Йәнем, һиңә ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп балаларыңдың, ейәндәреңдең уңыштарына һөйөнөп, бергә-бергә татыулыҡта оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә яҙһын. Һәр көн һайын ҡыуанырға сәбәптәр тыуып торһон. Барлыҡ хыялдарың тормошҡа ашһын, алдағы тормошоңда тик шатлыҡлы ваҡиғалар ғына көтһөн. Киләсәктә лә бергә-бергә бәхеттәргә генә төрөнөп, донъя рәхәтлектәре кисереп, йәшәүҙән йәм табып ғүмер итәйек.
Һөйөклөм, һин беҙҙең өсөн таяныслы тормош иптәше лә, яратҡан әсәй ҙә, хәстәрлекле өләсәй ҙә. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән ирең Рөстәм, ҡыҙың Альмира, улың Әмир, киленең Светлана, ейәндәрең Ибраһим һәм Малик.