Яугирҙарға посылкалар даими ебәрелеп тора. Районда ғаиләһе менән дә мәрхәмәтле эш алып барыусылар аҙ түгел. Шуларҙың береһе - Гөлназ һәм Дамир Ниғмәтуллиндарҙың күп балалы ғаиләһе.
Этҡол ауылы егете Дамир әрме хеҙмәтен Бүрәт Республикаһының Оловянный ҡалаһында танк полкында үтә. Тыуған яғына ҡайтҡас 2013 йылда Ҡарлар ауылы ҡыҙы Гөлназ Риф ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар. Йәштәрҙең бер-бер артлы Динислам, Дания һәм Әлим исемле балалары донъяға килә.
2022 йылдың 26 сентябрендә Дамир Ғайса улы Ишембай хәрби комиссариатынан мобилизациялана. Шул уҡ йылдың ноябренән 2023 йылдың сентябренә тиклем махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Әлеге ваҡытта ул “күп балалы атай” статусы буйынса
запасҡа ебәрелгән.
- Эйе, хәҙер мин ғаиләм менән бергә, әммә иптәштәремә, хеҙмәттәштәремә, һис шикһеҙ, ярҙам итергә бурыслымын, тип иҫәпләйем. Шуның өсөн дә ҡатыным менән кәңәшләшеп, махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ылау менән барырға ҡарар иттем. Беренсе партия посылкаларҙы йыйып, яҡташтарыбыҙға алып барҙыҡ та инде. Яугирҙарға кәрәкле бөтә нәмәне туплауҙа ҡатнашҡан, битараф булмаған һәр кемгә рәхмәтлебеҙ. Был уртаҡ эш. Мин гуманитар ылау менән даими йөрөргә ҡарар иттем. Киләһе юл март айында көтөлә, - ти Дамир.
Дамир Ғайса улы вахта ысулы менән Себер тарафтарында водитель булып эшләп йөрөһә, ҡатыны Гөлназ Риф ҡыҙы бала ҡарау буйынса декрет ялында. Өс бәләкәй бала тәрбиәләүгә ҡарамаҫтан, ул иренә һәр яҡлап ярҙам итә, кәңәштәрен бирә.
- Махсус хәрби операция зонаһына беҙ аҡсаны тәүҙә туғандар араһында ғына йыя башлағайныҡ. Һалдаттар нимә һорай, шуларҙы һатып алдыҡ. Хәрбиҙәргә газ баллондары, йылы пеленкалар кәрәк. Әлеге ваҡытта ватсапта төркөм булдырып, яугирҙарға аҡса йыйыу эштәре алып барабыҙ. Яҡташтарыбыҙ беҙҙең терәкярҙамды, күңел йылыбыҙҙы һәр саҡ тойорға тейеш. Аҡсалата ярҙам итергә теләүселәр 8-937-15-30-737 номеры буйынса Дамир Ниғмәтуллинға мөрәжәғәт итә ала. Аҡса күсереүселәр буйынса отчет төркөмдә һәм статуста ҡуйылып бара, - ти Гөлназ.
Районыбыҙ кеше хәстәренә битараф булмаған, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер кешеләре менән данлыҡлы. Был бик ҡыуаныслы. Шулай берҙәм булып, ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам күрһәтәйек, яугирҙарыбыҙҙың иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләйек. Ир-егеттәребеҙгә ошо ярҙам менән тыуған яғыбыҙҙың сәләмдәре, йылылығы барып етһен.
Фото шәхси архивтан.