Йәмғиәт
2 Февраль 2024, 05:48

Яҡты һәм йылы булһын

Ишембай ҡалаһы халҡы Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына әүҙем ҡушылды. Уның сиктәрендә Төньяҡ урамы комитеты дөйөм йомғаҡлау йыйылышы үткәрҙе.

Яҡты һәм йылы булһынЯҡты һәм йылы булһын
Яҡты һәм йылы булһын

Регламентҡа ярашлы, йыйылыштың рәйесе булып – С.Е.Расстроева, секретары итеп А.Ю. Муллағолова һайланды. Йыйылышта өс проект тәҡдим ителде: 23-сө «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһының тәҙрә блоктарын алмаштырыу; ошо уҡ учреждение бинаһы тирәләй юл япмаһын ремонтлау; «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһының йылылыҡ селтәрен ремонтлау.

Төньяҡ урамында йәшәүселәр берҙәм тауыш менән 23-сө «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһының тәҙрә блоктарын алыштырыу проектына тауыш бирҙе.

Проекттың дөйөм суммаһы 1 500 000 һум тәшкил итә, шул иҫәптән республика бюджетынан – 1 136 000 һум, муниципаль бюджеттан – 182 000 һум. Урындағы халыҡ 90 000 һум йыйһа, бағыусылар шулай уҡ 90 меңлек ярҙам күрһәтергә әҙер.

 

Автор фотоһы.

Яҡты һәм йылы булһын
Яҡты һәм йылы булһын
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас