Байғужа
Кинйәбулат ауылы мәктәбендә “Яңы йыл ғаилә уйындары – 2024” ярышы уҙҙы. Стартҡа Дәүләтовтар,
Ҡолмәнбәтовтар һәм Ҡоҙашевтар ғаиләләре сыҡты.
Ғаиләләр йүгереүҙә, етеҙлектә көс һынашты. Балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә сәмләнеп ярышты. Һөҙөмтәлә,
Дәүләтовтар - өсөнсө, Ҡолмәнбәтовтар - икенсе,
Ҡоҙашевтар беренсе урын алды. Уларға дипломдар һәм
татлы бүләктәр тапшырылды.
Байғужала мәрхәмәтлек акцияһы уҙҙы: мәҙәниәт
йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл депутаты
һаулыҡтары сикле булған ауылдаштарҙы, махсус хәрби
операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың ғаиләләрен Яңы
йыл менән ҡотланы.
Верхотор
Верхотор мәҙәниәт йортонда “Яңы йыл фантазиялары” тип исемләнгән кисә уҙҙы. Ауылдаштар өсөн
театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Сәхнә түренән
йырҙар, шиғырҙар яңғыраны, бейеүҙәр башҡарылды.
Һәр сығыш алҡыштарға күмелде.
Ишәй
Ҡанаҡай ауыл мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре, ауыл Советы депутаты Адис Ғәлиуллин
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әүхәҙи Батыргәрәй улы
Минеғоловты һәм һаулығы сикләнгән Илүзә Бикбулатованы Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, Ҡыш бабай
бүләктәрен тапшырҙы.
Ҡышҡы каникулдарҙа Ҡанаҡай ауылының Бәкән
йылғаһы буйында «Беҙҙе һыуыҡ ҡурҡытмай» тигән
уйын уҙғарылды. Ауылда йәшәүсе һәм ҡаланан ҡунаҡҡа
ҡайтҡан балалар тау шыуырға сығып, үҙ-ара рәхәтләнеп
уйнаны: берәүҙәр алыҫҡараҡ шыуҙы, икенселәр тауға
тиҙерәк менергә ашыҡты.
Ҡолғона
Ҡолғона ауылы социаль-мәҙәни үҙәгендә «Һалдаттарға
ярҙам» акцияһы ойошторолдо. Ял көндәре тип тормай
ауылдың уңған халҡы маскировка селтәрен бәйләне.
7 ғинуарҙа Ҡолғона ауылы социаль-мәҙәни үҙәге
һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн “Ҡышҡы
уйындар” программаһын үткәрҙе. Улар ике командаға
бүленеп, төрлө уйындарҙа ҡатнашты. Һөҙөмтәлә, дуҫлыҡ
еңде.
Йәнырыҫ
6 ғинуарҙа Йәнырыҫ ауылы мәсетендә балалар
араһында Ҡөрьән китабынан яттан сүрә һөйләү
сараһы уҙҙы. Унда имамдар һәм мәсеттә уҡыусы балалар ҡатнашты.
Йәнырыҫ ауыл китапханаһында оҫталыҡ
дәресе уҙҙы. Китапханасы балаларға ептән
төрлө әйберҙәр бәйләү оҫталығы менән
бүлеште. Ҡыҙҙар йәһәт кенә отоп алып,
үҙҙәренә ептән браслеттар эшләп алды.
Көҙән
Көҙән ауылы мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре балалар менән
«Тағараҡ» акцияһын ойошторҙо. Бергәләшеп
улар ҡоштар өсөн тағараҡтар эшләп, эргәтирәләге ағастарға элде.
Яңы йыл байрамы осоронда ауыл
биләмәһендә янғын хәүефһеҙлегенә ҙур
иғтибар бүленде. Профилактик төркөм
ағзалары йорттар буйлап йөрөп янғынды
иҫкәртеүсе ҡорамалдарҙың төҙөклөгөн
тикшерҙе, электр һәм газ ҡорамалдары менән
иғтибарлы ҡулланыу кәрәклеген иҫкәртте.
Маҡар
Маҡар мәҙәниәт йортона Өфөләге күҙ дауалау
салонының табип-офтальмологтары килеп, халыҡҡа
төрлө аппараттарҙа тикшереү үткәрҙе.
6 ғинуарҙа Иҫәкәй ауылы халҡы күмәкләшеп тау
шыуырға сыҡты. Олоһо ла, кесеһе лә Селтербей тауынан
тюбинг, саналар менән шыуып төштө. Ә инде машинала
тауға барып етеү өсөн Рәфил Алтынбаев һәм Сәлим Солтанбаев трактор менән юл ярҙы.
Петровск
6 ғинуарҙа Әрхметрәхим ауыл мәҙәниәт йорто һәм
китапханаһы хеҙмәткәрҙәре янғын хәүефһеҙлеген
тикшереү маҡсатында йорттар буйлап йөрөп сыҡты.
Айырыуса ҙур иғтибар күп балалы ғаиләләргә, өлкән
йәштәгеләргә һәм яңғыҙ донъя көткән ауылдаштарға
бүленде.
Скворчиха
Алаҡай ауылындағы күл буйында йыл һайын Яңы йыл
ҡаласығы эшләнә. Байрам осоронда ул
халыҡтың яратҡан урынына әүерелә. Быйыл
да “Ҡышҡы уйындар” олоһон да, кесеһен дә
йәлеп итте. Ҡупшы шыршы, боҙҙан эшләнгән
Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, йыл хужаһы Аждаһа
һындары байрам биҙәге булды. Балалар
рәхәтләнеп тауҙан шыуҙы, ағастан яһалған
каруселгә саналар тағып әйләнеүҙән дә байрам ҡунаҡтары кинәнес алды. Бынан тыш,
күл буйы ҡыҙыҡлы уйындарҙан гөрләп торҙо:
тоҡ кейеп йүгереүҙә, арҡан тартышыуҙа
өлкәндәр ҙә ихлас ҡатнашты. Күл буйында самауыр ҡайнатып, сәй эсеп байрамдан
ҡәнәғәт таралышты ауылдаштар.
Кинйәкәй ауылы мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре ауылдаштар өсөн
асыҡ һауала ярыштар ойошторҙо. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу командалары йәйәнән уҡ
атыу, саңғыларҙа уҙышыу, арҡан тартыу һәм
башҡа ярыштарҙа үҙҙәрен һынаны. Ярыш
ҡыҙыу барһа ла, ул ике яҡтың да еңеүе менән
тамамланды.
Этҡол
Ҡышҡы каникулдар мәлендә Этҡол ауылы
моделле китапханаһында көн һайын ҡыҙыҡлы
саралар уҙғарылып торҙо. 2 ғинуарҙа балалар китапханасылар ойошторған күңел
асыу программаһында ихлас ҡатнашты. Ике
командаға бүленеп улар төрлө конкурстарҙа
үҙҙәрен һынаны, шыршы эргәһендә йырҙар
йырланы, шиғырҙар һөйләне. Сығыш яһаған
балаларҙың һәр береһен Ҡарһылыу татлы
күстәнәстәр менән һыйланы.
Ошо көндәрҙә Аҙнай ауылы аҡһаҡалы,
иң оло ир уҙаманы Зинур Ғәлин
баҡыйлыҡҡа күсте. Зинур Суфиян
улы ауыр һуғыш йылдарын үҙ иңендә
татып, атайһыҙ ҡалған ғаиләнең төп
таянысы булып, яңғыҙ әсәһен һәм
туғандарын ҡарап йәшәй. Армияла
атом һынауында ҡатнашып, иҫәнһау ҡайтып, Мәреүә инәй менән
алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Ауылдаштары, туғандары уны оло
хөрмәт менән һуңғы юлға оҙатты.
Әрмет
5 ғинуарҙа Үрге Әрмет мәҙәниәт
йорто хеҙмәткәрҙәре балалар
менән бергәләп саңғыла шыуырға
сыҡты. Ҡышын саңғыла йөрөү
бигерәк тә файҙалы шул.
Түбәнге Әрмет ауыл китапханаһында балалар өсөн әҙәби уйын
уҙғарылды. Уның барышында балалар төрлө әкиәт геройҙарын иҫкә
төшөрҙө, йомаҡтар систе. Шулай уҡ мәҙәниәт йортонда
балалар өсөн шашка буйынса турнир ойошторолдо.
Урман-Бишҡаҙаҡ
6 ғинуарҙа Сәлих ауылының спорт яратҡан ғаиләләре
«Яңы йыл ғаилә уйындары -2024» ярышының мәктәп этабында ҡатнашты. Ярыштар саф һауала уҙҙы. Һөҙөмтәлә
Әлимғоловтар – беренсе, Сәфиуллиндар – икенсе,
Ғәлиевтар өсөнсө урын алды.
Һайран
Каникулдар мәлендә Һайран мәҙәниәт йортонда
«Балаларға Ҡар бабайҙан ҡыҙыҡлы уйындар» исемле
мауыҡтырғыс уйын программаһы үткәрелде. Балалар
үҙҙәренең етеҙлеген, тиҙлеген һәм сыҙамлығын күрһәтә
алды. Ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә тәмлекәстәр
һәм бүләктәр тапшырылды.