Зөфәр менән күршеләр булып үҫтек. Тыныс, тыйнаҡ малай минең, атаман шикелле ҡыҙҙың, күләгәһе кеүек тойола торғайны. Берәй ҡылығы оҡшамаһа, зырылдатып әрләп тә ташлайым. Икәүләп мәктәптең стена гәзитен сығарабыҙ, Зөфәрҙең һүрәттәре ҡойоп ҡуйғандай килеп сыға. Егет ҡорона еткәс, был нисектер тартына, ситләшә төшкәндәй булды, шулай ҙа мәктәпкә бергә барабыҙ, бергә ҡайтабыҙ.
Мәктәп йылдары шулай үтте. Мин медицина институтына уҡырға инәм тип, Өфөгә юлландым, әммә конкурстан үтә алманым. Стажлыларға өҫтөнлөк бирелеүен белгәс, дауаханаға санитарка булып урынлаштым һәм киләһе йылына хыялыма ирештем!
Зөфәрҙең ике ағаһы ҡырҙа, ә әсәһе ауырый ине. Рәссам булырға хыялланһа ла, яңғыҙ әсәһен ташлап китә алманы.
24 йәшемдә диплом алып, йүнәлтмә буйынса тыуған яғыма – район үҙәге булған ҡалаға ҡайттым. Тиҙҙән йәш белгес булараҡ, бер бүлмәле фатир бирҙеләр.
Ауылға ҡайтып-китеп йөрөйөм. Зөфәр йә үҙе килеп инә, йә мин ауырыу әсәһенең хәлен белеп, дарыуҙар тәғәйенләп сығам. Бер ҡайтҡанымда: “Үткән тыуған көнөң менән!” – тип картина тотторҙо. Күрҙем дә “аһ” иттем, һүрәттән үҙемә үҙем ҡарай инем! Шул кистә ул миңә тәҡдим яһаны. Һайланыр кешем юҡ ине, йәшем дә 26-ға ҡарағайны, атай менән әсәйҙең өгөт-нәсихәте лә йоғонто яһағандыр – ризалаштым.
Ауылға ҡайтмаҫым билдәле ине, Зөфәр әсәһе менән район үҙәгенә күсте. Ғаиләбеҙҙең ишәйеүен, бәпес тә көтөүебеҙҙе белеп, өс бүлмәле фатир бирҙеләр. Улыма ике ай тулыуға эшкә сыҡтым. Әлбиттә, ирем быға ҡаршы төштө. “Ҡәйнәм ҡарар”, - тип өҙә һуҡтым. Ҡәйнәм менән сөкөрҙәшеп йәшәмәнек, әммә уның хаҡында хәстәрлек күреүҙе бурысым тип һананым. Ысынлап та, ҡалаға күскәс, бер төрлө шәбәйеп тә киткәндәй булды. Ә инде ейәне тыуғас, бөтөнләй теремекләнде әбекәй. Дөрөҫөн әйткәндә, улымды өләсәһе үҫтерҙе. Ауырый тигән ҡәйнәм беҙҙең менән 15 йыл йәшәп, 87 йәшендә мәрхүмә булды.
Минең өсөн беренсе урында гел эш булды. Тиҙҙән бүлек мөдире, унан, баш табип урынбаҫары, баш табип булып киттем. Дежур итеүҙәр, командировкалар, төрлө ултырыштар... Өйҙә ҡасан ҡайтһам да, донъя ҡараулы, ашарға әҙер. Минең ундай мәшәҡәттәргә, ғаиләмә ваҡытым да ҡалмай ине, буғай.
Тиҙҙән улыбыҙ ҙа студент булып, баш ҡалаға юлланды. Зөфәрҙең бай фантазияһы, ипле ҡулдары менән төҙөлгән һарайҙай йортта икебеҙ генә тороп ҡалдыҡ. Ирем аҙ-аҙлап эскелеккә һалыша башлағандай тойолдо. Бик ҡаты итеп әйтергә тура килде. Батырайып алған иремдең шул саҡ теле асылдымы ни! Эсендәге бөтә үпкә һүҙҙәрен теҙеп һалды. Минең ғаиләлә эшем булмауын, балаға тейешле тәрбиә бирмәүем, үҙенең был өйҙә буш урын булыуын һәм башҡаларҙы ярһып әйтте лә ишекте “шарт” ябып сығып китте!
Икенсе көнгә һәр йомош-юлыма яраған шәфҡәт туташы Зөмәйрә эштән китергә теләүе хаҡында ғариза тотоп ингән. Аптыраным. Мөләйем йөҙлө, алсаҡ, эшкә әрһеҙ был ҡатынды нисектер яҡын күргәнгә, аш-һыуға ла оҫта булғанын белгәнгә ҡунаҡ-маҙар үткәргәндә ярҙам итешеүен һорай торғайным. Күҙ асып йомғансы туҡмасын киҫеп ҡуя, тәмле итеп төрләндереп бәлештәр бешерә, бер-ике сәғәт эсендә әллә нисәмә төрлө салат яһап ташлай. Бына шул Зөмәйрә күтәрелеп ҡарамай ғына, “өйөмә яҡын ерҙән эш таптым”, тип ҡултамға алып сығып киткәс, күңелем ниҙер һиҙенде. Һәм һиҙенеүем юҡҡа булмаған! Улар хәҙер бергә. Әле яңыраҡ магазиндан сығып килгәндәрен күрҙем. Бәхетле йылмайышып һөйләшәләр, көлөшәләр. Яндарынан башымды ғорур тотоп үтергә тырыштым, ә эсемдә ғүмерҙә булмағанса ут яна. Нимәлер алҡымыма килеп тығылды, ебәрмәй. Ҡайттым да карауатҡа ауып, һалҡын мендәрҙе ҡосаҡлап, ғүмеремдә тәүге тапҡыр үкһеп-үкһеп иланым. Ә бит үҙемде көслө, ныҡ, бер ауырлыҡҡа ла баш эймәҫ ҡатын тип һанай инем.
Ғәйепләйемме мин иремде? Аҡыл менән уйлаһам, ғәйепләргә хаҡым юҡ икәнен аңлайым. Ысынлап та, ошо йылдар дауамында мин уға буш урынға ҡараған кеүек йәшәгәнмен. Берәй ваҡыт “Хәлең нисек?” тип һораныммы икән? Юҡтыр... Шулай булғас, алсаҡ, йылмаяҡ Зөмәйрәнең ҡуйынына ла иремде үҙем этәргәнмен булып сыға түгелме? Таштай һалҡынлығым, дорфа холҡом, иғтибарһыҙлығым, мин-минлегем менән.
Миңә әле – 60. Ғүмерҙең күп өлөшө йәшәлгән. Табип булып та ғүмер ахырынаса эшләй алмаҫмын. Ул сағында нимә көтөр? Шыҡһыҙ өйгә ҡайтып инеп, дүрт стенаға бикләнеп, телевизор ҡарау йәки интернетта гиҙеү менән үтерме алдағы көндәр?"