Йәмғиәт
2 Февраль 2024, 13:50

“Алға” үҫеш юлында

Былтыр “Алға” махсус иҡтисади зонаһырезиденттарының һаны 67процентҡа артҡан. Был туралаБашҡортостан РеспубликаһыХөкүмәте Премьер-министрыАндрей Назаров белдерҙе.

2023 йылда дөйөм инвестициялар күләме 20 миллиард һум самаһы
булған һигеҙ компания өҫтөнлөклө
зонаның резиденттары булды. Бөгөн
“Алға” махсус иҡтисади зонаһында
инвестицияларҙың дөйөм күләме 60
миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән
20 резидент теркәлгән. Уҙған йыл
йомғаҡтары буйынса 12 компания
өҫтөнлөклө зона резиденттары булды.
- Бөгөн “Алға” махсус иҡтисади
зонаһы ҙур һәм перспективалы
инвесторҙар йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып барыуын дауам
итә. Хәтерегеҙгә төшөрәм, уның
биләмәһендә Рәсәйҙең олимпия йыйылма командаһы өсөн рәсми рәүештә
спорт кейемдәрен тегеүсе предприятие – ZASPORT компанияһы уңышлы
эшләй. 2023 йылдың октябрендә
махсус иҡтисади зонаның бишенсе
майҙансығында, “Өфө” индустриаль паркы биләмәһендә, “АмкодорАғиҙел” игенде урып-йыйыуҙан һуң
эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү
заводы сафҡа индерелде. Ошо уҡ
көндө “Амкодор-Алға” коммуналь техника етештереү буйынса яңы завод
төҙөлә башланы, - тип һыҙыҡ өҫтөнә
алды Андрей Назаров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы
йылдың июнендә Рәсәй Федерацияһы
Хөкүмәте ҡарары менән “Алға” махсус иҡтисади зона составына “Өфө”
индустриаль паркы биләмәһе индерелде. Киңәйтеү һөҙөмтәләре буйынса хәҙер махсус иҡтисади зонаның
дөйөм майҙаны 763 гектар самаһы
тәшкил итә. Махсус иҡтисади зонаны киңәйтеү яңы резиденттарҙың артыуына һиҙелерлек йоғонто яһаны.
Был өҫтөнлөклө зонаның дөйөм
майҙанын ғына түгел, ә уның функциональ мөмкинлектәрен дә арттырырға
булышлыҡ итте.
- “Алға” махсус иҡтисади зонаһының
өҫтөнлөгө шунда: яңы резиденттар
үҙҙәренең инвестиция проекттарын
һалым, ҡуртым һәм таможня ташламаларын файҙаланып бойомға
ашырасаҡ. Шуны ла билдәләп үтергә
кәрәк, әле беҙ махсус иҡтисади зона
биләмәһен йәнә 106 гектарға арттырыу варианттарын ҡарайбыҙ. “Алға”
махсус иҡтисади зонаһының уңышлы
үҫеше дауам итер, ә резиденттар һаны
артыр ғына, тип ышанам, - тип өҫтәне
төбәк хөкүмәте башлығы

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас