Махсус хәрби операцияла танкыға ҡаршы артиллерия взводының йүнәлтеүсе вазифаһын башҡара. Хеҙмәт иткәндә яҡындары, дуҫтары тураһында хәстәрләй. Намыҫлы алыша.
Ҡыҙғаныс, яҡташыбыҙ ошо йылдың 4 ғинуарында һәләк була.
- Илгиздең ҡатыны һәм ике балаһы ҡалды. Ата-әсәһе баҡыйлыҡҡа алданыраҡ киткәйне, - ти яугирҙың өс туғаны Лиана Ғөбәйҙуллина. - Һуңғы ваҡытта уның менән осрашмаһаҡ та, күрешкән һайын ныҡ ҡыуана торғайныбыҙ. Ул үҙ ғаиләһен ныҡ яратты, хөрмәт итте.
Автор фотолары.