Йәмғиәт
22 Января 2024, 06:00

Йорт яңыртыласаҡ

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың 30 авгусында Ишембайҙа ғәҙәттән тыш хәл булғайны: Совет урамы, 95 адресы буйынса урынлашҡан ике ҡатлы йорттағы фатирҙарҙың береһендә көнкүреш газы шартланы. Шартлау тулҡыны бинаның стенаһын емерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йорт яңыртыласаҡЙорт яңыртыласаҡ
Йорт яңыртыласаҡ

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килеп еткәнсе йорттан ун кеше үҙ аллы эвакуацияланды. Шартлау һөҙөмтәһендә 51 йәшлек ир зыян күрҙе, уның тәне бешеп дауаханаға оҙатылды. Бынан тыш, табиптар ошо йортта йәшәгән 91 йәшлек ҡатындың сәләмәтлеген тикшерҙе, әммә ул медицина ярҙамынан баш тартты. Ошо көндәрҙә был йорттоң төҙөкләндереләсәге билдәле булды. Тергеҙеү эштәре менән кемдәр шөғөлләнәсәк? Йорт хужалары әле ҡайҙа йәшәй? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Ишембай районы муниципаль районының төҙөлөш, торлаҡкоммуналь хужалыҡ һәм инфраструктура үҫеше буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары Ринат Урал улы ЮЛҒОТЛИНға мөрәжәғәт иттек.

- Ринат Урал улы, әлеге ваҡытта эштәр нисек тора?

- Бөгөнгө көндә йортто төҙөкләндереү бара, эштәрҙе тамамлау ағымдағы йылдың апрель аҙағына планлаштырылған. Юл картаһы төҙөлгән. Халыҡ менән йыйылыш үткәрҙек. Эште “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәте алып бара. Фатирҙарҙың эске биҙәлеше буйынса һорауҙар булды, компания халыҡ менән үҙ-ара аралашҡандан һуң уртаҡ фекергә килде. Йортто һүткәндән һуң, тулыһынса төҙөкләндерелеп яңыртыласаҡ. Тышҡы фасадты ла халыҡ фекере менән килешеп башҡарасаҡтар.

- Халыҡ төҙөкләндереү тураһындағы яңылыҡты нисек ҡабул итте?

- Тәүҙә ҡаршы булдылар. Һуңынан, “Газпром газ бүлеү Өфө” компанияһы менән берлектә йыйылыш үткәреп, йортто яңыртыу процесын контролдә тотоусылар араһынан рәйес һайлағандан һуң, улар быға тынысыраҡ ҡарай башланы. Кешеләр асылда яңы йорт буласағын аңланы. Өҫтәүенә, төҙөлөш буйынса бөтә мәғлүмәт асыҡ.

- Зыян күргән йортта йәшәүселәр ҡайҙа урынлаштырылды?

- Уларҙы “Таң” ҡунаҡханаһы базаһындағы ваҡытлыса йәшәү пунктына урынлаштырҙылар. Ҡайһы берҙәре туғандарында йәшәй. Шулай уҡ “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте торлаҡты ҡуртымға алыуҙа компенсация тәҡдим итте. Ләкин бөгөнгә был мәсьәлә менән бер кем дә мөрәжәғәт итмәне.

- Газ шартлауында ғәйеплеләр табылдымы?

- Беҙгә билдәле булыуынса, тикшереү эштәре алып барыла, ғәйеплеләр әлегә асыҡланмаған.

- Шулай уҡ беренсе ҡаттағы магазин хужалары ла зыян күрҙе...

- Беренсе ҡатта урынлашҡан сауҙа нөктәләре үҙ урындарында ҡаласаҡ. Зыяндың ниндәйҙер өлөшөн “Газпром газ бүлеү Өфө” компанияһы ҡаплай. Иң мөһиме, ҡорбандар юҡ. Ә матди эштәр яйға һалынасаҡ.

- Шартлау ваҡытында студент егет Александр Белявин йорттан ҡустыһын һәм күрше инәйҙе алып сыҡҡайны. Ул бүләкләнәсәкме?

- Йәш кешенең батырлығын онотмаясаҡбыҙ. Яңы йыл алдынан уға Ишембай районы башлығы Азат Ишемғоловтан Рәхмәт хаты тапшырылды. Республикабыҙ ҙа ҡыйыу егетте бүләкләр, тип көтәбеҙ.


Автор фотоһы.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас