Йәмғиәт
23 Января 2024, 07:00

Һәр ҡурсаҡтың йәне бар,

тип иҫәпләй үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырыусы Алһыу Мәҡсүдова

Добавить в предпочтительные источники Google
Һәр ҡурсаҡтың йәне бар,Һәр ҡурсаҡтың йәне бар,
Һәр ҡурсаҡтың йәне бар,

Районыбыҙҙа алтын ҡуллы оҫталарыбыҙ күп. Шундайҙарҙың береһе ябай ғына әйберҙәрҙән, бәйләмдәрҙән сағыу ҡурсаҡтар әҙерләүсе Алһыу Мәҡсүдова хаҡында яҙаһы һүҙебеҙ.

Алһыу Рафиҡ ҡыҙы Үзбәкстанда тыуған, Ташкент ҡалаһында донъя телдәре университетының рус теле филологияһы факультетында уҡып юғары белем алған.

2002 йылда ул ата-әсәһе менән Ишембайға күсенеп ҡайта. Хеҙмәт юлын балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башлай, артабан уны мөдир итеп тәғәйенләйҙәр. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында 15 йыл эшләй. Һуңынан алты йыл Ишембай районы мәғариф идаралығында методист була. Йылдан ашыу инде ул методик оҙатыу бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. Алһыу Рафиҡ ҡыҙы көсөргәнешле эш көнөнән һуң ял ваҡытын яратҡан шөғөлөнә бүлә һәм башҡаларға ла шуны тәҡдим
итә. Яратҡан шөғөлөңдө табырға бер ҡасан да һуң түгел, ти ул.

Әсәнән күргән - тун бескән, тигәндәй, ҡыҙ бәйләргә әсәһенән өйрәнә. Башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән әсәһе төрлө әйберҙәр бәйләй, матур итеп һүрәттәр төшөрә. Тора-бара Алһыуҙың башҡа ҡул эштәренә лә ҡыҙыҡһыныуы арта. Заманса алымдар менән башҡарылғандарын ул башта журналдарҙан ҡарап, һуңынан интернеттан күреп өйрәнә. Мәктәптә уҡығанда технология уҡытыусыһы Инна Викторовна Дорошева ырғаҡлы бәйләү серҙәренә өйрәтә. Алһыу ҡурсаҡтар бәйләргә өс йыл элек тотона. Кистәрен, ваҡыты барҙа нимәлер эшләп ҡарау теләге уяна.

- Бындай ғәжәйеп «сабый»ҙарҙы нисек эшләй башланығыҙ? - тип ҡыҙыҡһынам мөғжизәләрҙе тыуҙырыусы ханымдан. - Балалар баҡсаһында эшләү дәүеремдә, бәйләм менән шөғөлләнә торғайным. Ниңәлер ҡурсаҡ бәйләп ҡарағым килде.  Иң беренсе эшем көсөк булды. Ул ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты. Торабара оҫтарҙым. Хәҙер эштәрем яҡшыраҡ килеп сыға, тип уйлайым. Ҡурсаҡтар ныҡлы баҫып торһон өсөн һәр береһенең эсендә сым каркасы бар. Ҡурсаҡтарҙың кейемдәре сиселә, - ти Алһыу Рафиҡ ҡыҙы.

Үткән йыл ғинуар айында Алһыуға танышы СанктПетербургҡа бүләккә ебәреү өсөн милли кейемдәге башҡорт ҡыҙын эшләп бирергә тәҡдим итә. Ҡурсаҡ матур ғына килеп сыға. Артабан милли кейемдәге башҡорт егеттәрен дә бәйләй. Милли кейемдәр орнаменттарын өйрәнә, улар, ысынлап та, бик сағыу башҡарыла. Аҡрынлап был ҡурсаҡтарҙы заказ буйынса һатып алырға теләүселәр ҙә табыла. Автомобилдәр салонына элеп ҡуйыр өсөн патриотик темалы айыуҙар, быйылғы йыл хужаһы булған аждаһалар килеп сыға башлай. Ауыр эш көнөнән һуң күңелен ял иттереү өсөн оҫтабикә тиҙ генә ҡулына бәйләм эштәрен ала. Бер ҡурсаҡты әҙерләүгә, мәҫәлән, кистәрен генә эшләһәң, бер аҙна тирәһе ваҡыт китә, ял көндәре тура килһә, ике-өс көндә эшләп була, ти мәҡәләм геройы. Башҡорт ҡыҙын һәм егетен бәйләү өсөн, әлбиттә, күберәк ваҡыт китә икән. Башлаған бәйләмен тиҙерәк тамамлап ҡуйыу теләге тағы ла дәртләнеп эшләргә этәрә.

Бөгөн ҡул эштәрен һатып, килем алғандар артҡанданарта бара, Алһыу Мәҡсүдова үҙенә бындай маҡсат ҡуймай, әммә уның әйберҙәрен күреп ҡалып, заказ биргәндәр ҙә юҡ түгел. Төрлө таштар, тәңкә һәм сәйләндәр менән биҙәлгән, күҙҙең яуын алып торған ҡурсаҡтарҙы күреп, уларҙы етештереү байтаҡ сығымдар талап иткәнен аңлап торам.

Алһыу Рафиҡ ҡыҙына күргәҙмәләрҙә ҡатнашырға ла тәҡдим итәләр. Уның өсөн ваҡыт ҡалмай, ти оҫтабикә. Ҡул эштәрен бәйләү күп ваҡыт талап итеүгә ҡарамаҫтан, Алһыу Рафиҡ ҡыҙы өсөн иң мөһиме - эшеңдең һөҙөмтәһен, бәйләгән әйберҙәреңә яҡындарының шатланыуын күреү. Быларҙың барыһы ла уға яңынан-яңы эштәр тыуҙырырға, төрлө әйберҙәр бәйләргә көс бирә.

Алһыу тормош иптәше Валерий менән Руслан һәм Тимур исемле улдар үҫтергәндәр. Өлкәндәре СанктПетербургта йәшәһә, төпсөктәре Ишембай нефть колледжында 1-се курста белем ала. Тормош иптәше “Ишембай район-ара коммуналь һыу каналы” муниципаль унитар предприятиеһында слесарь булып эшләй. Мәҡсүдовтар сәләмәт тормош алып бара - бассейнға йөрөй, саңғыла шыуа.

- Һәр ҡурсаҡтың йәне бар, улар бер ҡасан да бербереһенә оҡшамай, һәр береһе үҙенсә килеп сыға. Мин ҡурсаҡтарым менән һөйләшәм, кәйефемә ҡарап бәйләмдәрем дә төрлөсә була. Шөғөлөмдө ғаиләм дә үҙ итте, ҡурсаҡтар бәйләгәндә ирем дә, улдарым да үҙҙәренсә кәңәштәрен бирә. Бәйләгәндә иң ауыры – ҡурсаҡтың битен эшләү. Ҡайһы саҡта ул мин теләгәнсә килеп сыҡмай. Шөғөлөм бик оҡшай. Күрәһең, бәләкәй саҡта үҙем ҡурсаҡ уйнап туймағанмын, - тип шаярта Алһыу.

Алһыу Мәҡсүдова фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан мәғариф министрлығынан Маҡтау грамотаһы, Ишембай районы муниципаль районының рәхмәт хаттары, Эске
эштәр министрлығының грамотаһы менән бүләкләнгән. Уның кеүек оҫта ҡуллы гүзәл заттарыбыҙ барында ҡул эшенә маһирҙар рәте тағы ла тулыланыр, шөғөлө киләсәк быуындарға мираҫ булып тапшырылыр.


Автор һәм ғаилә архивынан фотолар.

Һәр ҡурсаҡтың йәне бар,
Һәр ҡурсаҡтың йәне бар,
Һәр ҡурсаҡтың йәне бар,
Һәр ҡурсаҡтың йәне бар,
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас