Беҙ ҙә, Маҡар дауаханаһы ҡатын-ҡыҙҙары, селтәр үреүҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек. Ҡарап тороуға еңел генә күренгән эш бик ябай булмай сыҡты. Бәхетебеҙҙән, иртәнге сәғәт 10-ға беҙҙең артыбыҙса Әминә Сәйфетдин ҡыҙы ла килеп инде. Әминә апай сетка үрергә көндә эшкә йөрөгән hымаҡ килә икән. Ул оҫта итеп үреп кенә ҡалмай, ә беҙҙең hымаҡ тәүге килеүселәрҙе өйрәтеүсе лә икән.
Беҙ өйрәнеп, эш башларға торғанда Минниса Хаммат ҡыҙы ла ҡушылды. Минниса апайҙың да беренсе көн генә ярҙам итмәүе күренеп тора. Килеп кереү менән, етеҙ итеп эшкә тотондо - ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй. Эштең рәтенә төшөнгәс, беҙҙең дә күңелгә йылы йүгерҙе.
Тәү ҡарауға ябай ғына күренгән селтәрҙәрҙең яугирҙарыбыҙ ғүмерен hаҡлап ҡалыу мөмкинлеге биреүе, эшебеҙҙе артабан дәртлерәк эшләргә ярҙам итте. Беҙҙең эшләгән эшебеҙ яугирҙарҙың ғүмерен hаҡлауға үҙ өлөшөн индерәсәк, шуға күрә лә hәр лентаны, һәр епте бәйләгәндә изге теләктәребеҙҙе ла ҡушып үрҙек.
Иң мөhиме: ир-егеттәребеҙ тиҙерәк тыуған яҡтарына иҫән-hау әйләнеп ҡайтhын, hуғыш бөтhөн, илдә тыныслыҡ урынлашhын!