Яугир менән хушлашыу Варвара Скворчихинская сиркәүендә ойошторолдо, траур церемонияһы ауыл клубында үтте.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Шамил Тимербулатов һалдаттың туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты.
Валерий Владимирович 1982 йылдың 5 декабрендә Хабаровск крайы Ванчинск районы Октябрьск ҡасабаһында тыуған. 2002 йылда Салауат ҡалаһында 20-се һөнәрселек лицейын тамамлай. Бала саҡтан ярҙамсыл, яуаплы була, яҡындарын хәстәрләп тора.
2022 йылдың октябрендә мотоуҡсылар ротаһына хеҙмәткә алына. 2024 йылдың 10 ғинуарында һәләк була.
Автор фотолары.