булыуына ишаралаған күрһәткестәр.
Ташҡабаҡ (тыква) орлоғо –ҡандағы шәкәр күләмен төшөрөргә булышлыҡ итеүсе аҙыҡтарҙың береһе. Ул, белеүегеҙсә, файҙалы матдәләр сығанағы. Орлоҡта тимер күп, ул үҙ сиратында ҡан тамырҙарын нығыта, уның составын яҡшырта, үҙенә кәрәкле матдәләрҙе алғанлыҡтан йөрәк тибеше лә яҡшыра, яйға һалына. Ташҡабаҡ орлоғо тирегә лә ыңғай тәьҫир итә.
Ә уға тағы ике ингредиент ҡушып ебәргәндә, файҙаһы тағы ла нығыраҡ көсәйә. Шифалы эсемлекте әҙерләү өсөн кәрәк буласаҡ: 150 грамм таҙартылған ташҡабаҡ орлоғо, ярты балғалаҡ дәрсен, 4-5 финик.
Орлоҡто 8 сәғәт ебетәбеҙ ҙә, һыуын түгеп, 4 стакан таҙа һыу ҡушып блендерҙа иҙәбеҙ. Марля аша һөҙөп алғас, дәрсен, финикты ҡушып, тағы блендерҙа ваҡлайбыҙ. Әҙер эсемлекте быяла һауытта һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Көн дә иртән ас ҡарынға, ашарҙан ярты сәғәт алда 100-әр грамлап эсәбеҙ. Дүрт көн шулай дауаланырға, артабанғы дүрт көн – ял.
Был сара эстәге ҡорттарҙан ҡотолоу өсөн дә яҡшы сара һанала.
Әҡлимә Ғиззәтуллина.