Февраль – бүреләрҙең туй айы.
Ун бишенсе февралдә көн йылы булһа – яҙ һәйбәт килер.
Февралдә һыуыҡ: «Һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем дә көнөм генә ҡыҫҡа», - тип әйтер, имеш.
Февралдә ҡайын ботағында ҡар алҡа-алҡа булып аҫылынып торһа, ул йылды иген уңыр.
Февраль ҡыш мөгөҙөн һындыра.
Февраль — ҡарға, ә апрель һыуға бай.
Йылы февраль һыуыҡ яҙ килтерә.
Гөлнур Артыҡаева фотоһы.