Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар , 21:00

Мин тынлыҡты тыңлайым… (Повесть)

– Һин! Ғәзинур, һин нисек бында ул?

Мин тынлыҡты тыңлайым… (Повесть)
Мин тынлыҡты тыңлайым… (Повесть)

– Камила, һинең өсөн ҡайттым...

– Минең өсөн? Минең өсөн... Аҙ ғына алдараҡ ҡайта алмай инеңме ни, минең өсөн булғас? Аҙ ғына!

– Әле һуң түгел. Мин беләм, әле һуң түгел!

– Нишләп улай оҙаҡ булды юлың? Һине... Һине генә көткәнде белә инең бит.

– Хаталарҙы төҙәтергә әле һуң түгел...

– Нисек һуң түгел?.. Хәйер, һинең иң ҙур хатаң һуңлауҙа түгел. Беләһеңме нимәлә? Самаһыҙ икеләнеүеңдә. Ҡурҡаҡлығында иң ҙур хатаң. Яратҡан кеше барлығын, көтөүен белдең. Тик һинең иҫәбеңдә ул һәр саҡ артҡараҡ күсә килде.

– Беҙ аңлашырбыҙ... Һин мине аңлаясаҡһың, һин һәр саҡ мине аңланың.

– Дөрөҫ. Шулай ҙа мин һине, ә һин мине аңлауға нисәмә йылдар үтеп китте. Мәктәптән үк. Мин аңланым... Ләкин һин мине бер ҡасан да аңламаның, буғай. Юҡ. Ә мин һинең аңларыңды көтөп йәшәнем. Институттан һуң ете йыл...

– Мөхәббәт өсөн һуңлау бармы ни?

– Кисәге көнөм тик һиңә бағышланғайны, бөгөнгөһө – икенсенеке. Инде үҙең уйла.

– Уйлайһы юҡ. Ҡайттым бит!..

– Ә иртәгә... минең туйым башлана.

* * *

Камила һигеҙҙе тамамлаған йылды атаһын Юлбирҙе ауылына мәктәп директоры итеп тәғәйенләнеләр. Был ауылға улар йәй күсенде. Үҙе ялан ҡыҙы булғанға, тау-урманлы тәбиғәт Камилаға иҫ киткес тәьҫир итте. Өйҙәр ҙә бит әле урман эсендә тиерлек урынлашҡан. Улар йәшәйәсәк йорт ауыл ситендәрәк. Эргәлә генә мәктәп. Кәртә осона сыҡтыңмы, көмөш һыулы шишмә сылтырап ята. Башта һыуға шишмәгә йөрөргә тура килде, һуңынан ғына атаһы өй эргәһенә ҡоҙоҡ ҡаҙытты. Шуныһы ҡыҙыҡ: Камила күсеп килгән ыңғайы ағаслыҡ араһынан ағып сыҡҡан шул шишмәгә барырға ҡурҡа торғайны. Эй, урман күреп үҫмәгәс ни... Бер-ике аҙнанан ҡыҙыҡай яңы тормошҡа күнегеп китте. Хатта ки үҙен ошо тәбиғәттең бер өлөшө итеп тоя башланы. Серле тәбиғәт торған һайын үҙенә нығыраҡ ылыҡтыра барҙы. Иртәнән кискә тиклем төрлө ҡоштар һайрауы, күҙҙең яуын алған сәскәләр – бөтәһе лә әкиәт донъяһын хәтерләткәндәй. Ә ул, Зөһрә ҡыҙ һымаҡ, көйәнтәһен яурынына элеп ала ла бормалы һуҡмаҡ буйлап шишмәгә китә. Күнәктәге һыуҙы сайпылтмай өйгә алып ҡайта белергә лә кәрәк бит әле. Эй, шулайтырға тырыша торғайны Камила. Хатта атаһы ишек алдына ҡоҙоҡ ҡаҙытҡас та һирәкләп булһа ла шишмәнән һыу алып ҡайта торғайны. Ысынлап та инеш юлы серле булды. Бәлки, шуға ла Камиланың күңеле һәр саҡ бормалы һуҡмаҡҡа тартылғандыр?

...Шишмәгә барып етергә бер нисә аҙым ғына ҡалғас, уның ҡаршыһына һороло-ҡаралы ялбыр йөнлө бер эт килеп сыҡты. Улай ғына ла түгел, хатта алдына килеп ултырҙы. Ҡыҙҙың бер күнәге, көйәнтәнән ысҡынып, үләнгә барып төштө. Камила ҡурҡышынан ҡатты ла ҡалды. Этте ашатлап үтеп булмай ҙа баһа, ләкин кире боролоуы ла ҡурҡыныс, арттан эләктереп алмаҫмы?

– Ялбыр, кил бында!

Көтөлмәгән был көслө тауыштан Камила һиҫкәнде. Эт ҡойроғон болғай-болғай тауыш килгән яҡҡа ыңғайланы. Уғаса булмай, ағаслыҡтар араһынан күкһел футболка кейгән бер үҫмер килеп сыҡты. Ул да ят ҡыҙҙы күргәс, аптырап китте шикелле, һынамсыл ҡарашып торҙолар. Беренсе булып үҫмер хәрәкәткә килде. Үлән араһында ятҡан күнәккә үрелде. Йәһәт кенә алып Камилаға һуҙҙы. Күҙҙәр осрашты. Ҡыҙ, ниңәлер, был ҡараштан уңайһыҙланып, йөҙөн ситкә борҙо. Үҫмер ҙә ситкә атланы. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныуын еңә алмайынса, этенең башынан һыйпай-һыйпай йәнә лә ҡарап алды. Камила ла боролоп күҙ һалды. Шул саҡ үҫмер йөҙөндә сәйер үҙгәреш сағылды. Магнит һымаҡ үҙенә тартып торған төпһөҙ күҙҙәр... Камила ниндәйҙер аңлайышһыҙ тойғо кисерҙе.

– Ялбыр, әйҙә! Һин ҡурҡма, ул кешегә теймәй.

Камила яуап итеп аҙ ғына йылмайғандай итте. Шунан өҙөлгән юлын дауам итте. Үҫмер һаман этенең башынан һыйпаған килеш уның артынан ҡарап ҡалды. Нисек кенә сәйер булмаһын, был ҡарашты Камила арҡаһы менән дә тойҙо. Кире ҡайтҡанда һуҡмаҡта берәү ҙә юҡ ине инде. Күңелгә моңһоу булып китте. Ышанырға теләмәгәндәй, тирә-яғына күҙ һалды. Матур тәбиғәт бушлыҡ менән солғап алынды. Ошо осрашыуҙы ҡыҙ ниңәлер байтаҡ ваҡыт иҫенән сығара алмай йөрөнө. Һиҙҙермәй генә көҙ килеп етте. Яңы уҡыу йылын Камила төрлө тойғолар кисерешендә көтөп алды. Ят синыфҡа барып инеү бик үк рәхәт булмаҫ, сөнки Юлбирҙелә әле белгән кешеһе юҡ. Мәктәптә нисек ҡабул итерҙәр? Өйрәнә алырмы икенсе мөхиткә? Һәр береһенең үҙ дуҫы, ҡатнашҡан кешеһе барҙыр. Уға бында бөтәһен дә өр-яңынан башларға тура киләсәк бит. Еңел түгел... Шуға оҡшаш уйҙар борсоно күңелде. Бер яҡтан, ҡыҙыҡ та – әллә кемдәр менән танышаһы, әллә нимәләрҙе асаһы, өйрәнәһе барҙыр...

Ят мәктәп, ят синыф менән осрашҡан тәүге көн мәңге хәтерҙә уйылып ҡалды. Камила килеп инеү менән бөтәһе лә шымып ҡалды. Ҡыҙыҡһынған, сәйерһенгән ҡараштар... Ҡыҙ иҫәнләште лә, берәүгә лә күҙ һалмайынса, аҫҡа ҡараған килеш буш партаға барып ултырҙы. Бер аҙҙан уҡыусыларҙың иғтибары кәмене. Улар яңынан шаулаша, геүләшә башланылар. Камиланың да ҡаушауы үткәндәй булды, ул башын ҡалҡытты. Шул мәлдә тәҙрә яғынан кемдеңдер үткер ҡарашын тойҙо, башын борҙо һәм... шишмә буйында осратҡан үҫмерҙе күрҙе. Ҡараштар осрашты, Камила ҡулына тотҡан ручкаһын нығыраҡ ҡыҫты.

Уны күргәс, үҫмерҙең күҙе яҡтырып, осҡонланып киткәндәй булды. Был яҡтылыҡ ҡыҙҙың күҙенә лә күсмәнеме икән? Шулай булмаһа, донъя яҡтырып китмәҫ ине бит. Көтмәгәндә, уйламағанда.

Дәрес барғанда Камила үҙе лә һиҙмәйенсә, йәнә шул яҡҡа ҡарап алды. Тап шул мәлдә үҫмер ҙә уның яғына боролдо. Күңел ниндәйҙер бер ҡыуаныс кисерҙе. Бәлки, үҙенең тәүге танышын бер синыфта тап иткәне өсөндөр? Шул арала исемен дә белде. "Ғәзинур" тип йыш өндәшәләр. Уҡытыусылар ҙа дәрес һайын тиерлек мөрәжәғәт итә, бик актив малай. Синыфташтарының уға хөрмәт менән ҡарағанын беренсе көндә үк тойҙо ҡыҙ.

Камилаға иһә, ысынлап та, яңы мөхиткә инеүе еңел булманы. Бигерәк тә Айгөл исемле ҡыҙ уны ҡабул итмәне. Айгөл – синыф старостаһы, бик әүҙем, кеше менән аралашыусан, бойорорға ла ярата, яҡшы уҡый. Камиланы үҙенә әллә көндәш булыр тип ҡурҡтымы икән? Һәр хәлдә, улар араһында аңлашылмаусанлыҡ тәүге аҙнала уҡ тойолдо. Химия дәресе башланыр алдынан синыфҡа Айгөл килеп инде.

– Дежурныйға лабораториянан әйберҙәр килтерергә! – тине бер кемгә лә ҡарамайынса.

Камила үҙен дежур итеп тәғәйенләгәндәрен белмәй ине әле. Тыныс ҡына ултыра бирҙе. Бер нисә минуттан ҡып-ҡыҙыл булып химия уҡытыусыһы килеп инде.

– Һеҙ нимә, мине бала-саға итеп күрәһегеҙме? Ҡайҙа дежур итеүсе? – тип ҡысҡырҙы.

Айгөл тороп баҫты ла тәкәббер ҡарашын Камилаға төбәне.

– Уға әйтелде. Ә бына ни өсөн һуҙыла, быныһын белмәйем!

– Кем ул?

Камиланың йөрәге жыу итеп китте. Хәҙер уҡытыусы уға екерәсәк. Ул нимәлер тип аҡланырға тейеш, ҡыҫҡаһы, хурлыҡҡа ҡаласаҡ... Урынынан ҡалҡына башлаған ҡыҙға ҡарап, Айгөл шулай тине:

– Аңламаһалар...

Тик һүҙен тамамларға өлгөрмәне, Ғәзинур урынынан һикереп торҙо.

– Ғәфү итегеҙ. Мин... Мин хәҙер...

Уҡытыусыға ла һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй, йүгереп сыҡты ла китте. Камиланың иңенән тау төштөмө ни! Уңайһыҙ хәлдән ҡотҡарҙы ла баһа Ғәзинур! Дәрес барышында Айгөл уға әллә нисә мәртәбә яман итеп ҡарап алды. Ләкин Камила артыҡ әһәмиәт бирмәне. Асыуы булһа, үтер, Камила уның менән дә, бүтәндәр менән дә дошманлашырға йыйынмай.

* * *

Бер нисә көндән синыфтары менән ҡырға ҡарағай ултыртырға киттеләр. Егеттәргә бырау һымаҡ ниндәйҙер ҡорамал тараттылар. Ҡыҙҙар иһә, улар ҡаҙған ергә ҡарағай үҫентеләре ултыртып барырға тейеш.

– Йә, башлайбыҙмы? – Айгөл Ғәзинур яғына боролдо.

– Илфат, ярҙам ит Айгөлгә, – шулай тине лә Ғәзинур Камилаға табан атланы. – Әйҙә, беренсе булып тамамлағың киләме?

Камила йылмайып баш ҡаҡты. Башҡалар ығы-зығы килгән мәлдә улар тигеҙ рәт буйлап төштө лә киттеләр. Ҡаршы яҡҡа иң тәүгеләрҙән булып барып сыҡтылар.

– Ҡара, беҙ ысынлап та беренсе булып бөттөк тә баһа...

– Беҙ һәр саҡ беренсе буласаҡбыҙ!

Ғәзинурҙың тыныс, көр тауышы Камила йөрәгендә ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Эргәңдә көс-ҡеүәте ташып торған, үҙенә ышанған кеше булыуы ҡалай һәйбәт! Ысынлап та, синыфтарында Ғәзинурға еткән берәү ҙә юҡ. Ул иң көслөһө, иң аҡыллыһы, иң тәрбиәлеһе, иң тәүәккәле, һәм Ғәзинур фәҡәт Камилаға ғына әйтә был һүҙҙәрҙе: "Беҙ һәр саҡ беренсе буласаҡбыҙ". Ҡояштай балҡыған Ғәзинур ҡарашын тирә-яҡтан, йәғни һаман эштәрен теүәлләй алмаған синыфташтарынан алманы. Тегеләрҙе дәртләндерҙе. Унан ҡыҙға табан боролдо, эштәренән ҡәнәғәт икәнен белдереп, тамаҡ ҡырҙы.

– Бына шулай ул!

Ғәзинурҙың әйткән ышаныслы һүҙҙәре уларҙың ныҡлап дуҫлашып китеүенә сәбәп булманымы икән? Теүәл фәндәрҙе яҡшы белеүе, Камилаға һәр саҡ ярҙам итеүе йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Ғәзинур сослоғо, тәүәккәллеге менән, бәлки, Камиланы үҙенә йәлеп иткәндер? Ҡыҙ ниндәй хәлгә тарыһа ла, Ғәзинурҙың ярҙамға килерен йөрәге менән тойҙо. Ошо дуҫлыҡ һуңынан мөхәббәт булып бөрөләнде. Дөрөҫ, уларҙың дуҫлығына ҡамасауларға маташҡандар ҙа булманы түгел.

Алгебранан контроль эш барған мәлдә уҡытыусы ҡайҙалыр сығып килде. Балалар ҙа шул арала урындарынан тороп, геү килешеп алды. Камила дуҫ ҡыҙы янына барып әйләнде. Килһә, дәфтәре урынында юҡ. Башта, берәйһе шаяртҡандыр, тип уйланы, һорап ҡараны, берәү ҙә белмәй. Инде нишләргә? Шул саҡ эргәһенә Ғәзинур килеп баҫты: "Күсер!" Ҡыҙ уңайһыҙланып баш тартты. "Тиҙ бул!" – үҫмерҙең тауышы бойороусан яңғыраны. Ҡыҙға буйһоноуҙан башҡа сара ҡалманы. Иң ғәжәбе: Камиланың дәфтәрен иртәгәһен сүп кәрзиненән табып бирҙеләр. Быны кем, ни өсөн эшләгән – сер булып ҡалды. Дөрөҫ, Ғәзинурға үҙенән: "Директор ҡыҙының ялсыһы", – тип көлгән ике малай менән һуғышырға тура килгән. Был хәлде һуңынан Ғәзинурҙың дуҫы Илфат һөйләне. Синыфташтары араһында Ғәзинурҙың Камилаға мөкиббән киткәнен, ҡыҙҙың да уға мөнәсәбәте яҡшы икәнен белә, аңлай, килешә инеләр. Хәйер... Эйе, Айгөл килешә алманы. Камила ҡыҙҙарҙан уның 8-се синыфта уҡығанда уҡ Ғәзинурға записка яҙғанын ишеткәйне. Хәҙер ни өсөн Айгөлдөң күҙ уғы менән атырҙай булып йөрөгәнен яҡшы аңлай. Әлдә Камиланың башына ундай уйҙар инеп тә сыҡманы. Кемгәлер записка-фәлән яҙыуҙан Алла һаҡлаһын. Ундай ғәмәлдең фәтүәһен, мәғәнәһен аңламай Камила. Бер нәмәгә шикләнмәй: Айгөлгә ҡарағанда ул даланлы. Бына шуға ла үҙенә ҡаршы эшләгән ваҡлыҡтарына иғтибар итмәҫкә, төртмә һүҙҙәрен ишетмәҫкә тырышты. Ә көсөргәнешлелек сығарылыш йылында ла дауам итте.

* * *

Айгөл – көслө спортсменка. Район ярыштарында ла ҡатнашып, призлы урындар алғаны булды. Баскетбол уйнаған саҡта ул һәр саҡ Камила булған командаға ҡаршы уйнай. Камилаға һөжүм итеүҙән айырым бер кинәнес ала торғайны шикелле. Был юлы ла ҡыҙ Айгөлдөң үҙенә мыҫҡыллы йылмайып торғанын күрҙе. Бына ул әхирәттәренә табан боролдо һәм, бөтәһе лә ишетһен өсөн, ҡысҡырып әйтте: "Беҙ иркә-наҙлыларға ысын спорттың нимә икәнен күрһәтергә тейешбеҙ! Беҙҙең ҡулда улар үрле-ҡырлы һикерәсәктәр! Еңеү беҙҙеке!.. Дуҫ малайҙары алдында ултырып иларлыҡ булһын. Шунан инде беҙгә ҡаршы сығыу түгел, танауҙарын да күрһәтмәҫтәр бүтәнсә..." Эргәһендәгеләр уны ҡеүәтләп, ҡысҡырып көлдө. Маҡсатына иреште Айгөл. Камиланың сикәләре гөлтләп ҡабынды. Ниңә, ни өсөн уны шул дәрәжәлә күралмаҫҡа була? Өсөнсө йыл сабырлыҡты һынай. Түҙемлектең дә сиге була ла баһа!

– Еңһәк тә, еңелһәк тә, һөҙөмтәһе бер генә – беҙҙе яраталар. Шуға дуҫлыҡ һорап инәлеп хат ебәргәнебеҙ юҡ. Мохтаж түгелбеҙ, һин уйында ғына еңәһең, ә мин тормошта. Мә, үҙеңә булһын! – Шулай тине лә тупты ҡаты итеп Айгөлгә бәрҙе. Айгөл туптан бигерәк көтөлмәгән яуаптан йығылып китте шикелле. Ул бит Камиланан бер ҡасан да бындай һүҙ ишетермен, тип уйламағайны. Тегенең өнһөҙ генә икенсе яҡҡа боролоуына, ситкә китеүенә өйрәнеп бөткәйне. Сәмле спортсменканың ҡаушауы, юғалыуы етә ҡалды. Был уйын һөҙөмтәһендә лә сағылды. Камила иһә беренсе тапҡыр үҙен еңеүсе итеп тойҙо. Эстән ниндәйҙер ҡәнәғәтлек кисерҙе. Тимәк, ваҡытында һөжүм итә белергә кәрәк. Ул бынан ары үҙен яҡлаясаҡ.

Был хәл Ғәзинурға ла барып ишетелде. Тик, ни өсөндөр, Айгөлдөң үҙенә хат яҙыуын төп сәбәп тип аңланы. Аҡланырға теләгәндәй һүҙ башланы: "Хан заманында булған нәмә бит. Ул саҡта әле һеҙ Юлбирҙегә күсеп килмәгәйнегеҙ..." Камила егетте тыңлап бөтмәне: "Кәрәкмәй. Мин Айгөлгә мөхәббәтте һорап алып булмағанын ғына әйттем. Хәҙер ул быны аңлай". Ваҡиға шуның менән тамамланды.

Спортҡа килгәндә, Камила баскетболда шаҡтай ғына һәйбәт уйнай ине. Ләкин спорттың бөтә төрө буйынса ла ҡыҙҙар араһында Айгөлгә еткәне булманы. Ярыштарҙа йыш ҡатнашыу арҡаһында дәрестәрҙе ҡалдырырға тура килде. Ләкин был хәл өлгәштә бер нисек тә сағылманы. Уның тырыш, шулай уҡ үҙенә ҡарата талапсан булыуын танымау мөмкин түгел. Район мәктәптәре араһында ниндәй генә ярыштар үткәрелмәне ул йылдарҙа. Юлбирҙе ауылына ла килеп төшә торғайны ҡунаҡтар. Шундай осрашыуҙарҙың береһе ҡыҙыҡ ҡына булып иҫтә тороп ҡалған.

Камила үҙенең яратҡан шишмәһенә китте. Яҡынлаша биргәс, аптырап китте, был тирәлә күрмәгән-белмәгән ят бала-саға зыҡ ҡуба. 5-се йәки 6-сы синыфтыҡыларҙыр.

– Һеҙ кемдәр? Бында нимә эшләп йөрөйһөгөҙ?

– Ниңә, ярамаймы ни? – тине бер малай алғараҡ сығып.

– Ярамай шул. Инде һеҙ генә етмәгәйнегеҙ шишмә бысратырға... Аҙашып килеп сыҡтығыҙмы әллә?

– Апай, беҙ бит бында ярышҡа килгәнбеҙ, төшкөлөктө ашаныҡ та, әҙерәк йөрөп киләйек, тигәйнек. Бына әрләндек тә... Юлбирҙеләр һә тигәнсе асыуланып бара. Киттек, малайҙар, – тине баяғы һары сәслеһе.

Уҫалыраҡ ҡыланғаны өсөн үкенә биреберәк ҡуйҙы Камила, йәһәтләп һүҙҙе икенсегә борорға тырышты.

– Үҙең нимәлә ҡатнашаһың, ҡустым?

– Йүгерәм!

Камила йылмаймай булдыра алманы.

– Бигерәк бәләкәс күренәһең бит, йүгереүсегә оҡшамағанһың!..

– Исхаҡтың аяҡтары йүгергәндә оҙоная. Иртәгә үҙегеҙ күрерһегеҙ, апай! – тине икенсеһе көр тауыш менән.

– Киттек, тим, бит! – Исхаҡ тигәндәре ситкә атланы. Үҙе шикләнгән һымаҡ шишмә "хужабикә"һенә ҡарап-ҡарап алды. Камила малайҙарҙы ҡарашы менән оҙатып ҡалды. Үҙен эстән әрләп ҡуйҙы. Ҡатыраҡ бәрелде бәләкәс ҡунаҡтарға. Улай уҡ ярамаҫ ине...

Иртәгәһен оҙон буйлы малайҙар араһында баҫҡан Исхаҡты шундуҡ таныны. Бына стартҡа торҙолар... Аһ, ысынлап та бик йылғыр малай булып сыҡты ла баһа! Аяҡтарына күҙ ҙә эйәрмәй. Беренсе булып килде. Афарин! Синыфташтары менән баҫып торған Камила түҙмәне.

– Минең танышым. Әйҙә, барып ҡотлайыҡ балаҡайҙы, исмаһам, күңеле булыр!

Бына Ғәзинур йүгерек малайҙың ҡулын ҡыҫты.

– Уңыш үҙеңдең ҡулыңда! Үҙеңә ышан. Бына шулай бер ҡасан да бирешмә, ҡустым!

– Мин бирешмәйәсәкмен, – тине малай үтә лә етди ҡарап, шунан Камилаға төбәлде. – Апай, һеҙ беҙгә ҡасан ҡунаҡҡа килерһегеҙ икән? Беҙҙә лә матур ерҙәр бар! Шишмәләр күп!

– Ҡасан да булһа, килермен.

Китә биргәс, Ғәзинур ғәжәпләнә биреберәк һораны.

– Ә нишләп шишмәләр?

Камила күҙ ҡырыйы менән ҡарап алды.

– Быныһы инде сер. Һин уны бер ҡасан да белмәйәсәкһең.

– Аңламайым. Кем ул, туғаныңмы?

– Эйе.

Шулай тиеүе булды, арттан ҡунаҡ малай ҡыуып етте.

– Апай, һин директор ҡыҙымы?

– Һис бер нәмә лә аңламайым, – тип ҡабатланы Ғәзинур.

– Апай, һин ерҙе яратаһың, тәбиғәтте, ибет!

– Мин спортсмен малайҙарҙы ла яратам. Ҡасан да булһа күрешербеҙ. Хуш бул, энекәш!

Ошоға оҡшаш ҡыҙыҡ ҡына осрашыуҙар булып ҡуя торғайны. Улар мәктәп йылдарының яҡты хәтирәһе булып иҫтә тороп ҡалған...

* * *

Һуңғы ҡыңғырау мәле лә яҡынлашты. Ул йылдарҙа ауылды йәштәр менән нығытыу тураһында һүҙ шәбәйгәйне. Өҫтән төшөрөлгән сәйәси кампания инде. "Бөтә синыф менән- ауылға!" – был саҡырыу һәр гәзит битендә урын алды. Мәктәп стендында ла ҙур яҙыу эленеп торҙо.

"Бөтә синыф менән..." Ихлас күңелле Ғәзинур был һүҙҙәрҙе байраҡ итеп күтәрҙе.

– Юғары уҡыу йортон тамамлағас, ауылға ҡайтабыҙ. Беҙ уны алдынғы хужалыҡҡа өйләндерәсәкбеҙ!

Камила үҙенең Өфөлә йәшәйәсәгенә шикләнмәй ине. Әсәһенең баш ҡала тураһында йыш һөйләүе шундайыраҡ уйҙарға этәргәндер, бәлки. Шуға ла Ғәзинур әйткәнгә ҡаршы килде.

– Күңел ҡайҙа тарта, кеше шунда булырға тейеш.

– Үҙеңде һынамай, эшләп ҡарамай тороп, быны белеп булмай. Кешене тыуған ер һәр саҡ үҙенә тарта. Намыҫың алдында һүҙ бирергә кәрәк, шул ғына.

Камила ышанмаған һымаҡ булғас, өҫтәне:

– Ҡайһы берәүҙәргә үҙ һүҙҙәренә тоғролоҡ етмәй. Беҙ ошо ерҙе күтәрәсәкбеҙ! Һин һәм мин.

Дәртләнеп, үҙенә ышанып һөйләгән Ғәзинурға нисек шикләнеп ҡарарға була, ти? Ул, ысынлап та, бер эштән дә ҡурҡмай. Бына ошондай намыҫлы, сая егеттең фәҡәт уны яратыуы ниндәй ғорурлыҡ! Ысынын ғына әйткәндә, киләсәктә кем булырын, маҡсатын асыҡ белгән кеше менән бер ҡайҙа ла уға ауыр булмаясаҡ.

Ғәзинур синыфташтары алдында ла бик тулҡынландырғыс телмәр тотто. Уға сығыш яһарға ҡушылған да булғандыр, кем белә инде хәҙер... Ғәзинурҙың был хаҡта әйткәне булманы, һүҙҙәре ысын йөрәктән сыҡһа ла ғәжәпләнергә түгел... – Беҙ "Бөтә синыф менән – ауылға!" тигән инициативаны бер тауыштан яҡлайбыҙ. Ҡайһы берҙәребеҙ юғары уҡыу йортона инер, төрлө ҡалаларға юлланыр, ләкин барыбыҙ ҙа ауылға ҡайтасаҡбыҙ. Уны иң алдынғы хужалыҡҡа әйләндереү – мөҡәддәс бурысыбыҙ. Бында ҡалыусылар, һеҙҙең иңгә ауыр йөк һалына. Ауылда хеҙмәт еңел түгел, шулай ҙа һынатмаҫһығыҙ. Ышанығыҙ, беҙ ҙә кәрәкле белгестәр булып, тыуған яҡҡа ҡайтасаҡбыҙ! Иш янына ҡуш булырбыҙ...

Ғәзинурҙың бүтәндәрҙе әүрәтә белеү һәләте бар ине шул. Инициативаға ҡаршы сығыусы булманы. Хатта кемдер: "Буласаҡ колхоз рәйесен биш йыл көтәһе бар икән. Оҙағыраҡ булып китә бит", – тигәс, дәррәү көлөштөләр. Ул саҡта синыфташтарының һәр береһе үҙен бик кәрәкле кеше тип уйланы, һәр береһе үҙен яуаплы эш көткәненә шикләнмәне. Йәшлек матурлығы, тәүәккәллеге шулай булалыр. Бер үк ваҡытта – уның бер ҡатлылығы, хыялыйлығы ла...

Шул саҡта уҡ әле Камила менән Ғәзинур юғары уҡыу йортон тамамламаҫ борон уҡ өйләнешер тип уйлағандар булды, сөнки бүтәндәрҙең яҙмышы әле бигүк билдәле түгел, был икәүҙеке – асыҡ. Хәйер, уларҙың дуҫлығы тураһында ата-әсәһе лә оҙаҡ ваҡыт белмәне. Ишеткәс, бик ғәжәп иттеләр (Камила ул саҡта университетта уҡый ине), ата-әсәһе өсөн көтөлмәгән хәл булды. Әсәһе был дуҫлыҡҡа башта уҡ ҡаршы торҙо, ни өсөндөр ул ҡыҙын синыфташында кейәүҙә күргеһе килмәне. Хәйер, былары һуңынан. Ә уға тиклем – уҡыуға инеүҙәр, сессиялар, бер курстан икенсеһенә күсеү... Синыфташтары йыл һайын туй көтә. Ә егет менән ҡыҙ был хаҡта уйлап та ҡараманы. Иң башта – юғары уҡыу йортон тамамлау. Камиланың география факультетына уҡырға инеүенә лә Ғәзинур йоғонто яһаны. "Беҙ ергә, тәбиғәткә яҡын булырға тейешбеҙ". Егет үҙе ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын һайланы. Йәштәр өсөн киләсәк ауыл тормошо менән бәйле булып кәүҙәләнде. Ә уға тиклем... Уға тиклем синыфташтары менән ҡырға сыҡтылар. Йырлап-бейеп, усаҡ янында таңға тиклем ултырҙылар. Хушлашыр мәл яҡынлашты... Урабыраҡ, Упҡынгүл яғынан ҡайтырға булдылар. Үҙенә яҡын килгән һәр затты йоторға әҙер күлдең уртаһында ап-аҡ томбойоҡтар үҫә. Камила уларға ҡарап һоҡланып торҙо. "Мин Дюймовочка булһам, шуларҙың өҫтөндә баҫып торор инем..." Әйтеп бөтөүе булды, Илфат күлгә төштө лә китте. "Батаһың бит!" "Ҡайһы берәүҙәргә хыялды ысынбарлыҡтан айырыр өсөн батып алыу ҙа файҙалы, – тине тыныс тауыш менән Ғәзинур. – Ҡурҡма, ҡотҡарырбыҙ". Илфат шәп йөҙә икән. Оҙаҡламай бер ҡосаҡ томбойоҡ менән килеп сыҡты. Бысранған, хәле бөткән, ә күҙҙәрендә әйтеп бөтөргөһөҙ ҡәнәғәтлек: "Бөгөн һин уларҙың уртаһында, Камила!" Камила ҡояштай балҡыны: "Рәхмәт! Рәхмәт! Тик шуны иҫеңдән берүк сығарма, ғүмер ҡиммәтерәк". "Батһам ни, минең өсөн илар кеше юҡ, – Илфат тағы ла йылмайҙы. – Был томбойоҡтар батырмаҫын белә инем. Һин үҙең дә томбойоҡ шикеллеһең". Камила ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. "Сәскәләрҙең яртыһын үҙеңә кире бүләк итәйемме?" "Уларҙы үҙең теләгән кешегә генә бүләк итә алаһың", – шулай тине лә Илфат ситкә атланы. Камила уның артынан ҡарап тора бирҙе лә, Ғәзинурға табан боролдо: "Беҙгә күл инәһе бүләк ебәргән!" "Уны күл инәһенә ҡалдыр. Кәрәк икән, мин һиңә икенселәрен алып сығам". Камила ҡапыл тотлоҡто: "Беләм..." "Камила, мин беренсе булып төшөргә өлгөрмәнем..." Ҡыҙ ҡулындағы сәскәләрен әйләндерҙе-болғаны: "Күл инәһе сәскәләрен күлгә ҡалдырам. Уларҙы миңә бер кем дә сығарып бирмәне. Уны мин берәүҙән дә һораманым". Ғәзинур ҡыҙҙың ҡулынан тотоп алды: "Юҡ! Мине... Мине ғәфү ит". Камила йылмайҙы ла сәскәләрҙе күлгә ырғытты. "Әйҙә, синыфташтарҙан ҡалмайыҡ! Хәҙер күҙҙән юғалалар бит", "Һин Дюймовочка булмайһыңмы ни?" "Мин – көйәнтә аҫҡан Зөһрә ҡыҙ. Хәтерләйһеңме шишмә башын?" "Тағы ла биш йылдан шул шишмә башына бөтөнләйгә әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ, Камила!"

– Беҙҙә кемдәр иң беренсе булып ғаилә ҡорор икән? – тип һораны бер мәл Илфат. Үҙе өҫтәне.

– Беренселәр билдәле. Ә бына аҙаҡҡылары кем булыр?

Илфат Ҡаҙанда уҡып йөрөһә лә һәр байрам һайын тиерлек Өфөгә килә лә етә. Ҡайҙан аҡса еткергәндер... Ғәзинур менән ныҡ дуҫ инеләр шул. Килгән һайын Камиланы күрмәй китмәй. Ҡаҙанға күп мәртәбәләр саҡырҙы. Хатта үпкәләгән саҡтары ла булды. Юҡ, Камилаға синыфташы уҡыған ҡалаға бер тапҡыр ҙа барырға тура килмәне. Күрәһең, әллә ни теләге лә булмағандыр...

“Беренселәр билдәле...”

Илфат был һүҙҙәрҙе ниндәйҙер һағыш менән әйтте. Ғәжәп, тап аҙаҡҡылары Ғәзинур менән Камила булып сыҡманымы икән?

Мәктәп йылдарындағы дуҫлыҡ студент йылдарында ла дауам итте. “Ҡасан туй ҙа ҡасан туй!” тип йөҙәткән синыфташтары үҙҙәре башлы-күҙле булып бөттө. Камила менән Ғәзинур хәҙер ҡайтҡан саҡтарында бәпәй күрергә йөрөй башланылар. “Инде ғаилә ҡорорға һеҙҙен сират етте”, – ти торғайны дуҫтары. Ғәзинурҙын күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары ҡабына, ул һөйөү тулы күҙҙәрен тултырып Камилаға ҡарап ала. Ҡыҙ ҙа тыйнаҡ йылмайыу менән яуап ҡайтара...

Өйләнешеү тураһында улар дүртенсе курста һүҙ ҡуҙғатты. Ләкин Камиланын әсәһе ҡырҡа ҡаршы сыҡты. “Аҙаҡҡы курсҡа барып етәһегеҙ бар. Студент саҡта ғаилә ҡороуҙың нимә икә-нен мин үҙем яҡшы беләм. Ашыҡтырмағыҙ”, – тип бик ҡаты торҙо.

“Ашыҡтырмағыҙ!” тиеүенен икенсе мәғәнәһе лә бар ине. Ҡыҙын ябай колхозсы ғаиләһенә төшөрөргә теләмәне ул. Мәктәп йылдарындағы “мауығыуы” үтер, ҡыҙы арыуыраҡ ғаиләнән сыҡҡан берәйһен осратыр, тип өмөтләнде. Тик йылдар Камила менән Ғәзинур мөхәббәтен һыуытманы, бәлки, бындай ҡаршылыҡтар араны нығытырға ғына булышлыҡ иткәндер. Аҙаҡҡы курсҡа килеп еткәндә тағы ла кәртәләр килеп сыҡты. Ул йылды Ғәзинурҙын башта ҡустыһы өйләнде, унан һенлеһен кейәүгә бирҙеләр. Өсөнсө туйға, тәбиғи, ата-әсәһенен хәле етмәне. Етеш йәшәгән уҡытыусылар алдында кемдең кәм күренгеһе килһен? “Көҙгә туй яһарбыҙ, тик уға тиклем мине ташлап берәйһенә сығып китмәҫһең бит?” ­– тип ярым шаяртыу, ярым борсолоу аша әйтте Ғәзинур.

“Кәрәк икән, мин һине ғүмерем буйы көтәсәкмен”, – тине Камила унын күҙҙәренә ҡарап. Ғәзинур үҙен ғәйепле тоймаһын өсөн шулай ышаныслы баҫым яһап тороп әйтте. Фәрештәнең “Амин“ тигән сағына тура килде, ахырыһы, һүҙҙәре, юғиһә, ошолай оҙаҡ көтөр инеме ни ул йән һөйгәнен? Бүтәнде ярата алмаҫ инеме ни? Ярата алманы шул. Әллә бөтәһе лә текә ғорурлыҡ ҡына булдымы? Ю-у-уҡ, бары яратыу ғына уны текә һәм ғорур яһағандыр. Бары мөхәббәт.

Ҡыҙыҡ, ни өсөн туй яһап өйләнешеү улар өсөн мөһим тойолдо икән? Бөтәһен дә ябайлаштырырға, дуҫтар менән кескәй табын яһап ҡына ла була ине бит. Эйе, мөмкин ине. Йылдар үткәс, бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда. Хәҙер бына туй яһанын ни ҙә, яһаманың ни... Ә ул саҡта!.. Шул һөйләшеүҙән һун арала тәүге йөй барлыҡҡа килде. Был артабанғы тормош юлын һайлауға бәйләнгәйне.

– Камила, – тип ҡыуанып килеп инде бер көндө Ғәзинур. -Мине бында Өфөлә ҡалырға саҡыралар. Аспирантураға. Тағы ла бер нисә йылдан фән кандидаты буласаҡмын. Перспектива бик асыҡ кәүҙәләнә түгелме?

– Нисек? – Камила ысынлап тороп аптыраны, сөнки улар араһында ошоға тиклем Өфөлә ҡалыу тураһында һүҙ ҙә булғаны юҡ. Киреһенсә, Ғәзинур үҙенен хыялдары менән ҡанатландыра килде лә баһа. – Ә нишләп ҡапыл улай?

– Күптән тәҡдим иткәйнеләр. Уйланып оҙаҡ ҡына йөрөлдө... Кисә тағы ла ныҡ ҡына һөйләшеү булды. Бөтәһен үлсәп-ни-теп ҡараһаң, диплом етәксем дөрөҫ әйтә бит. Мин ризалаштым.

– Ауыл? Мин?..

– Ауылға, ни, беҙҙән һуң уҡығандар ҡайтыр, феодал булып йәшәрҙәр. Әйҙә, һин дә ҡал.

– Распределение булғанын беләһең бит. Ғәзинур, һәр хәлдә, ауылда мине көтәләр. Бәлки, һинә лә ашыҡмаҫҡалыр? Уйлашайыҡ.

– Камила, мин уйлағанмын инде. Хәҙер уй-ниәтемдән кире ҡайтып булмай. Икеләнә башлаһаң, бер нәмә лә килеп сыҡмай торған. Был осраҡта бары тәүәккәллек кенә кәрәк. Һин үҙен дә бит минә, шул тәүәккәллегең өсөн иғтибар иттем, тиһен, һәр кем аспирант, ғалим була алмай. Теге ваҡыт килгәндә курсташын Рәхимде аспирантурала ҡалырға йыйына тип, үлтереп маҡтанығыҙ түгелме?

– Бүлмәләш ҡыҙҙар маҡтаны. Мин бер нәмә лә өндәшмәнем.

– Өндәшмәһәң дә, хуплайһың.

– Ул ысынлап та фән кешеһе. Эҙләнә-тикшеренә. Әллә нимәләр соҡоп килтереп сығара. Профессорҙар менән дә бәхәсләшеп китә...

– Тынғыһыҙ әҙәм икәнен беләм! Арҡыс-торҡос баҫа ла ауыл хужалығы институтының бөтә ятаҡтарын барлап сыға. Танымаған кешеһе юҡ. Теге ваҡыт мине лә тотоп алды...

– Аспирантурала ҡаласағын әйттеме?

– Мине лә өгөтләне. Оҙон ҡулдарын болғап, тегендә-бында сапҡан Рәхимдәрҙән кәм түгеллегемде бик яҡшы беләм. Шулаймы?

– Уныһы шулай, – тине ҡыҙ. – Ләкин ауылдаштарыңа, уҡытыусыларыңа ла вәғәҙәләр әйтеп киткәйнең. Бөтәһе лә һине көтә, йәш агроном.

– Минен ғилем юлын һайлауым оҡшамаймы әллә. Камила? – Ғәзинур унын ҡулынан тотоп алды. – Ҡарашым киңерәк була бара. Алыҫҡараҡ ҡарайым хәҙер. Шулай тейеш.

– Оҡшай. Тик ниндәй маҡсат һине күптән һайлап алған юлыңдан ситкә тайпылырға мәжбүр итә?

– Камила, төрттөрмә инде, – Ғәзинур ғәйепле йылмайҙы. – Тағы ла һине ике-өс айҙан алып китәм, һин дә бында буласаҡһың. Мин нисек хәл иттем, шулай буласаҡ. Ауылдағыларға иғтибар итмә, беҙгә йәшәргә кәрәк бит.

Камила унын менән ризалашты. Ғөмүмән, Ғәзинурҙың көтмәгәнсә һәм ҡапыл хәл итеүе уға оҡшай. Маҡсатлы, үҙ-үҙенә ышанған кеше генә шулай эшләй. Хәйер, быға тиклем популяр булған “Бөтә синыф менән – ауылға!” тигән саҡырыу онотолоп, көнүҙәгенән алып ташланғайны. Ғәзинур үҙе лә уны бер саҡ “бала уйыны” тип ысҡындырҙы...

Бына шулай тормошҡа алған йүнәлеш бишенсе курс аҙағында ҡапыл ғына үҙгәрҙе. Ул артабанғы яҙмышҡа йоғонто яһаны.

Йыш хатлашып торҙо улар. Ахыр сиктә, әсәһе лә Ғәзинурҙын ғаиләлә буласаҡ роле менән килеште. Үҙенен дә ҡай саҡ: “Ана, беҙҙен буласаҡ кейәү”, – тип ыскындырғаны булды, һәр хәлдә, көҙ-ҡыш айҙарында ҙур туй буласағы бөтәһенә лә мәғлүм ине. Октябрҙең етеһендә хәбәр итмәй-нитмәй генә Ғәзинур ҡайтып төштө. “Камила, беҙгә йәһәтерәк өйләнешергә кәрәк”, – тине ул ныҡышмал тауыш менән. Камиланың шат йөҙөн күргәс, ҡулындағы пакетын асты. “Был һинә туй күлдәге. Хәтерләйһеңме, йәй һайлағайныҡ, ана шул”. Ҡыҙ ҡыуанысынан ҡысҡырып ебәрҙе лә Ғәзинурҙы ҡосаҡлап алды: “Йәнем, йәнекәйем минең!” Тиҙ генә туйға әҙерлек башланды, бөтәһе лә зыҡ ҡупты. Ҡунаҡтарға саҡырыу ебәрелде, кәрәк-яраҡтар эҙләп, районға баҙарға киттеләр. Ата-әсәһе, ваҡ-төйәк алырға тип, Орск ҡалаһына юл тотто.

* * *

Камила өй йыйыштыра ине, шул саҡ кемдер һаҡ ҡына ишек шаҡыны. “Инегеҙ, ин!” – тип ҡысҡырҙы Камила. Өйгә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына аҙымдар менән бер ҡыҙ килеп инде. Шат йылмайған Камила ҡунаҡты түргә саҡырҙы.

– Үтегеҙ! Кем булаһығыҙ һун? Танымайымсы.

– Камила, һин мине белмәйһең... Исемем Гүзәл.

– Эйе, Гүзәл, тыңлайым һеҙҙе.

Ҡыҙ ҡапыл бер аҙым алға атланы.

– Камила! Минең балам буласаҡ!

Камиланын йөрәге “жыу” итеп китте, ләкин һаман бер нәмә лә аңламай ине.

– Балаң?.. Эйе...

Гүзәл күҙен ҙур итеп асты ла уға текәлде. Камила һиҫкәнде.

– Ним-мә? Юҡ!

– Ғәзинур...

– Юҡ! – тип өҙөлөп ҡысҡырҙы Камила. – Юҡ, тинем бит. Унын башҡа йөрөгән ҡыҙы булманы! Һәм булмаясаҡ!

– Уныҡы, Камила! – Гүзәл үкереп илап ебәрҙе. – Мин унын артынан Өфөнән килдем!..

– Өфөнән? Нисек Өфөнән! Ул беҙҙең туйға ҡайтты!

– Туйға түгел, ул, Камилаға дөрөҫөн әйтәм, тип ҡайтып китте. Дөрөҫөн тип! Беҙҙең бала буласағын...

– Юҡ! Бар, сығып кит! Кит, юғал!

– Ә бала? Һиңә килтереп ташлайыммы баланы?

“Бала...” Бына ни өсөн Ғәзинур туйҙы ашыҡтырған. Ә ни өсөн туй күлдәге? Хыянатты шулай төҙәтергә уйлағанмы? Камила һиҙмәҫ борон туй яһап ҡалырға, тигәнме? Камила бер ҡасан да белмәҫ, тигәнме? Бала... Нисек инде улай?

– Айырма беҙҙе, Камила! Мин уны яратам!.. Айырма бала хаҡына!..

Камила ҡоро күҙҙәрен уға төбәне.

– Нимә өсөн минә килдең? Кеше бәхетен урлағаныңды беләһеңме?

Шул саҡ Гүзәл унын алдына теҙләнеп төштө.

– Ни өсөн килгәнде беләһен бит. Камила! Ҡыҙған мине!..

– Тор, – тине һалҡын тауыш менән Камила. – Тор, йәлләтмә үҙеңде. Мөхәббәтте теҙләнеп, тубыҡланып һорамайҙар. Ул һиңә үҙе яуап бирер. Мин судья түгел! – Телефонды алды. – Ғәзинур!.. Өйҙә юҡ? Әйтегеҙ, килеп етһен бында. – Унан ҡыҙға боролдо. – Ишет, ул үҙе хәл итер! Үҙе һайлар, ул саҡта... Мин унын менән ер ситенә лә китәсәкмен! – Тыштан ҡустыһын саҡырҙы. – Йәмил, мине Үрнәккә алып бар! Сәриә апайымдарға! Мин килгәнсе, Гүзәл, бында эҙең дә булмаһын!

Йәмил ҡустыһы уны мотоциклда Үрнәккә алып барып ташланы. Ғәзинур менән Гүзәлдең осрашыуына шаһит булырға теләмәне Камила. Был сетерекле хәлдән сығыу юлын тәүәккәл Ғәзинур үҙе табыр, тип өмөтләнде һәм эстән Ғәзинурға ышанды. Ышанды... Аңлашыр өсөн Ғәзинур унын янына Үрнәккә үҙе килергә тейеш ине. Ул саҡтағы аҡылы менән Камила шулай хәл итте.

Ә Ғәзинур күренмәне. Ике көндән уны атаһы менән әсәһе килеп алды. Ҡыҙының төпкә батҡан күҙҙәрен күргәс, әсәһе илап ебәрҙе.

– Нишләнең һин, балам! Нишләнек беҙ?.. Хур ғына булдыҡ...

– Мин хур булманым, әсәй. Берәүҙе лә алдаманым, әүрәтмәнем. Хыянат итмәнем. Ә ул дөрөҫөн һөйләр өсөн дә килмәне.

– Электән шул егеткә ышанысым булмағайны ла бит... Ни хәл итәһен...

Камила күккә баҡты:

– Минең өсөн тормош бөттө.

– Юҡ, балам, юҡ. Һинен тормош башлана ғына әле...

– Ул ҡайҙа?.. Әле ауылдамы?

– Киттеләр. Аталары йәһәтләп бата уҡытҡандар ҙа ултыртып та ебәргәндәр.

Ҡыҙ сайҡалып китте. Саҡ-саҡ тотоп өлгөрҙөләр.

– Ҡайттыҡ, әсәй, – Камила атларға итте, ҡапыл күҙ алды ҡаранғыланды.

Шул ҡайтыуҙан ул бер ай түшәктән тормай ауырыны. Әкрен һауыҡты, сөнки йәшәүҙең бөтә мәғәнәһен юғалтҡайны. Шулай ҙа йәшәргә кәрәк!

Был ҡыш элеккеләренә оҡшамағайны. Асҡаҡ һыуыҡ торҙо, шунан ыжғыр дауыл башланды. Буранлы көндәр үткәс, ул үҙендә бер көс тойҙо. Кискеһен әкрен генә атлап тышҡа сыҡты. Бөтә тирә-яҡты ҡалын ҡар ҡаплаған. Ҡараңғылыҡ аҡ ҡарҙы серле күк төҫкә мансыған. Тып-тын. Һиллек. Иҫкән ел дә юҡ. Шундай бер тынлыҡ ки, әйтерһең, бөтә ғаләм татлы йоҡоға талған. “Мин бер үҙем”, тине ҡыҙ. Унан өҫтәне: “Тағы ла тынлыҡ”. Тирә-йүнгә күҙ йүгертте. “Тынлыҡ һәм тағы ла мин... Тынлыҡ, ишетәһеңме, мин япа-янғыҙмын. Ә һин беләһенме яңғыҙлыҡтың нимә икәнен?” Ҡыҙ йәнә ян-яғына күҙ йүгертте. Шул саҡ күңеленә ниндәйҙер йылылыҡ үтеп ингәнен тойҙо. Камила күҙҙәрен йомдо. “Мин дә яңғыҙмын, – тип яуап биргән һымаҡ булды тынлыҡ. – Ә яңғыҙлыҡ – иң ышаныслы дуҫ. Ул һатмай, алдашмай. Дуҫтарың хыянат иткән саҡта ла яңғыҙлыҡ һиңә тоғро ҡала. Хыянат итә белмәй ул. Мин тынлыҡ, шуға ла бөйөк...”

– Камила! – Әсәһе ишекте асып уға өндәште.

– Мин бында, әсәй!

– Шат күренәһең, балам.

– Беләһеңме, әсәй, мин әле генә тынлыҡты тыңланым. Ул минен кескәй генә йөрәгемә әйтеп бөтөргөһөҙ хозурлыҡ бирҙе, һиллек менән тултырҙы. Мин унын серен аңланым...

Камила бирелеп үҙенең эшенә кереште. Бөтә ваҡытын мәктәптә үткәрҙе. Шулай ғына ул йөрәкте ашаусы уй-хәсрәттәренән арыныр ине. Балалар менән аралашыу йәшәүгә дәрт, күңелгә көс бирҙе. Уҡыусылары уны шул тиклем яратты. Үҙҙәре лә апайҙарына хәлдәренән килгәнсә ярҙам итергә тырыштылар. Күңел яраларын бөтәштереүҙә. Киләсәккә ышаныс менән ҡарауҙа. Кескәйҙәр йөрәге үтә лә һиҙгер була шул.

Үткән ваҡыт эсендә ул бер генә тапҡыр ҙа Ғәзинурҙың исемен әйткәне булманы. Гүйә, был кеше уның өсөн үлде. Ул ҡайҙа, ни эш бөтөрә, уңыштары ниндәй, ҡайтып йөрөймө, ҡатыны менән нисек йәшәйҙәр – һорашҡаны ла, ҡыҙыҡһынғаны ла булманы. Үҙ эсенә йомолдо. Ҡыҙы ниндәй хәбәр менән йәшәй, киләсәге тураһында нимә уйлай – әсәһе был турала белә алманы. Элекке Камила түгел ине ул. Әйтерһең, алмаштырып ҡуйҙылар. Етди, талапсан. Нимәлер уйлап сығара, ойоштора, тәҡдим итә, яңылыҡ эҙләй, күтәреп ала, тәүәккәл генә атҡарып ҡуя. Мәктәп эшен шундай итеп алып барҙы – исемен район мәктәптәрендә лә яҡшы белделәр.

Ике йылдан уңған, тынғыһыҙ уҡытыусыны Иҫән тулы булмаған урта мәктәбенә уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса мөдир итеп эшкә саҡырҙылар.

* * *

Иҫән ауылында эш башлауға ярты йыл үтеп китте. Ҡышҡы кистәрҙең береһендә өҫтәл артында дебет шәлгә төрөнөп, яҙыу-һыҙыу менән булышҡан бер мәлдә, фатир хужабикәһе ишекте асты.

– Ҡыҙым, һиңә ҡунаҡ килгән.

Камила күтәрелеп ҡараны. Ҡаршыһында ҡояштай балҡып, мәктәптә бергә уҡыған синыфташы Илфат баҫып тора ине. Ҡыҙ үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Әкрен генә урынынан торҙо, ике ҡулын алға һуҙып, Илфатҡа табан атланы. Сәсе элеккенән дә ҡарараҡ һымаҡ. Ниндәй мыҡты кәүҙәле булып киткән! Етмәһә, мыйыҡ үҫтереп ебәргән бит әле килештереп. Маңлайында һырҙар барлыҡҡа килгән. Бына шулай кеше олпатланалыр инде. Илфат унан ҡарашын айыра алмайынса, һаман йылмая. – Үҙеңде бер ҡосаҡлайым әле, синыфташ! Рөхсәт итһәң!.. – Унан тағы ла Камилаға тултырып ҡараны. – Һин элеккенән дә һылыуыраҡ булып киткәнһең!..

Илфат Ҡаҙанда мединститутты тамамлағандан һуң Себер яғына сығып киткәйне. Шунан бирле күрешкәндәре булманы.

– Рәхмәт, йылы һүҙеңә, дуҫҡайым! – Камила ихлас яуапланы. – Ә һин отпускыға ҡайттыңмы?

– Юҡ, бөтөнләйгә. Мин хәҙер Стәрлетамаҡта, Камила.

Үткәндәрҙе иҫләп бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар. Ахыр килеп, Илфат тел осонда торған һорауын бирмәйенсә булдыра алманы.

– Мин һеҙҙе... Ғәзинур менән бергәлер, тип уйлай инем. Бөтәһе лә хәл ителеп бөткәйне бит...

Камила ситкә ҡарап моңһоу йылмайҙы.

– Һуңғы һынауҙы үтә алманыҡ. Уны үҙебеҙ ҡатмарландырҙыҡ. Хәҙерге аҡыл юҡ ине ул саҡта. Беренсе һәм тәүге мәртәбә йәшәгәс... Бик аҡыллы, теүәл булыр өсөн һәм мәргән атыр өсөн ҡат-ҡат йәшәп ҡарарға кәрәктер ул.

– Шулай ҙа, Камила...

– Хәҙер уйлап та ҡуям, бәлки, шулай кәрәк булғандыр... Унан өҫтәйем: икебеҙ өсөн дә бөтә йәшәү йәме емерелер булғас, нишләп шулай кәрәк булһын, ти инде?.. Мин уны әлегә тиклем күргәнем юҡ. Уның да осрашырға ҡыйыулығы етмәй, ахырыһы. Ышанаһыңмы-юҡмы, беҙҙең һаман да аңлаша алғаныбыҙ юҡ. Уртаға бик ҡалын, бейек кәртә ҡуйылды.

– Ғәзинурға ҡарашың үҙгәрмәнеме?

– Миндә ике тойғо көрәшә. Улар алышы туҡтамаҫ, ахырыһы. Ә, бәлки, миндә ике Камила йәшәйҙер? Баяғы һүҙең... онотманыңмы, тиһеңдер. Юҡ, Илфат, онотманым. Оноторлоҡ көс юҡ миндә.

Илфат урынынан тороп баҫты. Тәҙрәнән тышҡа ҡараны.

– Илфат, үҙең тураһында ла һөйлә. Өйләндеңме?

Егет баш сайҡаны. Яңынан Камила эргәһенә килеп ултырҙы.

– Юҡ, Камила.

– Осратырһың, табырһың.

Илфат ҡыҙҙың ҡулдарынан тотоп алды.

– Әйт әле, Камила, үҙеңде үткәнгә бағышлап йәшәү бәхетһеҙлек түгелме ни?

– Илфат, мин бик күптәр татымаған иң ҙур тойғоно кисерҙем. Мин бөтә йөрәктән яраттым һәм яратылдым. Ул эҙһеҙ генә, тиҙ генә юғалмаясаҡ, юйылмаясаҡ. Юҡ, Ғәзинур ҙа мине бер ҡасан да онотмаясаҡ – быны беләм. Моғайын, бындай көслө хис-тойғо менән кеше үҙ ғүмерендә бер мәртәбә генә яна алалыр. Ҡалғандары ҡабатлау ғына. Бая әйтмешләй, ҡабат-ҡабат йәшәү шыма, хатаһыҙ йәшәүгә килтерер ине. Ләкин уны ысын мәғәнәһендә "йәшәү" тип атап булмайҙыр... Һөйөүем дә, яныуым да тик үҙемдеке.

Илфат башын ҡалҡытты.

– Мин дә бит шулай көслө яраттым. Ул ҡыҙҙы һөйгән шикелле берәүҙе лә ярата алманым.

– Был осраҡта кәңәш бер генә төрлө: уның өсөн көрәшергә кәрәк. Әгәр һуң түгел икән... Мөхәббәттә ҡурҡаҡ булма. Ғәзинур ҙа шулай...

– Ғәзинур?.. Эх, Камила, һин мине аңламаның!

– Нишләп? – Камила аптырап егеткә ҡараны, уның төҫө үҙгәреп китте.

– Ул – һин, Камила. Был – йөрәк түрендә һаҡлаған иң ҡәҙерле серем.

Камила, ғәжәпкә ҡалыуын һиҙҙермәҫкә тырышып, йылмайҙы.

– Илфат, һин бит Ғәзинурҙың иң яҡын дуҫы булдың.

– Эйе, булдым, һине йәнә лә бер мәртәбә күрер өсөн кескәй генә мөмкинлек тә ине бит ул. Мәктәптә генә түгел! Ни өсөн мин Өфө-Ҡаҙан юлын йыш тапаны, тиһең?.. Тик һин генә мине күрмәнең, барлығымды тойманың. Был матур сихри күҙҙәр бүтән берәүҙе – тик Ғәзинурҙы ғына күрә ине шул. Һәм был күҙҙәр бәхетле ине. Мин һоҡланып туя алмаған күҙҙәр...

– Илфат, дуҫҡайым, ҡалдырайыҡ был һөйләшеүҙе.

– Юҡ, уны ҡасан да булһа һиңә әйтергә тейеш инем. Хәтерләйһеңме, беҙ күмәкләшеп, синыфташтар менән ҡырға сыҡҡайныҡ, һиңә бер ҡосаҡ томбойоҡ сығарып биргәйнем. Шул саҡта һиңә бөтәһен дә әйткән һымаҡ инем. Үҙем ҡосаҡлаған сәскәләр аша... Уларҙы күкрәгеңә ҡыҫҡан килеш һин Ғәзинурға төбәлдең. Шундай шат, шундай сағыу... Мин башты эйеп, ситкә атларға мәжбүр булдым, һеҙҙе айырыр көс юҡ ине. Хәҙер ҙә быға ышаныуы ҡыйын, һуңынан да... – Бөтәһе лә еңел генә сиселеш тапты, – Камила байтаҡ өнһөҙ ултырҙы. – Минең өсөн Ғәзинур донъяла иң көслө кеше ине. Уның шул көсөнә, тәүәккәллегенә ышандым. Үҙемә тәүәккәлерәк булырға кәрәккән икән. Йәшәй-йәшәй ул да бер аҙ үҙгәргән, мин дә... Тимәк, уға элеккесә, мәктәптә уҡығандағы һымаҡ, ҡарарға тейеш булмағанмын. Тормош ҡына түгел, әҙәм балалары ла үҙгәрә бит. Хәҙер бер-беребеҙгә яҡын килергә лә ҡурҡабыҙ, буғай. Шул уҡ Ғәзинурмы ул, шул уҡ түгелме? Ә Камила?.. – Ни өсөн ошоға тиклем ул һине бер тапҡыр булһа ла күрергә көс тапмаған? Ғәфү үтенер өсөн булһа ла. Был һиңә күп нәмә тураһында һөйләй түгелме, Камила? Уның урынында булһам, һине эҙләп ете диңгеҙ кисер инем... Камила, сыҡ миңә кейәүгә! Һине бәхетле итер өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкмен!..

Камила урынынан тороп баҫты. Дебет шәле һыпырылып иҙәнгә төштө. Ҡыҙ быны һиҙмәне, буғай. Илфатҡа яуап итеп әкрен генә баш сайҡаны.

– Беҙҙе яралы үткәндәр бәйләй. Ҡайҙа барһаҡ та, нимә эшләһәк тә, бер кеше арабыҙҙа торасаҡ. – Камила Илфаттың ҡулынан тотто. – Яратҡан дуҫым булып ҡал! Бәхетле ит мине шулай!..

Был һөйләшеүҙән һуң Илфат бер нисә мәртәбә килеп китте уның янына. Камила егетте өмөтләндермәне. Ахыры, үҙе лә аңланы. Шулай ҙа тәүге осрашыуға ике йыл үткәс кенә өйләнде. Камила был турала ишеткәс, дуҫына бөтә күңелдән бәхет теләне. Илфаттың туй алдынан ебәргән открыткаһын әле лә ҡәҙерләп һаҡлай: "Мин мөхәббәттең ялҡынында көйөүҙән, көтөүҙән ҡурҡманым, ләкин мөхәббәтем булды яуапһыҙ, һөйгәнеңдән һөйөл, үҙең һөй, мөхәббәтең менән ҡауыш, Камила!" Уның Ғәзинур янына барғанын ишетте ҡыҙ. Нимә тураһында һөйләшкәндәрҙер, билдәһеҙ, әммә йәй Ғәзинурҙың Иҫәнгә килеп, үҙен эҙләгәнен ишетте. Ул ваҡытта Камила дуҫтары менән сәйәхәткә сығып киткәйне, осраша алманылар. Ғәзинур!.. Телефон номерын ҡалдырған. Ҡағыҙ киҫәген уста йомарлап оҙаҡ ултырҙы Камила. Бәлки, уның бөтә яҙмышы ошо номерҙалыр? Юҡҡа эҙләмәгәндер бит уны Ғәзинур? Шылтыратырғамы? Үткәндәр шәүләһе артынан йөрөү түгелме был? Әгәр ҙә Камила уйлағанса булһа, Ғәзинур барыбер уның янына килергә тейеш тә баһа! Бүтәнсә булһа?.. Ҡыҙ шылтыратманы.

Курсташы Рәхим Өфөнән районға экспедицияға килешләй уны үҙе эҙләп тапты. Студент йылдарын хәтерләп, оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар. Ул староста булды. Рәхимде курста бик ярата торғайнылар. Кешелекле, ярҙамсыл ине шул. Әле лә һис кенә үҙгәрмәгән. Шундай уҡ ябай, алсаҡ. Мәктәпкә әллә күпме ярҙамы тейҙе. Уҡытыусылар ҙа, бала-саға ла бик яратып ҡалды үҙен. Ошо хәл сәбәпсе булдымы – Камиланың күңелендә Рәхимгә ҡарата ихтирам тойғоһо көсәйҙе. Дуҫлыҡтары өҙөлмәне. Егет Өфөгә ҡайтып киткәс тә шылтыратып торҙо. Камиланы һәр саҡ үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы.

"Яңы тормош башларға кәрәк", – был фекер ҡапыл килде ҡыҙҙың башына. Хатта үҙе лә аптырап ҡуйҙы. Ғәзинурҙан хәбәр-фәлән булманы. Ысынлап та, үткән менән йәшәү дөрөҫ булмаҫ. Элекке һымаҡ һөйөү булмаҫ инде булыуын, әммә бәхет төшөнсәһен башҡасараҡ аңларға ла ваҡыт ет-кәндер. Бер-береңде ихтирам итеү, аңлаша белеү бәхет нигеҙен тәшкил итә. Тойғолар ҙа һәлмәкләнә. Ғәзинурға булған хис-тойғолар тоноҡлана төштөмө әллә? Рәхимдең саҡырыуын тыңлап, Камила ҡышҡы каникулда Өфөгә юлланды. Хәйер, үҙенең йомоштары ла байтаҡ ҡына ине. Шул уҡ кис Рәхим менән театрға барҙылар. Фойела йөрөп әйләнделәр, унан һөйләшә-көлөшә тамаша залына йүнәлделәр. Камила ҡапыл, нимәнәндер һиҫкәнеп, башын күтәрҙе. Ҡаршы яҡ ишектән Ғәзинур инеп килә ине. Ҡатыны ҡайҙалыр ситкә ҡарап атлай. Ғәзинур менән Камиланың ҡараштары осрашты. Ғәзинурҙың ҡаштары һиҙелер-һиҙелмәҫ өҫкә сөйөлдө. Эргә-тирәләге бар нәмә юҡҡа сыҡты. Донъяла, гүйә, ошо икәү генә тороп ҡалды. Тәү башлап Камила иҫенә килде. Баш ҡаҡты. Ғәзинур яуап бирҙе. Ҡыҙ, ҡарашын көс-хәл менән унан айырып, ситкә боролғандай итте. Рәхимде ҡултыҡлап ары атланы. Ғәзинур баҫҡан килеш тора бирҙе. Камила урынына барып ултырғас, ҡарашы менән йәнә Ғәзинурҙы эҙләне. Ана, башын аҫҡараҡ эйгән килеш алғы рәткә үтте. Ҡатыны ҡулын болғай-болғай ниҙер һөйләй. Ире уны ишетмәй шикелле. Башын бөтөнләй икенсе яҡҡа борған. Бер аҙ ултырғас, артҡа ҡайырылды. Йә Хоҙа, тәнде зымбырлатҡан, эҫеле-һыуыҡлы иткән шул уҡ күҙҙәр! Ошо йылдар бер нәмәне лә үҙгәртмәнеме ни? Камиланы эҙләйме был арбаусан күҙҙәр? Тапмай. Шулай яҡшыраҡ. Шулай яҡшыраҡ... Камила боҫҡандай итте. Юҡ, тапһын ине, күрһен ине уны! Әйтһен ине күҙҙәре менән үҙенең сикһеҙ һөйөүен! Камиланы ғына һөйөүен! Йәнде телгеләгән нәфрәт уты гөлтләп һүнде, юҡҡа сыҡты. Йөрәкте әйтеп аңлатҡыһыҙ шатлыҡ биләне, унан – һағыш...

– Оҡшаймы спектакль? – Сәхнә яғынан күҙ алмаған ҡыҙҙан Рәхим ҡәнәғәт тауыш менән шулай тип һораны. Камила яуап итеп йылмайырға тырышты. Спектакль нимә тураһында һуң? Сәхнәгә баҡҡан килеш ул сәхнәне күрмәй ине. Бите буйлап һырылып төшкән бөрсөк йәшен һыпырҙы ла яуап ҡайтарҙы.

– Тормош тап ошо сәхнә һымаҡ. Көлөр мәлдә илата, илайым тигәндә көлөргә ҡуша. Мин үҙем дә бөгөн сәхнәлә...

– Шәп спектакль! – Рәхим ҡыҙҙың һүҙен ҡеүәтләгәнен белдерҙе, ихлас баш ҡаҡты, хатта беләгенән ҡыҫып тотоп һөйөп ҡуйҙы.

Тәнәфестән һуң Ғәзинурҙар кире инмәне. Камила спектакль бөткәнсе буш урындан күҙен алманы.

Иртәгәһен Рәхим курсташы хөрмәтенә дуҫтарын ҡунаҡҡа саҡырҙы. Араларында Сәлмән исемле шағир телгә бөткән булып сыҡты. Хәбәрен ҡоя ғына, бер ыңғайҙан әллә күпме шиғырҙарын уҡып ташланы.

– Мин мөхәббәт темаһына яҙырға яратам, сөнки ул, йәғни, мөхәббәт, бөтә дәүерҙәрҙә лә бер иш яңғырай. Хис-тойғо, кисерештәр иҫкермәй. Тимәк, күпме яҙһаң да була. Унан кеше ялҡмай.

– Тик ҡайһы бер шиғырҙарың бер төрлөрәк яңғырай. Ҡабатланыу булмаһын өсөн нимә эшләргә?

– Яңы мөхәббәт эҙләргә!

– Мөхәббәт һүҙен үтә ябайлаштырып ебәрәһең түгелме? – тип һүҙгә ҡушылды Камила.

– Бәлки. Шулай ҙа шағир хис-тойғолар ҡойононда йәшәргә тейеш, һөйгәнең менән ҡауышыу, йәғни ғаилә ҡороу тигәнде әйтмәйем мин. Мөхәббәт һәм ғаилә – икеһе ике нәмә. Мөхәббәт яратҡан кешеңде идеаллаштырырға мәжбүр итә, ә көнкүреш бының киреһен раҫларға тырыша, һәм ул еңә лә...

– Әгәр мөхәббәттәрен һаҡлай алмайҙар икән, үҙҙәре ғәйепле!

– Ҡайһы саҡ ғашиҡтарҙың ҡауышмауы хәйерле. Улар бер-береһенә булған яҡты хисте ғүмер буйы йөрәктәрендә йөрөтә. – Сәлмән Рәхимгә ҡараны. – Рәхим, хәтерләйһеңме, һин бер танышың тураһында һөйләгәйнең. Хатта яңыраҡ та телгә алдың бит әле!.. Был егеттең мәктәптә уҡығанда уҡ дуҫлашҡан ҡыҙы була. Институтты бөткәнсе дауам итә дуҫлыҡтары. Уларҙы бер-береһенән айырыр көс булмаҫ, тигәндәр. Ә бөтәһе лә үтә ябай, үтә ғәҙәти хәл ителә. Икенсе, бөтөнләй уйламаған башҡа ҡыҙ уны дачаға алып китә... – Сәлмән мәғәнәле күҙ ҡыҫты. – Уларҙың хәлдәре беҙгә мәғлүм түгел, әммә бер-ике айҙан ошо ҡыҙ егетте үҙенә өйләндерттереп тә ҡуя. Ғаиләлә мөхәббәт бармы-юҡмы – икеле. Шуныһы – һаман бергәләр. Ә тәүге мөхәббәтенә, һөйгән ҡыҙына хәҙер арнап ялҡынлы шиғырҙар яҙһа, мин һис ғәжәпләнмәҫ инем. Мөхәббәт ижад өсөн кәрәк.

Камиланың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ул тамағын ҡырҙы.

– Кем һуң ул егет? Һеҙ берәй шағир тураһында һөйләйһегеҙме?

– Бер кем тураһында ла түгел. Сәлмән, һөйләмә юҡты, – Рәхим һүҙҙе ситкә борорға тырышты.

– Аңламайым, – тегеһе иңбашын йыйырҙы. – Үҙең һөйләгән ваҡиға ла баһа! Юҡ-юҡ, ул егет шағир түгел. Былай ғына миҫалға килтерҙем. Яңылышмаһам, ул егет ауыл хужалығы институтын бөтөрҙө. Әле йәшәгән кәләше шул институтта лаборантка булған. Егеттең артынан саба башлағас, әйткәндәр: "Кеше бәхетенә ҡул һонма, ул барыбер һиңә ҡарамаясаҡ". Ҡыҙ хатта бармаҡ янап бәхәсләшкән: "Теге ҡыҙға кәрәк һөйөү миңә кәрәкмәйме? Мин көрәшәм һәм еңәм!" – тигән, һүҙендә тора, егеттең һөйгәне янына: "Минең балам буласаҡ", – тип бара. Ә мәхлүк егет, йәғни заман мәжнүне, үҙенең һөйгәне янына бөтәһен дә һөйләр, аңлатыр, ғәфү үтенер өсөн ҡайтҡан була. Тел төбөмдән аңлайһығыҙҙыр, әфәнделәр-ханымдар – өлгөрмәй ул. Теге йылғыр ҡыҙ бөтәһен дә бутай. Шулайтып, егетте эйәртеп кире Өфөгә китә. Йәшәйҙәр бына нисә йыл. Ә һеҙ мөхәббәт тигән булаһығыҙ. Рәхим, йыйырма ҡашыңды, кем әле ул егеттең исеме?

Камила үҙе лә һиҙмәҫтән тороп баҫты. Күҙҙәрен ҙур асҡан килеш балконға табан атланы. Ҡапыл табындағылар шып-шым ҡалды. Рәхим ҡыҙҙың артынан ташланды:

– Камила!

– Ҡалдыр, зинһар, яңғыҙымды. – Тауыш ҡаты яңғыраны.

Башын эйгән Рәхим ҡунаҡтары яғына сығырға мәжбүр булды. Камила күккә төбәлде: "Йә Хоҙа! Нисә йылдар буйы дөрөҫлөктө белмәй йәшәгәнмен! Ғәзинур менән йылдарға һуҙылған саф дуҫлыҡ күҙ асып йомған арала селпәрәмә килде. Мөхәббәт тигәнебеҙ быяла тау ғына булған. Мәкер, хәйлә үлемһеҙ! Бәхетлеме икән хәҙер Гүзәл? Күҙ йәштәре аша уға инәлгән Гүзәл. Тормош сәхнә икәнен ҡалай һуң аңланым... Кем оҫта уйнай, шул еңә... – Камила сытырлатып күҙен йомдо. – Юҡ, һин мәкер менән алдырһаң, мин дөрөҫлөк менән еңермен!"

Ҡыҙҙың эргәһенә йүгерә-атлай Сәлмән килеп баҫты:

– Камила, ғәфү ит мин алйотто!

Камила уйсан ғына йылмайҙы, баш сайҡаны.

– Ә нимә өсөн ғәфү үтенергә? Һин миңә бары дөрөҫлөктө генә асыҡларға ярҙам иттең. Ҡайһы бер нәмәләргә башҡасараҡ ҡарарға кәрәк икәнен төшөндөрҙөң, һуҡырлыҡтан ҡотолғандай булдым.

– Уйламай һөйләгән ауырымай...

– Улай түгел. Ихлас әйтәм, күңелдән бер юшҡын юйылды. Эсте өйкәгән ҡайһы бер һорауҙарға яуап таптым. Сәғәте һуҡҡан булғандыр.

...Эх, йәшлек, йәшлек! Тиле саҡ. Ашығып хөкөм итәбеҙ. Ялғанды ысындан, хәҡиҡәтте хатанан айырырға өйрәнгәндә ҡабаланмаҫҡа икәнен белмәйһең бит һин! Мәкер ҡорған тоҙаҡҡа үҙебеҙ барып инәбеҙ, уның ҡағиҙәләренә буйһонабыҙ...

– Рәхим, һин бит дөрөҫлөктө белгәнһең.

– Мин генә түгел, ул хаҡта башҡалар ҙа белә ине...

– Ә мин уны һинең дуҫыңдан ишеттем, һәм хәҙер мин элекке Камила түгел. Ғәзинур менән яһаған хатаны беҙ үҙебеҙ төҙәтербеҙ. Хуш бул, Рәхим!

– Камила!

– Хуш-һау бул. Мине эҙләмә.

Камила Ғәзинурға шылтыратты.

– Был мин.

– Камила!

– Мин.

– Камила!..

Осрашҡас, ҡулға-ҡул тотоношоп, оҙаҡ һүҙһеҙ баҫып торҙолар. Бөтә уйлағандар, әйтергә теләгән һүҙҙәр онотолдо. Тын ҡалған килеш бер-береһенән күҙҙәрен ала алманылар. Был тынлыҡ һүҙгә ҡарағанда көслөрәк ине. "Сикәһенә сал йүгергән, күҙҙәре төпкә батҡан. Шулай ҙа ул элеккесә мин яратҡан Ғәзинур!" – тип уйланы Камила. "Мин һөйөп, мин ҡарап туя алмаған Камилам. Шул уҡ күҙҙәр. Бер аҙ уйсан, арығандыр ҙа. Ошо ҡараш мине көйҙөрҙө, ошо ҡараш үлтерҙе..."

Камила ымлап эскәмйәгә күрһәтте. Элекке саҡтағылай иңгә-иң терәшеп ултырҙылар. Ҡарашып алғас, йылмайыштылар.

– Мин һине үҙем эҙләп таптым. Ете йылдан һуң, – тине Камила. Был һүҙҙәрҙе ишеткән Ғәзинур әллә нимә эшләп китте..

– Юҡ, Камила, – тине ул эске һыҙланыу менән. – Үткән йылдарҙа һин минән ҡасып йәшәнең, һин мине ғәфү итә алманың. Юғалтыусы ла, эҙләүсе лә мин булдым.

– Эҙләүсе... Тик эҙләүсе мине таба алманы... – Камила тултырып һөйгәненә ҡараны. – Әйт, ни өсөн килмәнең Үрнәккә?

– Үрнәк?

– Мин бит Гүзәлгә әйтеп киттем. "Үҙе һайлар, теләһә, артымдан килер, ул саҡта мин Ғәзинур менән ер сигенә лә китергә әҙер", тинем.

Ғәзинур ҡулдарын йоҙроҡлаған килеш маңлайына терәне.

– Һуң... "Мине эҙләмәһен. Мәңге таба алмаҫ, мәңге ғәфү итмәм", тимәнеңме ни? Ул Камила шулай тип әйтергә ҡушты, тине. Их, һин шылтыратҡанда нишләп кенә өйҙә булманым икән? Ҡайтып ингәндә Гүзәл беҙҙә ине. Атайыма бөтәһе лә билдәле. Ныҡ ярһыған, уны ла аңлап була... Шулай ҙа һине эҙләп йүгерҙем. Ҡайҙалығыңды белеүсе бер әҙәм булһасы! Уғаса булмай, ағайымдарҙы алып, атайым килеп етте. "Кемде әүрәткәнһең, шуның менән китәһең!" Атайға нисек дөрөҫөн һөйләйһең? Бата уҡыттылар. Шунан китергә тура килде... Тағы ла ҡайттым һинең арттан. Өйөңә индермәнеләр. Хаттарыма яуап яҙғаның булманы.

"Миңә уларҙы тапшырманылар. Бәлки, "Ғәзинур минең өсөн үлде", тип әйтеүем быға сәбәп булғандыр? Тиҙерәк онотор, тигәндәрҙер..."

– Ғәзинур, Ғәзинур!.. Һөйөклөм, һинме был мин яратҡан, мин ғорурланған тәүәккәл Ғәзинур? Нишләнең һин? Ҡай саҡ һине танымай китәм. Юҡ, төҫөңдө түгел, булмышыңды... Мәктәптән алып күп йылдар үтте шул. Әллә шуға танымайыммы? – Һинең яратыуың тәүәккәл дә, ҡыйыу ҙа иткәйне мине, һине юғалтыу менән тормош йүнәлешен дә юғалттым шикелле...

"Беҙҙең күңелдәрҙе берәү ҙә айыра алмаясаҡ. Мин үҙ мөхәббәтем өсөн көрәшәсәкмен һәм уны ятҡа ҡалдырмаясаҡмын! Беҙ инде берәүҙең дә мәкер ҡорбаны булмаясаҡбыҙ, һине ҡасандыр үҙ ҡулдарым менән ятҡа тоттороп ебәргәйнем, бынан һуң бөтәһе лә үҙгәрәсәк, һине үҙем менән алып китәсәкмен. Бүтәндәргә генә түгел, үҙемә лә ошо йылдар эсендә бушҡа ғына йәшәмәгәнемде, бушҡа янмағанымды иҫбатлаясаҡмын. Кем генә тормошта хата яһамай! Мин бит һине шарт-дәғүә ҡуймайынса яраттым! Барлығыңды белеү, күрешеүгә өмөт менән йәшәү... Яраттым! Үткән йылдар эсендә был хисем тамсы ла бүҫкәрмәне... Ә һин?"

– Ғәзинур, әйт, миңә булған тойғоларың һүнмәнеме?

– Элеккенән дә нығыраҡ яратам, Камила, – Ғәзинур уның яурынынан тотоп әйтте был һүҙҙе. – Бергә булайыҡ, бәхетле ит мине!

Камила күҙҙәрен селт-селт йомоп йылмайҙы.

– Бергә?

– Ҡайһы бер эштәремде ослайым да... Унан үҙем барып алам һине. Көт аҙ ғына!

– Көтөрмөн. Быға тиклем көттөм бит.

* * *

Әсәләренә ҡайтып килгәндә Камила, һис уйламағанда, синыфташы Айгөл менән осрашты. Ҡапылғара Айгөлдө танымай торҙо хатта. Үҙен ҡосаҡлап алған йыуан ҡатынға аптырап текәлде лә китте.

– Камила, йәнекәй, әллә ысынлап та танымайһың инде?

– Айгөл! – Хәҙер Камила уны ҡосаҡлап алды. – Танымаҫһың да шул, мәктәпте бөткәндән һуң күрешкәнебеҙ юҡ та баһа. Беҙ һине спорт юлын һайлар тиһәк, һин көтмәгәндә хәрбигә кейәүгә сыҡтың да әллә ҡайҙарға киттең дә барҙың! – Киттең дә олаҡтың, тимәксеһеңдер инде!.. – Айгөл рәхәтләнеп көлдө. – Аллаға шөкөр, ирҙән уңдым, өс бала үҫтерәбеҙ. Бөтәһе лә спорт ярата. Уларға бик өмөт бағлайым. Ә мин үҙ сиратымда һәйбәт әсәй булырға тырышам, – Айгөл етдиләнеп Камилаға төбәлде. – Мин һине күптән инде Ғәзинур менән ҡауышҡандыр, тип уйлай инем... Беҙ, синыфташтар, һеҙҙе һәр саҡ идеаль пар тип иҫәпләй торғайныҡ, хатта көнләшеп тә ҡараныҡ. Ниңә, булды инде... Ә хәҙер тап киреһе килеп сыҡты түгелме? Камила, онот һин уны, тап үҙ бәхетеңде. Ул һиңә лайыҡ түгел, аңлайһыңмы? Теге Ғәзинур мәктәп йылдарында тороп ҡалды бит...

– Юҡ, – тине Камила ҡәтғи тауыш менән. – Ул һаман да элеккесә. Хаталар дөрөҫ юлды табырға ярҙам итә. Аҡыл бирә...

– Һаман яратаһың, үҙгәрмәгәнһең... Ә бит ҡасандыр ул миңә лә ныҡ оҡшай ине. Элек һиңә асыу һаҡлаған булһам, хәҙер килеп шөкөр ҡылам. Үҙеңде уйла, Камила! Уның башҡа кеше менән ҡауышыуы – яңылышлыҡ түгел, ә яҙмыш.

– Яҙмыш... Юҡ, Ғәзинур – минең яҙмышым. Хәҙер улай тип әйтергә хаҡым бар. Шуға ла әле йәшәлгән ғүмерем бушҡа үтмәне, тип уйлайым. Хуш бул, Айгөл!

Түҙмәне, Ғәзинур менән тәү осрашҡан шишмә буйына китте. Был тирә хәҙер бала-саға тауышынан гөрләп тора ла баһа! Камила яҡыныраҡ килде. Өлкән синыф ҡыҙҙары йыйылған. Тап ошо йәштә ул... Тап ошо йәштә... Йә Хоҙа, теге ваҡыттан алып бер нәмә лә үҙгәрмәгән. Шишмә буйына ял итер өсөн дә, хозурланыр, һоҡланыр өсөн дә, татлы һыуын ауыҙ итер өсөн дә киләләр. Киләсәктә лә уға юл өҙөлмәйәсәк.

– Һаумыһығыҙ, апай!

Иҫәнләшкәндән һуң ҡыҙҙар шымып ҡалды. "Ятһыранылар. Уларға ҡамасауланым, ахырыһы..." Көтмәгәндә үҙен артыҡ тойған Камила йәһәтләп ситкә атланы. Юҡ, был инде – икенсе ваҡыт, икенсе заман. Бында Камила үткән эҙҙәр ҡалмаған, шишмәне үҙ иткән, уның янына килеп йөрөгәндәр хәҙер башҡалар...

Әле уның туйы башланыр мәлдә генә нишләп ҡайтып төшкән һуң Ғәзинур? Эш туйға барып еткәндә, хәлде үҙгәртеп буламы ни? Ун етелә, ун һигеҙҙә, егермелә үҙгәртеп булалыр. Инде утыҙ йәшкә еткәндә, бөтәһен дә пыран-заран килтереп, тормошто өр-яңынан башлап буламы ни? Ниңә был көндө көттөң? Нишләп һин гел һуңлап йөрөйһөң? Һуңлап!

...Ике ай үтте. Бөтмәҫ эшенә тотҡарланып, Ғәзинур һаман ҡайтманы. Ул арала Камиланы Үрнәк тулы булмаған урта мәктәбенә директор итеп саҡыра башланылар, һөйгәненән хәбәр көткән ҡыҙ яуапты һаман һуҙҙы. Ниһайәт, Ғәзинур шылтыратты. Камиланың күҙенән йәше бәреп сыҡты хатта.

– Ғәзинурым!..

Ғәзинурҙың һүренке тауышы уны айнытып ебәрҙе. Ҡатыны ҡаты ауырып киткән. Әлеге мәлдә табиптар ҙа асыҡ ҡына бер нәмә әйтә алмай, һаман хәстахананан сығармайҙар. Камиланың күңеле кителде, һүҙ юҡ, Ғәзинурға йәшәгән ҡатыны ҡәҙерле... Ана бит, һуҙа. Был юлы ҡатыны ауырый ҙа, ти. Ләкин сәләмәт сағында ла һуҙҙы бит. Камиланың урыны ҡайҙа? Ул тағы ла көтөргә тейеш. Ҡасанға тиклем? Билдәһеҙ, һин көткән, һин өҙөлөп яратҡан әүәлге Ғәзинурмы һуң ул? Әллә үткән ғүмерендәге хыялын терелтергә маташыу ғынамы?

– Камила, зинһар, мине дөрөҫ аңла... Аҙ ғына көт.

– Көтөрмөн, – тине төшөнкө тауыш менән Камила. – Тағы ла көтөрмөн. – Йөрәгенең бер ҡылы өҙөлгәндәй булды. Күҙенә йәш эркелде. Ниндәй көс һуң уларҙы бер-береһенән алыҫлаштыра? Был ниндәй йырып сыға алмаҫлыҡ ҡуласа булды һуң? Сараһыҙҙан Үрнәккә эшкә барырға ризалыҡ бирҙе. 1 августа ул үҙ өҫтөнә өр-яңы бурыс – директорлыҡ вазифаһын йөкләне.

Үрнәк ят ауыл түгел. Бында туғандарына ҡунаҡҡа килә торғайны. Өйрәнелгән эш, башлап китеүе ауыр булманы. Дөрөҫ, ауыл район үҙәгенән алыҫыраҡ, уның ҡарауы, бындағы тәбиғәт – ожмахтың бер мөйөшө.

Камила мәктәп йортона урынлашты. Уҡытыусылар менән танышты. Ныҡлап эшкә егелгәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Баштағы шикләнеү-икеләнеүҙәренән бер нәмә лә ҡалманы. Уҡытыусылар династияһынан булыуы ла ярҙам итмәй ҡалмағандыр. Заманов фамилиялы физкультура уҡытыусыһы ғына мәктәптә күренмәне. Балаһы ауырый, тинеләр. Бала ауырый тип, эшкә сыҡмай ятҡан ата кешене күргән юҡ ине әле. Бәлки, ҡатыны ла сирләп киткәндер? Ҡатыны, тигәндәй... Күҙ алдына йәнә Ғәзинур килеп баҫты. Ауыр уйҙарҙан арынырға теләгән Камила урынынан ҡалҡынды. Үкенес-һағыш күңелде кимермәһен, һис юғында, физрук ғаиләһен барып күрергә, хәл-әхүәлдәрен белешергә кәрәк. Баҡтиһәң, улар күршеләш кенә икән. Ишекте асыуға, ҡаршыһына биш йәштәрҙәге ҡыҙ бала йүгереп килеп сыҡты.

– Һин минең әсәйемме?

Аптырап ҡалған Камила ни әйтергә белмәй торғанда, ҡыҙыҡай уны ҡосаҡлап та алды. Бер ҡулын төпкө бүлмәгә һуҙҙы.

– Атай, әсәйем ҡайтты!

Ишектән йүгерә-атлай бер ир килеп сыҡты. Яңы директорҙы танығандыр, ҡаушауы йөҙөндә ап-асыҡ сағылды.

– Ғәфү итегеҙ...

Ҡыҙыҡай Камилаға нығыраҡ һыйынды.

– Әсәй!

Мәктәп директорына баланы ҡосаҡлауҙан башҡа сара ҡалманы. Үҙе аптыраған ҡарашын йорт хужаһына төбәне. Тегеһе иһә йәһәтләп ҡыҙына уҡталды.

– Зөлфирә, ул әсәйең түгел.

Камила баланы күтәреп алды.

– Йә, Зөлфирә, әйт әле, һиңә нисә йәш?

– Дүрт.

– Тағы ла әҙ генә ҙурайһаң, әсәйең ҡайтыр. Көтәһеңме?

Заманов ғәйепле тауыш менән һүҙгә ҡушылды.

– Беҙ әле генә әсәй тураһында һөйләшеп ултырғайныҡ... Мин уға һөйләгәйнем...

– Күрәһең, мин һәйбәт әсәйгә оҡшағанмын, – тип көлдө Камила. – Бар, балаҡай, уйынсыҡтарыңды алып кил. Күрһәт миңә.

Ҡыҙыҡай ялп итеп ҡалды.

– Уның әсәһе... – Камила Замановтың күҙҙәренә ҡараны ла бөтәһен дә аңланы. – Ғәфү итегеҙ...

– Ике йыл элек...

– Йә Хоҙа! – Камила йүгереп килеп сыҡҡан Зөлфирәне ҡосаҡлап, башынан һыпырҙы. – Мин һиңә тағы ла килермен, йәме.

– Юҡ, мин дә һинең менән! – Ҡыҙыҡай уға сат йәбеште. Камилаға Зөлфирәне үҙе менән алыуҙан башҡа сара ҡалманы. Бынан һуң ул күршеһе Исхаҡҡа йыш ҡына инеп йөрөр булды. Тәм-том бешерһә, Зөлфирәне саҡырҙы. Үҙенсә ҡыҙыҡайҙы йылылыҡ менән солғарға тырышты. Яңғыҙы ғына бала ҡараған егерме алты йәшлек ирҙе лә йәлләне. Шул уҡ ваҡытта уның оҫта ҡуллы, егәрле булыуына һоҡланды, ҡыҙ балаһын уйлап, тиҙерәк өйләнеү хәстәре күрмәүенә лә ғәжәп итте. Ғәзинурҙан әле ни бары бер генә хат килде. Камила көткән йылы, өмөт тулы һүҙҙәргә ҡарағанда, унда күберәк тормошҡа зарланыу ине. Ҡыйын икән, һине йыуатыр-наҙлар, улай ғына ла түгел, хатта йәнен бирергә әҙер һөйгәнең бар ҙа баһа! Ниңә уның янына ашыҡмайһың? Ҡайҙа элекке ихтыяр көсөң? Был хәл Камиланы утҡа һалды. Күңеле тартмаған кеше менән яфа сиккәнсе, яратҡанына ынтылырға тейеш түгелме ни һуң ул? Нишләп һаман һуҙа? Нимәне хәл итә алмай? Бөтәһе тураһында аңлаштылар бит инде! Әллә улай түгелме? Юҡ икән, асыл, аңлат, Камилаң барыһын да аңлаясаҡ. Ете йыл үтеп китте шул. Хәҙер инде бергә тормош көткән кешеһенә лә өйрәнгәндер. Әҙәм балаһы өйрәнә, күнә бит ул. Тәбиғәте шулай. Бына Камила ла яңғыҙлыҡҡа күнде түгелме ни? Күнде? Ғәзинурҙы көтөүе шул яңғыҙлыҡҡа күнеүҙәнме әллә? Бәлки, йәшлек мөхәббәте һылтау ғыналыр?..

Камила, күңелһеҙ уйҙарҙан арынырға теләгәндәй, тәҙрәнән тышҡа баҡты. Ана, тышта Зөлфирә уйнай, ырғый-һикерә, йүгерә, тыштың бысраҡ икәнен дә тоймай. И гонаһһыҙ бала саҡ!.. Ваҡытынан элек күңелеңә нәжес яҡмаһындар ине... Теге йылда Ғәзинур менән өйләнешкән булһалар, уларҙың да балалары ошолай гөр килеп йүгереп йөрөгән булыр ине. Ә бында, эргәлә, әсә наҙын белмәгән бала үҫә. Уның иһә бала һөйгәне юҡ... Камила тағы ла тышҡа төбәлде. Бәй, Зөлфирә соҡор эсендәге батҡаҡҡа йығылып төштө лә баһа! Ана, сығам тип маташҡан һайын, бысрана ғына бирә. Атаһы өй тирәһендә йөрөй ине түгелме, нишләп күҙ-ҡолаҡ булманы? Камила йүгереп барып ҡыҙҙы сығарҙы ла, етәкләп өйҙәренә алып китте. Ҡыҙын күргәс, Исхаҡ ҡаушап төштө.

– Хәҙер йыуындырам, төшөрөгөҙ...

– Мин үҙем, – тине Камила шелтәләгән төҫлө һәм, йыуынғысҡа күнәктән һыу һалып, баланы йыуындырырға кереште. Шул саҡ Исхаҡ өндәшмәй генә уның эргәһенә йылы һыу һалынған тас килтереп ҡуйҙы. Камила уға күҙен тултырып бер ҡарап алды, унан – һыуыҡ һыу һалынған йыуынғысҡа. Ахыр, хәстәрлекле атайға һүҙһеҙ генә йылмайып баш ҡаҡты һәм Зөлфирәне тасҡа баҫтырып, сайындырырға кереште. Бысраҡ кейемдәрен йыуып элгәс, Исхаҡҡа шаян ҡараш ташлап, һүҙ ҡатты: – Йә, нисек, минән хужабикә сығамы?

Шул саҡ Исхаҡтың күҙҙәре осҡонланып киткәнен күреп, үҙе лә эҫеле-һыуыҡлы булып китте.

Камиланың кейәүгә сығырға йыйыныуын ишеткәс, әсәһе түгелеп илап ебәрҙе. Хоҙай ҡабул итте, ахырыһы, теләген, инде был ҡыҙы өсөн әрнеүҙәре бөтөр. Изге хәбәр хәйерле эштәр менән тамамлана күрһен. Бына шуға ла ата менән әсә туйҙы ашыҡтырҙы: бер ауыҙ бешһә, һыуыҡ һыуға ла өрәһең... Туйға әҙерлек бик ҡыҙыу барҙы. Әсәһенең самаһыҙ ҡабаландырыуы аптыратты Камиланы. Әйтерһең, аҙ ғына кисектерһәләр, ҡыҙын урлап алып китәләр. Хәйер, Камила туйға ҡаршы ла булғайны, ләкин Исхаҡ шулай тине: "Һине туй күлдәгендә күргем килә". Ул алып ҡайтҡан зиннәтле бүләкте күргәс, әллә нимә эшләп китте. Камиланың бер туй күлдәге һандыҡта ята... Дөрөҫ, теге ҡәһәрле көндән һуң бер ҡасан да һандыҡты асып ҡарағаны булманы. Ләкин яталыр бит, кем уға оронһон инде?

Иртәгә туй тигән кесе йома көндө уны аяҡтан йығырҙай хәбәр килтерҙеләр: "Ғәзинур ҡайтҡан". Төҫө үҙгәреп килеп ингән әсәһенә ҡарап, ул башта ҡурҡып китте. Шунан һағайҙы.

– Ҡыҙым, һинең генә түгел, һис ғәйебе булмаған башҡаларҙың да яҙмышы хәл ителә...

– Ғәзинурмы?.. Ҡайҙа ул?..

Ишектән күҙҙәрен ҙур асҡан Ғәзинур килеп инде. Йөҙө ап-аҡ булған Камила уға табан атланы.

– Һин! Ғәзинур, һин нисек бында?

Уларҙың нимә һөйләшкәненә ирекһеҙҙән шаһит булған әсә бер аҙ ваҡыттан һуң телгә килергә, уларҙың һүҙен бүлдерергә батырсылыҡ итте.

– Ғәзинур, миңә биргән һүҙеңде тот. Ваҡыт! Аҡылыңа кил, бөгөнгө туй артында нисәмә яҙмыш...

– Әсәй, үтенәм, ҡалдыр беҙҙе!..

Ишек ябылды. Камила менән Ғәзинур ҡулға-ҡул тотошҡан килеш һүҙһеҙ баҫып торҙолар. Кинәт Камила ҡулын тартып алды.

– Һин ошо көндө көттөңмө?

Нишләп һаман яуап ҡайтармай һуң?

– Ни өсөн һин бында? – Иңрәп сыҡты тауыш.

– Кисектер, – тип бышылданы Ғәзинурҙың ирене.

– Кисектерҙе-е-ем... – тине үкенесле тауыш менән Камила. – Гел кисектерҙем, һинең генә ваҡытың табылманы.

– Ошо ҡарашыңдан... Көйҙөргөс ҡарашыңдан... Ул мине бер ҡасан да ғәфү итмәҫ кеүек тойолдо. Әле лә ул...

"Был ҡараш һәр саҡ һине яратыр, наҙлар, һоҡланыр өсөн эҙләне! Әле лә ул һиңә бағып туя алмай һәм мәңге һоҡланып туя алмаҫ. Тик нимә тип ышандырыр?.. Юҡ, кәрәкмәй, хәҙер һуң... Хәҡиҡәт шунда – инде һиңә бер ҡасан да былай ҡарай алмам..." Һөйгәненең күҙҙәренә әрнеү һәм һағыш менән төбәлде ул.

– Туйға беҙҙе уҡытҡан уҡытыусылар ҙа киләсәк... Шулай уҡ Үрнәктә минең менән бергә эшләгәндәр ҙә...

– Бәхетлеме һуң һин, Камила?

– Көтөү бәхетле итмәй, Ғәзинур. Йәшәү бәхет бирә. Шуға өмөтләнәм.

– Камилам, мин һиңә бер нәмәне әйтергә теләйем... Ул саҡта...

– Һин уны әйтмә, Ғәзинур, әле үҙем төҙөп ятҡан бәхетемде селпәрәмә килтерерһең. Мин уны ҡабат ҡора алмам.

– Камила!

– Исхаҡ та, Зөлфирә лә бында. Хәҙер һин нимә әйтә алаһың? Ана, ул ҡыҙыҡай ихатала. Үҙгәрҙе ваҡыт. Инде мин түгел, ә мине көтәләр! Яуабым шул булыр, Ғәзинур. Тағы ла... Тағы ла шул. Һин башланмаған бер туйҙы хәтерләйһеңме? Селпәрәмә килгәйне. Инде был туйым селпәрәмә килмәҫ, тип уйлайым. Селпәрәмә килмәҫ.

Башын түбән эйгән Ғәзинур әкрен генә сығыу яғына йүнәлде. Күптән түгел генә туйға әҙерләнеп зыҡ ҡупҡан өйҙә ҡәбер тынлығы урынлашҡан ине. Ғәзинур алыҫлашҡан һайын, унда йәнлелек көсәйҙе. Бер аҙҙан ишектә Камила күренде. Ул, берәүҙе лә таный алмағандай, күҙҙәрен ҡыҫа биреп, һәммәһенә ҡарап сыҡты. Йылмайырға итте, булдыра алманы. Ҡапыл тышҡы ишек асылып китте. Унда, ашығып килеүҙәнме, тыны ҡыҫылған Исхаҡ йыш-йыш һулыш алып баҫып тора ине. – Ул килде, – тине ҡыҙ ниндәйҙер ят тауыш менән. – Һин уны беләһең...

Камиланың бер ҡасан да Исхаҡҡа Ғәзинур тураһында һөйләгәне булманы, ләкин уларҙың тарихтарын белеүенә шикләнмәй ине. Исхаҡ кәләшенән күҙен алмаған килеш баш ҡаҡты.

– Беҙ һөйләштек, – тине Камила ҡарашын ҡайҙалыр алыҫҡа төбәгән килеш. – Шунан ул китте. – Насар күргән кеше һымаҡ, Исхаҡҡа ныҡ итеп текәлде. – Һин миңә ышанмайһыңмы?

Исхаҡ тамағына тығылған төйөрҙө көс-хәл менән йотто. Ҡарлыҡҡан һаңғырау тауыш менән яуап ҡайтарҙы:

– Ышанам.

Камила баш ҡаҡты ла ишек яңағына тотона-тотона эскә атланы.

Туй шау-шыуы баҫылды. Шунда ғына Камила һөйгәне Ғәзинур тураһында дөрөҫлөктө ишетте. Шаңҡытты уны был хәбәр. Ғәзинурҙың ҡаты ауырыған ҡатыны бер ай самаһы элек гүр эйәһе булып ҡалған. Быға тиклем ҡайта алмауы ла шул хәл менән бәйләнгән икән. Юҡ, йәрен тартып алғанға Камила бер ҡасан да Гүзәлгә үлем теләгәне булманы. Тыуым-үлем тәҡдирҙән. Ул, хатта ки, йән һөйгәнен һалдырып ала алған әҙәмде әрһеҙ генә түгел, үтә лә сәләмәт тип уйлай ине. Хәҙер килеп Ғәзинурҙың буйҙаҡ ҡалыуы ла уға яҡтылыҡ, бәхет килтермәне. Был турала ни өсөн бер кем дә бер нәмә лә әйтмәне? Ни өсөн йәшергәндәр? Ғәзинур бит фәҡәт уның өсөн генә ҡайтҡан булған! Камиланың әсәһе тыйған, күҙ йәштәре аша ялбарған, талап иткән... Эх, уҡталғайны ла баһа Ғәзинур әйтергә... Камила үҙе туҡтатты. Кәрәк саҡта ниңә уның күңеле һуҡыр ҡала икән? Һиҙенмәне бит, исмаһам, саҡ ҡына ла!.. Хәҙер уның йән һөйгәне япа-яңғыҙ. Янында йыуатыусыһы ла, йылы һүҙ әйтеүсеһе лә юҡ. Нимәгә өмөт тотоп йәшәй икән әлеге мәлдә? Ғәзинурҙы йәлләүҙән Камиланың йөрәге һыҙҙы. Ҡайғыға тарығанда яңғыҙ ҡалыуҙың нимә икәнен Камила яҡшы белә. Ғәзинурҙы тыңлап бөтмәйенсә, сығарып ебәргән икән, уның да ғәйебе ҙур, сөнки үҙ хәстәрен өҫтөн ҡуйҙы.

– Ни өсөн дөрөҫөн әйтмәнегеҙ! – тип ярһыны Камила.

– Бөтәһен дә мин тыйҙым, – тине әсәһе һәр һүҙенә баҫым яһап.

– Ни хаҡың бар ине Ғәзинурҙы тыйырға? Ул бит тик минең өсөн ҡайтҡан булған! Инде бер ниндәй ҙә кәртәләр ҡалмаған саҡта!..

– Хаҡым бар, балам. Бәхетле итер өсөн һуңғы көнгә ҡәҙәр һуҙмайҙар, һуңғы һаламға ла йәбешмәйҙәр, һин ышанған Ғәзинур мәктәп йылдарында тороп ҡалды. Ә бөгөнгөһө һине тик яңғыҙлыҡҡа ғына этәрә. Арағыҙҙа вуздан һуң да ете йыл ваҡыт ята. Уны һеҙ айырым үттегеҙ. Әле тап иткән кешең – һинең өлөшөң. Ҡайҙа төшкәнһең, шунда бат!

* * *

Тормош әкрен генә үҙ яйы менән дауам итте. Дөрөҫ, Камиланың иңенә хужалыҡ хәстәрлеге өҫтәлде. Исхаҡтың дәртләнеп донъя көтөүе ҡыуаныс. Шулай ҙа ғаиләлә иң бәхетлеһе Зөлфирәлер. Хәҙер уның һәр шатлығы – Камиланыҡы. Ғаиләһенән ҡәнәғәт ул: иң егәрле ир-егеттә кейәүҙә, бер-береһен ярты һүҙҙән үк аңлап торалар. Тормош көтөү өсөн шулар кәрәк. Тик күңелен юҡ-юҡта бер үк һорауҙар өйкәй башлай. Ғәзинур менән яҡшылап һөйләшә алмайынса айырылыштылар... Башҡалар ҡыҫылмаған булһа, бәлки... Бәлки... Шулай ти ҙә Камила уйға ҡала. Ә уйҙың осо ла, ҡырыйы ла юҡ. Нимә эшләй әлеге мәлдә Ғәзинур? Кем уның хәлен аңлай, йыуата? Ниндәй ут йота? Аҙ ғына көтмәне, тип уны ҡәһәрләмәйме? Һағынамы икән уны? Онотманымы? "Мин һине ғүмерем буйы көтәсәкмен", тигәйне Камила йән һөйгәненә. Юҡ, һүҙҙәр менән уйнағаны булманы, мәгәр ауыҙҙы үлсәп асырға кәрәк икән. Күҙ алдына башын аҫҡа эйгән килеш унан алыҫлаша барған Ғәзинур килеп баҫты. Үкендергән, йөрәкте һыҙлатҡан хушлашыу. Түҙмәне Камила, Яңы йыл алдынан байрам менән ҡотлап открытка ебәрҙе.

* * *

Камила мәктәптән һуң ғына сыҡты, шул саҡ ҡаршыһында Ғәзинур баҫып торғанын күреп, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Бер аҙ текләшеп торғандан һуң, беренсе булып Ғәзинур телгә килде.

– Камила, асыуланмайһыңмы?

Ҡатын күҙҙәрен селт-селт йомдо, ауыҙын бер асты, бер япты, ахырҙа йылмайҙы. "Юҡ" тигәнде белдереп, баш сайҡаны. Текләшкән килеш йәнә лә һүҙһеҙ ҡалдылар.

– Камила, әйҙә, йөрөп киләйек.

Бер аҙ бара биргәс, Ғәзинур ялт итеп ҡатындың ҡаршыһына баҫты.

– Камила, – тине ул өҙөп. – Әйҙә, ситкә сығып китәйек.

Камила был һүҙҙәрҙән тертләне.

– Ситкә? Хәҙер?..

– Бөгөн үк.

– Ғәзинур, минең өҫтә яуаплылыҡ. Башҡа кешеләрҙең яҙмышы! Ә бит күпме көттөм ошо һүҙеңде!.. Хәҙер ҡул һелтәп сығып китер замандар үтте.

– Мөхәббәт ҡалды.

– Мөхәббәтем... – Камила һағыш, үкенес тулы күҙен Ғәзинурға төбәне. – Минең мөхәббәтем хәҙер килеп бүтәндәргә ҡайғы, күҙ йәше булып төшөргә тейешме ни?

– Тағы ла үҙеңде ҡорбан итергә әҙерһең...

Был һүҙҙәр һиҫкәндерҙе Камиланы. Ул уйсан ҡарашын ҡайҙалыр алыҫҡа төбәне.

– Мин яуап бирермен һиңә... Тик әле түгел.

– Иртәгә лә киләм!..

Камила өйөнөң ишеген тартты. Ишек еңел генә асылды. Ҡара-ҡара, Исхаҡ йүнәтеп ҡуйған бит! Асыуы ауыр тип, бер генә әйткәйне. Бына шулай, донъя көтәбеҙ, тип, мәж киләләр инде... Үҙ йорто, үҙ донъяһы бар хәҙер Камиланың. Өйө йылы, яҡты. Уны һағынып көткән Исхаҡтың күҙҙәре бөтәһенән дә яҡтыраҡ. Осҡонланып йылылыҡ бөркөүсе күҙҙәр... Камила килеп ингәндә Исхаҡ өҫтәл артында ниҙер яҙып ултыра ине. Ире ҡапыл башын күтәрҙе, Исхаҡтың ҡарашы яҡшы таныш Камилаға, тимәк, кем менән осрашҡанын белә. Был ҡараш ҡатынды көйҙөрөп алғандай итте. Камила, тыныс күренергә тырышып, ашыҡмай ғына әйтте:

– Ул килде. Беҙ һөйләшеп йөрөнөк.

– Аңлайым. Тик ни өсөн ул минең ҡатын менән ситтә осраша?

Камиланың йөрәге урынынан ҡупты:

– Теге ваҡытта ла килгәйне бит. Һин ҡаршы булманың.

– Ул саҡта әле һин минең ҡатыным түгел инең. Яҡшы кеше минең өйөмә килһен. Ҡунаҡ булыр.

– Ләкин беҙҙең арала бер нәмә лә булманы!

Исхаҡ яуап ҡайтарманы, ә бына күҙҙәре эстә ниндәй ут ҡайнағанын асыҡ һөйләй ине. Ул эйелде лә ашығып нимәлер яҙырға кереште.

– Исхаҡ, – тине Камила шул саҡ. – Әгәр ҙә китергә теләйем икән, мине берәү ҙә тота алмай.

Ни өсөн өндәшмәй һуң ул?

– Мин китәм, – тине Камила.

– Кит, – тине шул саҡ Исхаҡ башын ҡалҡытып, үҙе ҡалтыраған тауышын баҫырға тырышты. – Һөйөүҙе көслөк менән яулап булмай икән, йәлләгән өсөн генә тормошҡа сыҡмайҙар, Камила. "Йәлләгәндәрҙе" нығыраҡ ғазапҡа дусар итеүең ихтимал. Камила торҙо ла әйберҙәрен барлай башланы. Шул саҡ икенсе бүлмәнән Зөлфирә йүгереп килеп сыҡты.

– Әсәй, һин китәһеңме ни?

– Юҡ, китмәйем, – ул баланы һөйҙө лә йәнә әйберҙәренә тотондо.

– Әсәй, һин дә үләһеңме инде?

Ҡыҙыҡай килеп Камиланың муйынына аҫылынды. Йөрәге өҙөлгәндәй булды. Зөлфирәне күтәреп үк алды.

– Китмәйем мин бер ҡайҙа ла, ҡыҙым, – унан Исхаҡҡа табан боролдо. – Китә алмайым!

Зөлфирә үҙенең битен Камиланыҡына терәне:

– Мин һине ныҡ итеп ҡосаҡлайым!

Камила йәшле күҙен ҡыҙға төбәп шыбырланы.

– Мин дә һине ныҡ-ныҡ итеп ҡосаҡлайым...

Исхаҡ ҡулындағы ручкаһын атып бәрҙе, һүнгән күҙҙәре ҡапыл тоҡанды.

– Мин һеҙҙең икегеҙҙе лә үлтергәнсе ҡыҫып ҡосаҡлайым!..

Ул ҡатынын да, ҡыҙын да бергә күтәреп алды.

– Ай-ай!.. Ҡосағың ҡалай киң!..

– Мин хәҙер бөтә Ер шарын ҡосағыма һыйҙырам!

Ҡара-ҡара, ҡалай яҡын, ҡәҙерле икән дә баһа был тауыш! Әйтерһең, Камиланың күңеленән ауыр бер таш төшөп китте...

Ғәзинур менән хушлашырға Камила Исхаҡ менән барҙы. Дөрөҫ, ире улар һөйләшкәнде ишетмәне, ситтә торҙо. Ҡамасауларға теләмәне.

– Ғаилә ҡормаҫ борон мин үҙем дә аңлап бөтмәгәнмен. Төҙөгәнде емереү еңел түгел икән. Хәҙер минең үҙемдең дә мөйөшөм бар. Маҡсатым бар. Балаларым хаҡына... Эйе, Ғәзинур, Исхаҡтан минең балам буласаҡ. Бына бит, өмөтһөҙлөктө, икеләнеү һәм бушлыҡты еңеп, үҙ донъямды ҡора алдым, һин дә өр-яңы тормош башларһың, сөнки бөтә ғүмерең алда. Нимә ул ир-егет өсөн утыҙ йыл ғүмер? Фәндә яһаған уңыштарың да юҡ түгел, ул йәһәттән һин иҫ киткес ынтылышлы кеше. Ҡасандыр һине осратҡаным өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Йылдарымды ғына түгел, көндәремде лә байытҡаның өсөн... Юҡ, Ғәзинур, өндәшмә!.. Был һүҙҙәрҙе мин ҡасан да булһа әйтергә тейеш инем. Ғәзинур, ҡал минең мәңгелек яҙым – йәшлек мөхәббәтем булып, һәм бәхетле бул!

Камила боролдо ла ире яғына атланы. Улар күҙҙән юғалғансы, Ғәзинур урынынан ҡуҙғалманы.

Байтаҡ ваҡыт шым ғына барҙылар. Исхаҡ ҡапыл тамаҡ ҡырып ҡуйҙы. Камила һағайҙы, ире нимә тураһындалыр һүҙ башларға итә.

– Мин уны, нисек тип әйтергә... "Уңыш үҙеңдең ҡулыңда, үҙеңә ышан!" – тигәне өсөн барыбер хөрмәт итәм...

Камила шып туҡтаны. Ул ниндәй һөйләшеү? Һис булыуы мөмкин түгел.

– Нимә тинең, ҡабатла әле! Ҡасан булды бындай һөйләшеү? Улай шаяртмайҙар!..

– Шаяртмайым, Камила. Ул элекке, бала саҡтағы...

– Ғәзинурҙың Үрнәккә килгәне булдымы ни? Барыбер был хаҡта белгән булыр инем.

– Уның Үрнәккә килгәне юҡ. Килмәҫ тә тип уйлайым...

– Һорауға яуап бир, йәнекәй...

Исхаҡ ҡатынына тултырып ҡарап торҙо. Берсә йылмайырға итте, берсә уйсан төҫ алды.

– Алтынсыла уҡығанда Юлбирҙе ауылына спорт ярышына барғайныҡ...

– Хәтерләйем-хәтерләйем, бер мәртәбә беҙҙең ауылда ла уҙғарылғайны шул, – Камила йылмайҙы. – Ә мин унынсыла уҡый инем. Өлкән синыф. Бына бит ҡалай була...

Исхаҡ кәләшенә йәнә мут ҡына ҡарап алды.

– Өлкән синыф тип, әллә кем булып йөрөмәһәгеҙ, мин, бәлки, ул саҡта һинән әрләнмәгән дә булыр инем.

– Туҡта-туҡта, һис аңламайым, нимә тураһында һөйләйһең һин?

– Беҙ, Үрнәк балалары, мәктәп эргәһендәге шишмә буйына төшкәйнек, бер өлкән синыф апайы килде лә, тәбиғәтте бысратаһығыҙ, тип шелтәләне. Мин уның үҙен Үрнәккә ҡунаҡҡа саҡырҙым...

– Ул малай һин инеңме? – Ни көлөргә, ни аптырарға белмәгән кәләше күҙҙәрен селт-селт йомдо. – Бына һиңә мә...

– Һуңынан йүгереү буйынса тиҫтерҙәрем араһында беренселекте алғас, Ғәзинур ағай... Ғәзинур менән килеп ҡотлап киттегеҙ...

– Ул ғына түгел, Илфат, Айгөл бар ине... Тағы ла кемдәрҙер инде, хәтерҙән сыҡҡан.

– Теге ҡупшы егет, – Исхаҡ ҡатынына күҙ ҡырыйы менән генә ҡарап алды, нишләптер был юлы Ғәзинурҙың исемен әйтмәне. – Ҡулымды ҡыҫты һәм мәңге минең хәтерҙә ҡалыр теләген әйтте. Янындағы сибәркәйҙең дә ҡулымды ҡыҫыуын теләгәйнем, тик, ни өсөндөр, быны эшләмәне. Уның ҡарауы, матур итеп йылмайҙы... Беҙҙең ауылға эшкә ебәрелгән мәктәп директорын тәү күргәс үк, шул ҡыҙҙы таныным. Донъяла мөғжизә юҡ, тиҙәр...

– Һуң, нишләп... Нишләп был турала бер ҡасан да һөйләгәнең булманы һуң, Исхаҡ?.. Нишләп үҙеңде башта уҡ шулай тип танытманың? – Камила күҙҙәрен ҙур асып хәләленә төбәлде. – Һин инең шул! Ап-асыҡ бөтәһе лә күҙ алдына килеп баҫты. Таныным... Ул ҡысҡырып көлөргә кереште.

– Танырыңды, ошо һүҙҙе ҡасан да булһа әйтереңде көттөм. Мин бөгөн иң бәхетле ир!

Ҡатыны көлөүҙән туҡтаны, Исхаҡтың битенән һыпырҙы.

– Күптән танырға тейеш инем бит инде...

– Асылып китеп, әле шул турала нисек һөйләп ташлағанымды үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, – тип уға ире шуҡ ҡына ҡарап алды.

– Исхаҡ, – тине шул саҡ Камила. – Минең һиңә хыянат иткәнем булманы. Алдағаным булманы.

– Мин быны беләм, Камила, – ире уны ҡосаҡлап алды. – Камила, Камилам, Камилаҡайым...

* * *

Исхаҡ менән Камила ял көндәрендә саңғыла йөрөйҙәр. Дөрөҫөрәге, Камиланы саф һауаға ире алып сыға. Хәҙер ҡатынына күберәк хәрәкәтләнергә кәрәк. Бөгөн дә улар, ғәҙәттәренсә, урманға сығып киттеләр. Ҡайтыу яғына боролған саҡта ғына ҡапыл Камила бөгөлөп төштө. Исхаҡ йәһәт кенә уның ҡаршыһына сыҡты.

– Нимә булды?

– Эсем... Эсем ауырта, – кәләше бер-ике аҙым яһаны ла йәнә сүкәйҙе. – Был ни булды миңә? Әҙерәк ултырып торайыммы әллә?

– Юҡ-юҡ, аҫылын яурыныма, – Исхаҡ ҡатынын ҡосаҡлап бер аҙ бара бирҙе, ләкин яйһыҙ ине. Ахыр, саңғыларын систе лә Камиланы күтәреп алды. Көрткә бата-сума барыуын белде. Ҡатыны ауыртыныуҙан тешен ҡыҫып ыңғырашты.

– Түҙ, аҙ ғына сабыр ит...

Ауыртыу тағы ҡабатланды, Камила түҙмәйенсә ҡысҡырып ебәрҙе.

– Эй, Хоҙайым!..

Исхаҡ күҙен шар асып уға төбәлде:

– Һин үлмә... Һин үлмә...

– Исхаҡ, нимә һөйләйһең тағы?

Ире ул әйткәнде ишетмәне, буғай, һаман бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы:

– Мин һиңә үҙ ғүмеремде бирәм... Йәнемде бирәм... Ишетәһеңме, мин үҙ йәнемде бирәм.

Лысма тир булған Исхаҡ ҡатынын оло юлға алып сыҡты. Бәхеттәренә күрә, ҡаршыла машина күренде. Хәле бөткән ир ҡарға сүгәләне. Шофер машинаға менергә ярҙамлашты. Исхаҡ йәнә ҡатынына эйелде.

– Йәнем фиҙа, бәғерем! Ишетәһеңме?

Иренең күҙҙәре ҡыҙарғайны.

– Исхаҡ, һин әллә?.. Ни өсөн?

– Камила, мин ҡасандыр бер ғәзиз кешемде юғалттым... Былай тип әйткәнде ишетеү ауыр түгелме?

Камила "юҡ" тигәнде белдереп, баш сайҡаны.

– Ул бала тапҡанда... баланы тыуҙыра алмайынса икеһе лә...

– Ҡәҙерлем, беҙҙең балаға әле йән дә инмәгән!.. Исхаҡ, ышан миңә, беҙгә бер нәмә лә булмаясаҡ. Ҡурҡыттым бит һине, – Камила, ауыртыныуҙы ла онотоп, иренә йылмайҙы. – Ҡай саҡ һин үҙең дә бала һымаҡһың, әллә шуға һине оҡшаттыммы икән? Һуҡыр эсәккә операция яһанылар. Бөтәһе лә һәйбәт үтте. Бына Камила эргәһендә бер-береһенә ҡарап йылмайышҡан ҡәҙерлеләре ултыра. Шатлыҡ тулы күҙҙәрен унан ала алмайҙар. Ҡайһылай рәхәт икән яныңда үҙ йәнен бирергә әҙер кешең булғанда! Был һүҙҙәрҙе ғүмер буйы көткән кешеһе әйтмәне... Я, Рабби, үҙеңдең ысынлап та бәхетле икәнеңде аңлар өсөн әллә нимәләр кисерергә кәрәкмәй ҙә баһа! Ҡаршылағы мөлдөрәмә тулы күҙҙәр уның асыҡ сағылышы! Ошо һүҙҙәрҙе, ошо күҙҙәрҙе Камила шулай оҙаҡ эҙләнеме? Был турала Исхаҡҡа әйтергә теләне. Кәрәкле һүҙ табылманы. Бары күҙҙәрен генә селт-селт йомдо. Ә ул аңланы.

* * *

Буран көсәйгәндән-көсәйҙе. Йөрәген усына тоторҙай булған Камила бер бүлмәнән икенсеһенә өҙлөкһөҙ йөрөнө. Район үҙәгенән шылтыратҡан сағында Исхаҡ: "Аҙыраҡ һепертеп торған һымаҡ, һуңғараҡ юлға сығырға тура килер", – тигәйне лә һуң, Камила үҙе бит: "Бында тып-тыныс, өлгөрөрһөң, етмәһә, малды ҡарарға кәрәк", – тине. Шунан һуң ун-ун биш минут үттеме-юҡмы, тышта буран күтәрелде лә китте. Эй, ниндәй мал ҡайғыһы булһын ошондай саҡта, баш ҡайғыһы ла баһа! Ҡайтанан шылтыратып ҡарағайны ла бит, юлға сығып китте, тинеләр. Инде күптән өйҙә булырға тейеш ине лә һуң...

Ике, өс, дүрт... ете сәғәт үтте. Әкренләп төн етте. Камиланың мейеһен тик бер уй өҙлөкһөҙ сүкене: "Ул ҡайтманы, аҙашты..." Бер нисә мәртәбә тышҡа ла сығып әйләнде, хатта ихата эсендә аҙым яһарлыҡ түгел. Нишләп был ҡәҙәре яман итеп олой бураны?! Ҡараңғылыҡ эстәге хәүефте көсәйтә генә төштө: "Именгә түгел был, Исхаҡ аҙашһа, уны ҡасан табасаҡтар? Уға тиклем туңып үләсәк бит!" Яуап урынына тышта буран үкерҙе. Әгәр ҙә ул ике бала менән яңғыҙ тороп ҡалһа, әле икенсеһе тыумаған килеш?.. Бәхетле буласаҡ, имеш... Бына ул тормош ҡайһылай! Камиланың маңлайынан һалҡын тир бәреп сыҡты, ул ҡалтырана башланы. "Ул үлде, ул үлде..." Нишләп ошо һүҙ тел осонан китмәй ҙә ҡуя? Камила торҙо ла йәһәтләп кейенә башланы. Былай ярамай, эҙләргә сығырға!

Ҡапыл ишек асылып китте. Унда танымаҫлыҡ булып ап-аҡ ҡарға батҡан ире баҫып тора ине. Камила шатлығынан ҡысҡырып ебәрҙе лә ғәзиз кешеһенә табан ташланды. Көс-хәл менән аяғында баҫып торған ире йылмайҙы:

– Ҡара-ҡара, әллә иларға итә инде? Мин бит бағаналарҙы һанап ҡайттым, ял итә-итә...

– Ниңә мине тыңланың, ниңә генә кире боролманың? Минең арҡала бит, Алла һаҡлаһын... Ул ниндәй ҡөҙрәт менән ҡайтып етә алдың?

– Ул ҡөҙрәтте һин беләһең, Камила. Әлеге мәлдә мине еңерҙәй, туҡтатып, йығып һалырҙай көс юҡ, – Исхаҡ ҙур усын ҡатынының ҡорһағына ҡуйҙы. – Бына ул серҙең асылы!

– Исхаҡ, ә беҙҙең сабыйға йән ингән. Бөгөн көнө буйы туланы, тибеште. Атаһын юғалтыуҙан ҡурҡты ул...

– Миңә оҡшап алабарман, үҙ һүҙле булмаҡсы бит.

– Һинең кеүек тәүәккәл дә, ҡыйыу ҙа!

Камилаға нимәлер тип яуап бирергә тырышһа ла, Исхаҡтың хәленән килмәне. Ул диванға ултырған килеш йоҡлай ине инде. Камила йәре янына барып теҙләнде.

* * *

Тышта шундай тыныс. Иҫ киткес һиллек. Әйтерһең, ҡотороҡ дауылдан арыған бөтә ғәм ял итә. Камила ҡоймаға һөйәлгән дә, был һиллеккә ышанырға теләмәгәндәй, ҡатып ҡалған. Исхаҡ ҡатынына табан атланы.

– Камила, һин нимәнелер бик бирелеп тыңлайһың.

– Тынлыҡ...

– Ул һиңә нимә ти?

– Мин тынлыҡты тыңланым, Ул миңә аҡыл бирҙе...

– Мин тынлыҡты тыңланым, Ул миңә серен систе...

– Ниндәй серҙе?

– Камила һине ярата, тине.

Камила, тәү күргәндәй, иренә күтәрелеп ҡараны. Тынлыҡта серле бышылдау ишетелде:

– Яраттырҙың шул. Яратам шул!..

 

 

 

Фото: Гөлнур Артыҡаева

Автор:Фәрзәнә Аҡбулатова.
Читайте нас в