Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль , 12:00

Балаларға йылмайыу бүләк итә

9 февраль – Халыҡ-ара стоматологтар көнө

Балаларға йылмайыу бүләк итә
Балаларға йылмайыу бүләк итә

Марат Зәйнуллин Ишембай үҙәк район дауаханаһының стоматология поликлиникаһында 36 йыл стоматолог-ортодонт булып эшләй. Яуаплылыҡ та, түҙемлелек тә талап иткән һөнәрен бик яратып башҡара ул.

Районыбыҙҙың Әрметрәхим ауылында тыуып үҫкән егет мәктәптән һуң Салауат медицина училищеһында уҡып фельдшер һөнәрен ала. Артабан әрме сафына алына. Марат Мөхәррәм улы Ҡытай сигендә Ҡыҙыл Байраҡлы Тымыҡ океан сик округының Хәсән сик отрядында фельдшер булып хеҙмәт итә. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас Башҡорт дәүләт медицина институтының стоматология факультетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш белгес Ишембай үҙәк район дауаханаһына табип-стоматолог булып эшкә ҡайта. Һуңынан Ленинград медицина университетында ортодонт һөнәрен үҙләштерә. 1991 йылдан табип-ортодонт булып эшен дауам итә.

Үҙ эшен яратҡан табип-ортодонт һаҡ ҡына дауалауҙан тыш, һәр пациент менән уртаҡ тел табырға тейеш, айырыуса балалар менән. Бының өсөн белгескә психолог та, әкиәтсе лә ролен башҡарырға тура килә. Балаларҙың ҡурҡыуы ҡалмаһын өсөн улар менән тыныс, итәғәтле булырға кәрәк. Өлгөлө хеҙмәткәр көнөнә 15-ләп кешене ҡабул итә. Бәләкәс пациенттарҙың тештәрен ҡарап сыҡҡандан һуң, пластинкалар әҙерләй, уларҙы ҡуя йәки ала.

- Балаларҙың шундай насар ғәҙәттәре бар: улар йыш ҡына тырнаҡ кимерәләр, ирендәрен тешләп эскә тарталар, йә ҡәләм, ручка башын сәйнәйҙәр, оҙайлы ваҡыт эйәктәрен ҡулы менән баҫып ултыралар. Был осраҡта мускулдар тигеҙ эшләмәй. Экология, алама ғәҙәттәр – быларҙың барыһы ла тештәрҙең дөрөҫ үҫешмәүенә килтерә. Балалар ҡаты продукттарҙы аҙ сәйнәй. Насар туҡланыу, һөт тештәрен алдан алдыртыу ҙа тештәрҙең формалары үҙгәреүенә сәбәп булып тора. Шуға ла һөт тештәрен ваҡытында дауаларға кәрәк, - ти Марат Зәйнуллин.

Юғары категориялы табип намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдындағы хеҙмәттәре өсөн” миҙалы, муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Зәйнуллиндарҙы табиптар династияһы тип әйтергә була. Марат ағайҙың тормош иптәше Роза Миҙхәт ҡыҙы врач-инфекционист, ҡыҙы Эльвира Өфөлә табип-офтальмолог булып эшләй. Ә улдары Рөстәм инженер-теплоэнергетик һөнәрен һайлаған.

Үҙ эшенә яуаплы ҡараған табипты коллегалары ла, пациенттар ҙа хөрмәт итә. Марат Мөхәррәм улының ярҙамын алған балалар, тигеҙ тештәрен күрһәтеп, рәхмәттәрен еткерергә ашыға икән, бындай иғтибарға ул намыҫлы хеҙмәте менән өлгәшкән.


Автор фотоһы.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: