Йәмғиәт
13 Января 2024, 06:00

Тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирҙе

Районыбыҙ ауылдарын, шәхси ихаталарҙы һәм ҡаланы Яңы йылға иң яҡшы биҙәү конкурсына йомғаҡ яһалды. Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәтендә конкурс еңеүселәре һәм призерҙары аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирҙеТырышлыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирҙе
Тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирҙе

“Ауылды Яңы йылға иң яҡшы биҙәү” номинацияһында һигеҙ ауыл ҡатнашты. Улар араһынан Һайран ауыл Советының Яңы Әптек ауылы халҡы еңеү яуланы һәм 22 мең һум призға лайыҡ булды. Һайран ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Әминев һөйләүенсә, ауыл халҡы бик тырышҡан, күп көс һалған.

- Беренсе урын яулау – маҡсатыбыҙ булып торҙо, - ти Рөстәм Зәкәриә улы. - Тораҡ пункт алыҫта урынлашҡанға күрә, беҙ үҙебеҙҙең яңы йыл ҡаласығы һәм һырғалағы булырға, унда төрлө йәштәге кешеләр Яңы йыл байрамдары осоронда ваҡытын күңелле һәм файҙалы итеп үткәрергә тейеш, тигән ҡарарға килдек. Шуға ла боҙ мини-аренаһын эшләнек, яҡтыртҡыстар элдек, шыршы, боҙ лабиринты ҡуйҙыҡ. Был ҡаласыҡты мөмкин тиклем оҙағыраҡ тоторға тырышасаҡбыҙ, сөнки унда халыҡ күп йөрөй.

“Аҙ халыҡ йәшәгән тораҡ пунктты яңы йылға иң яҡшы биҙәү” номинацияһында биш ауыл ҡатнашты. Беренсе урынды (18 мең һум) Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл биләмәһенең Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы яуланы.

14 ихата ҡатнашҡан “Шәхси ихатаны Яңы йылға иң яҡшы биҙәү” номинацияһында Ҡолғона ауылынан Гөлнара Вәлиева (Комсомол урамы, 24а йорто) еңеү яуланы. Аҡсалата бүләк һигеҙ мең һум тәшкил итте.

“Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы” номинацияһында Эльдар Кәлимуллин етәкселегендәге “Ишембай берҙәм заказсы дирекцияһы” муниципаль унитар предприятиеһы һәм “6-сы торлаҡ-файҙаланыу участкаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (директоры Павел Харьков) хеҙмәткәрҙәре алдынғылыҡҡа сыҡты.

Скворчиха ауыл биләмәһе йыл һайын Яңы йылға иң яҡшы биҙәү конкурсында призлы урындар яулай.

- Районда үткәрелгән барлыҡ конкурстарҙа ла тиерлек ҡатнашҡан Алаҡай ауылы халҡы айырыуса әүҙем, - ти ауыл Советы башлығы Сәлимә Герасименко. - Яңы йылға иң яҡшы биҙәү конкурсында ла улар һәр саҡ призер йә еңеүсе була. Был юлы алаҡайҙар икенсе урынға лайыҡ булды. Ауылда “Алаҡай” территориаль йәмәғәт үҙидараһы эшләп килә. Тораҡ пункттарҙа төрлө проблемалы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн финанс талап ителә. Шуға күрә беҙ муниципаль, шулай уҡ республика кимәлендә уҙғарылған барлыҡ конкурстарҙа ҡатнашырға тырышабыҙ.


Автор фотолары.

Тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирҙе
Тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирҙе
Тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирҙе
Автор:Юлия Новоженина
Читайте нас