Ошо көндәрҙә Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы ҡатындары йәнә барса һалдаттарыбыҙ Аллаһы Тәғәлә һаҡлауы, яҡлауы, ҡурсалауы аҫтында булһын, тиҙерәк иҫән- һау әйләнеп ҡайтһын тигән изге теләктәр теләп, ҡулдан килгәнсә яҡташтарға ярҙам күһәтеү маҡсатынан “Яугирҙарға – ойоҡбаштар” тигән акция ойошторҙо. Ауылыбыҙҙың уңған апайҙары, еңгәләре, ҡатын-ҡыҙҙары бергәләп ойоҡ-ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләү өсөн клубҡа өмәгә йыйылды.
“Эшкәртеп, бәйләүселәр булһа - һарыҡ йөнө бирәм”, - тип Гөлсара Сафина йөн бирҙе. Яр-Бишҡаҙаҡ ауылының дәртле, егәрле ҡатын-ҡыҙҙары изге теләктәр теләп, яҡшыға юрап, йырҙар йырлап, эш араһында үҙҙәре өйҙә бешереп алып килгән тәмлекәстәр менән сәй эсеп алды. Килә алмаған ауылдаштарыбыҙ иһә ойоҡбаштарҙы өйҙә бәйләп алып килде.
Берҙәмлектә – көс, тигәндәй, илебеҙҙәге тыныслыҡ хаҡына берләшеп, ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың күп булыуы ҡыуаныслы.
Автор фотоһы.