Әле бына ул үҙенең бик матур, мәртәбәле ғүмер байрамын ҡаршылай! Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һеҙҙе, хөрмәтле Фаягөл Тимербай ҡыҙы! Яҡындарығыҙ мөхәббәтенә, уҡыусыларығыҙ рәхмәтенә төрөнөп, оҙаҡ йылдар бәхеттә, һаулыҡта йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ! Һеҙҙең тормош дәртегеҙ барыбыҙға үрнәк, һеҙҙән әсәй, олатай-өләсәй өлгөһө лә алабыҙ беҙ!
Хоҙай Тәғәлә һеҙгә барыһын да мул биргән, әммә барыбыҙ ҙа белә - һеҙ тырышлығығыҙ, сабырлығығыҙ менән тәбиғәт биргәнде меңләтә арттырып, тормошто яратып йәшәгән кеше. Ошоно балалар күңеленә лә һала белеп, йөрәк йылығыҙҙы мул өләшеп йәшәйһегеҙ, эшләйһегеҙ. Күп йыллыҡ хеҙмәтегеҙ районда ғына түгел, республикабыҙ, ил күләмендә юғары наградалар менән билдәләнгән икән, был тәү сиратта һеҙҙең үҙ-үҙегеҙгә талапсанлығығыҙ, бар булмышығыҙҙы асып биргән уҡытыусылыҡ эшенә тоғролоғоғоҙ, балаларға эскерһеҙ мөхәббәтегеҙ һөҙөмтәһе.
Кешене кеше иткән, тәрбиә нигеҙҙәре нығынған мәктәп дәүерендә балаларыбыҙ янында һеҙҙең ише рухлы уҡытыусы булыуы менән бәхетлебеҙ, ғорурбыҙ, Фаягөл Тимербай ҡыҙы!
Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының 8Б класы ата-әсәләре.