- Яңы йыл алдынан дуҫтарым менән социаль селтәрҙәрҙә, тотонолған тимер консерва банкаларын ташламағыҙ, тип иғлан биргәйнек. Быға күптәр яуап бирҙе, ҙур тоҡсай тултырып килтергән кешеләр ҙә булды. Әҙерләүгә тотоноу алдынан күп видеороликтар ҡараныҡ, техника нескәлектәренең барыһын да иҫәпкә алырға тырыштыҡ. Беҙгә төрлө күләмдәге банкалар ярай (борсаҡ, кукуруз, ҡуйыртылған һөт, икра, балаларҙың ҡатнаш аҙығы банкалары), - ти Лилиә. – Махсус хәрби операциялағы яугирҙар менән дә был темаға кәңәшләштек. Баҡһаң, «ҡусҡар» фитилле шәмдәр ныҡ төтәй, ә уларҙы әҙерләүгә картон күп китә. «Ҡар бөртөгө» фитилле шәмдәр күпкә яҡшыраҡ, инструкцияны социаль селтәрҙә күрһәттем.
Тәжрибә туплаған Лилиә Хәсәнова Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә шәмдәр әҙерләү өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. Унда яугирҙарҙың бөтә кәңәштәре иҫәпкә алына.
- Шәмдәрҙе әҙерләгәндә минең хеҙмәттәштәрем 22,5 килограмлыҡ парафин һатып алырға ярҙам итте. Был адреслы ярҙам тап беҙҙең район егеттәренә йүнәлтеләсәк, ошо көндәрҙә ылау юлға сыға. Ошо сараны ойоштороуҙа ярҙам иткән хеҙмәттәштәремә, бигерәк тә мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатоваға оло рәхмәтемде еткерәм. Ауылдаштарым да балауыҙ, парафин тапшырҙы – һәр шәмбе Уразбай ауылы китапханаһында окоп шәмдәрен әҙерләйәсәкбеҙ.
Банкалар йыйыу һәм блиндаж шәмдәрен әҙерләү ҙур әйләнеш ала. «Башҡорт шәме» телеграм каналында https://t.me/bashsvecha һылтанмаһы буйынса методик алымдар бирелгән. Ул кәңәшләшеү, ҙур мәғлүмәт алыу һәм тәжрибә туплау өсөн бик уңайлы.
Фото Лилиә ХӘСӘНОВА архивынан.