Бына беҙ ҙә, Иҫәкәй ауылы халҡы, тағы ла тиҙ арала аҡса йыйып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға посылкалар әҙерләп оҙаттыҡ.
Был юлы аҡса йыйыуҙа Иҫәкәй, Маҡар, Һарғай ауылдары халҡы ҡатнашты.
"Еңеүгә беҙҙең дә өлөшөбөҙ инһен, яугирҙарға көс-ҡеүәт өҫтәһен!" - тигән теләктә ауылдаштар.
Һау-сәләмәт йөрөп ҡайтығыҙ, беҙ һеҙгә ышанабыҙ! Берҙәм булайыҡ!