Йәмғиәт
21 Января 2024, 07:00

Гөлләмәләр тотоп ҡайтып инде

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ – “Бес” ҡушаматлы Яңы Йорт ауылы егете “Дан. Батырлыҡ. Намыҫ” тип исемләнгән хәрби хәрәкәттәр миҙалы менән бүләкләнде. Ул 2022 йылдың көҙөндә мобилизацияланған була.

Добавить в предпочтительные источники Google
Гөлләмәләр тотоп ҡайтып индеГөлләмәләр тотоп ҡайтып инде
Гөлләмәләр тотоп ҡайтып инде

Яугирҙың әсәһе менән үгәй атаһы Яңы Йорт ауылында йәшәй. Егет яҡындары янынына отпускыға ике тапҡыр ҡайтып киткән.

- А. исемле егет минең ҡыҙым менән бер класта уҡыны, шуға ла уны яҡшы беләм. Бәләкәйҙән шундай ярҙамсыл, ихлас һәм әүҙем булды. Бер ҡасан да тәртип боҙоп йөрөмәне. Өйләнгән, өлгөлө ғаилә башлығы, - тип һөйләне уның тураһында Йәнырыҫ ауылы мәҙәниәте йорто мөдире Гөлнур Кирәева. – Махсус хәрби операцияла үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Унда ул – разведка отряды командиры. Шулай уҡ яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов миҙалына тәҡдим ителгән. Был киләсәктә көтөлә.

Гөлнур Мансур ҡыҙы белдереүенсә, “Бес” тәүге тапҡыр отпускыға ҡайтҡанда уның атаәсәһе махсус хәрби операциялағы һалдаттарға бағышлап, ҡорбанға һарыҡ сала. Ҡөрьән ашы Йәнырыҫ мәҙәниәт йортонда ойошторола – унда бөтә халыҡ йыйыла.

- Икенсе ҡайтҡанында яугир туп-тура мәҙәниәт йортона килде. Уның ҡайтыуын бөтә халыҡ көтә ине. Әсәһенә, ҡатын-ҡыҙ туғандарына ҙур-ҙур гөлләмәләр тотоп килеп инеүен күреү барыбыҙ өсөн дә ҡыуаныслы булды, - тип дауам итте Гөлнур Кирәева. – Халыҡ менән осрашыу бик йәнле барҙы. Уға күп һорауҙар бирҙеләр. “Бес”тың батырлыҡтары күп, әле лә еңеү өсөн тос өлөш индерә. Ләкин ул был хаҡта һөйләргә яратмай, бик тыйнаҡ кеше. Уның батырлыҡтары тураһында муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов аша белдек.

Һалдат беҙгә махсус хәрби операция зонаһынан сәләмдәрен ебәреп тора, һәр байрам менән ҡотлай. Барыбыҙ ҙа уны һағынып көтәбеҙ, иҫән-һау күрешергә яҙһын.


Гөлнур Кирәева фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас