Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Февраль , 12:00

Ярҙам ниндәй булырға тейеш?

Ошо көндәрҙә “Торатау” гәзите редакцияһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре һәм ҡатындары союзы йыйылышы үтте. Ул Ишембайҙа уҙған йылдың яҙында психолог, яугир әсәһе Сания Килмөхәмәтова етәкселегендә ойошторолғайны.

Ярҙам ниндәй булырға тейеш?
Ярҙам ниндәй булырға тейеш?

Яугирҙарҙың яҡындары менән осрашыуҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре менән эш алып барыусы социаль координаторҙар Алиса Ғайсина, Ләйсән Ханнанова, Рәсәй социаль фондының Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһы буйынса клиенттар хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Әлфиә Камалова, «Ансар» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономлы коммерция булмаған ойошманың бүлек мөдире Татьяна Вахрушина, “Изгелек ҡыл” ирекмән студенттар
ойошмаһы етәксеһе Роза Йәнбирҙина, педагог-психолог Гөлнара Көҫәпҡолова һәм башҡа әүҙемселәр ҡатнашты. Алиса Венер ҡыҙы, тәү сиратта, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы буйынса “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды ойошторолоуы тураһында һөйләп үтте.

- Фондтың төп маҡсаты – махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә шәхси ярҙам күрһәтеү. Был осраҡта уларға тейеш булған бөтә ярҙам төрө, шул иҫәптән, медицина һәм социаль реабилитация, психологик яҡтан булышлыҡ итеү, шифахана-курорт дауалауы, ветерандарҙы яңы һөнәргә уҡытыу, эшкә урынлаштырыу күҙ уңында тотола, - тип асыҡлыҡ индерҙе Алиса Ғайсина.

Республикала “Ватанды һаҡлаусылар” фонды 2023 йылдың 1 июненән эшләй башланы. Ул Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Ишембайҙа фондтың социаль координаторҙары Алиса Ғайсина һәм Ләйсән Ханнанова Ленин урамы, 60-сы йорт (4-се кабинет) адресы буйынса ҡабул итә.

Үрҙә яҙылғандарҙан тыш, фонд өйөндә кеше ярҙамына мохтаж булған махсус хәрби операция ветерандары менән эшләй. Шулай уҡ ул юридик ярҙам күрһәтә – “Ғаилә” үҙәге юрисы бушлай ҡабул итә. Документтар эшләткәндә йәки юғалғандарын тергеҙгәндә, хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын юллағанда шулай уҡ социаль координаторҙарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Илһөйәрлек тәрбиәләү, һәләк булғандарҙың исемдәрен мәңгеләштереү, яугирҙар ҡатнашлығында спорт ярыштары үткәреү – был саралар ҙа “Ватанды һаҡлаусылар” фонды ҡарамағында.

Рәсәй социаль фондының Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһы буйынса клиенттар хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Әлфиә Камалова махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен пенсия, социаль түләүҙәр һәм ярҙам менән тәьмин итеү тураһында сығыш яһаны.

Бөтә һорауҙар буйынса Стахановсылар урамы, 67-се йорт (9-сы кабинет) адресы буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк. Белешмәләр йәки алдан яҙылыу өсөн телефондар: 8 (34794) 3-16-82, 8 (34794) 3-29-64, 8 (34794) 3-29-79.

Шулай уҡ “Ансар” үҙәге махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың ғаиләләренә аҙыҡ-түлек, көнкүреш әйберҙәре, дарыу һатып алып килтереү, ашарға әҙерләү, һауыт-һаба, кер йыуыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙе башҡарыу, фатирҙы йыйыштырыу, сүп-сарҙы сығарыу, өйгә табип саҡырыу, документтар эшләү кеүек ярҙам төрҙәрен күрһәтә. Ойошма Стахановсылар урамы, 67-се йорт (12-се кабинет) адресы буйынса урынлашҡан. Өҫтәмә мәғлүмәтте 8 (34794) 4-27-50 телефоны буйынса алырға мөмкин.

Ирекмәндәргә килгәндә, “Изгелек ҡыл” ойошмаһында Ишембай һөнәрселек колледжының студенттары эшләй. Уның етәксеһе Роза Рәфис ҡыҙы белдереүенсә, егеттәр һәм ҡыҙҙар яугирҙарҙың ғаиләләренә “Ансар” үҙәгенең исемлегендә булған ярҙам төрҙәрен күрһәтә. Ошо көндәрҙә, ҡар күп яуғандан һуң, студенттар шәхси йорт ихаталарын ҡарҙан таҙартҡан. Йәштәр эште ихлас башҡара, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер.

Сара барышында һалдат әсәләре “Ватанды һаҡлаусылар” фонды координаторҙарына утын, бесән килтереү, балаларға экскурсиялар ойоштороу кеүек һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итте. Был мәсьәләләр тиҙ арала хәл ителер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.


Автор фотолары.

Ярҙам ниндәй булырға тейеш?
Ярҙам ниндәй булырға тейеш?
Ярҙам ниндәй булырға тейеш?
Ярҙам ниндәй булырға тейеш?
Ярҙам ниндәй булырға тейеш?
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: