Йәмғиәт
7 Ғинуар 2024, 06:00

Берҙәмлек – уңышлы эштең нигеҙе

Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә халыҡ йыйылыштары Маҡар, Йәнырыҫ, Петровск, Ишәй, Көҙән һәм Скворчиха ауыл Советтарында үтте.

Берҙәмлек – уңышлы эштең нигеҙеБерҙәмлек – уңышлы эштең нигеҙе
Берҙәмлек – уңышлы эштең нигеҙе

ӘХМӘР ауылы халҡы сираттағы ултырышта һыу мәсьәләһен күтәрҙе – йыл һайын яҙын торбаларҙы 5-6 тапҡыр ремонтларға тура килә.

- Йәйен ауылда һыу баҫымы етмәй, яҙын торбалар тишелә башлай, - тип һүҙ алды Әхмәр ауылы депутаты Нәзир Әминов. – Яр, Хәйбуллин, Урал һәм Мәктәп урамдарындағы һыу үткәргестәрен ремонтларға тәҡдим итәм.

- Эйе, был яҡшы проект. Үҙем Яр урамында йәшәйем, торбаларҙың бер туҡтауһыҙ тишелеүе арҡаһында юлдарҙы ла ремонтлап булмай, - тине ауылдашының һүҙенә
ҡушылып Минияр Әминев.

Ишәй ауыл Советы хакимиәте башлығы Илдар Таһиров белдереүенсә, проекттың дөйөм суммаһы 1 620 000 һум аҡса тәшкил итә. Уның 1 200 000-е – республика бюджетынан, 180 000-е – муниципаль бюджеттан, 120 000 – урындағы халыҡтан, ҡалған 120 000-е – бағыусынан.

Илшат Ғиләжев һәр йорттан 1-әр мең һум аҡса йыйырға, тигән тәҡдим индерҙе.

- Мин “Едих” крәҫтиән-фермер хужалығы вәкиле булараҡ белдерәм: шәхси эшҡыуар Евгений Викторович 120 мең һумлыҡ ярҙам күрһәтергә әҙер, - тине Минияр Әминев.

ҺАРҒАЙ ауылында үткән йыйылышта дөйөм тауыш биреү һөҙөмтәһендә Бөйөк Ватан һуғыш ветерандарына обелиск әҙерләү һәм ҡуйыу проекты һайланды. Был турала шәхси эшҡыуар Фәрүр Вәлитов сығыш яһаны.

Маҡар ауыл Советы хакимиәте башлығы һүҙҙәренсә, проектҡа республика бюджетынан 1 200 000 һум аҡса бүленергә тейеш. Муниципаль бюджеттан бүленгән аҡса
дөйөм сумманың 20 процентын тәшкил итһә, урындағы халыҡтан һәм бағыусынан 10-ар процентлыҡ финанс ярҙам күрһәтеү зарур.

СКВОРЧИХА ауылында ла һыу үткәргестәрен яңыртыу мөһим проблемаларҙың береһе булып тора. Ауыл халҡы исеменән Николай Иванов сығыш яһаны һәм ошо мәсьәләгә ҡағылышлы һорауҙар күтәрҙе.

- Белеүегеҙсә, Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә 2022 йылда – Үҙәк урамда, ә 2023 йылда Түбәнге һәм Үрге урамдарҙа һыу торбаларын ремонтланыҡ, - тине Николай Иванович. – Шуға күрә ошо уҡ проектты дауам итергә тәҡдим итәм. Баҡса, Мәктәп урамдарында һәм Үрге урамда һыу селтәрен яңыртырға кәрәк.

- Сметаға ярашлы, проектты ғәмәлгә индереү өсөн 1 720 000 һум аҡса талап ителә. Дөйөм сумманың 1 200 000 һумы республика бюджетынан бүленһә, 200 000 һум муниципаль бюджеттан киләсәк. Ауыл халҡы 180 000 һум аҡса йыйып тапшырырға тейеш. Бағыусы халыҡҡа ярҙамға 140 000 һум тапшырасаҡ, - тип белдерҙе Скворчиха ауыл Советы хакимиәте башлығы Сәлимә Герасименко.

«Привалов» крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе бағыусылыҡ ярҙамын үҙ өҫтөнә алды.

КӨҘӘН ауылы халҡы ла Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһынан ситтә ҡалманы. Ауылдаштар, тәү сиратта, ирекле янғын һүндереүселәрҙең гаражын ремонтларға кәрәклеген белдерҙе. Унда ишектәрҙе, тәҙрәләрҙе һәм ҡыйыҡты яңыртырға кәрәк. Проекттың дөйөм суммаһы 1 600 000 һум тәшкил итә.

ПЕТРОВСК ауыл Советы халҡы 2021 йылда Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында еңеп, трактор һатып алғайны.

- Был техникаға тағылма, тейәгес-һәнәк, һабан, сапҡыс кәрәк. Шуға күрә беҙ быйыл Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашырға булдыҡ, - тип хәбәр итте биләмә әүҙемселәре.

Петровск ауыл Советы хакимиәте башлығы Александр Летунов хәбәр итеүенсә, проектҡа 1 800 000 һум аҡса кәрәк буласаҡ.

ЙӘНЫРЫҪ ауыл Советының Екатериновка ауылында зыяраттың кәртәһен һәм уның территорияһын төҙөкләндереү ҡаралды. Проектты уңышлы башҡарып сығыу өсөн 1 300 000 һумдан ашыу аҡса кәрәк буласаҡ. Дөйөм сумма, сметаға ярашлы, республика, муниципаль район бюджеттарынан бүленәсәк һәм ауыл халҡынан йыйыласаҡ. Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Венер Вахитов бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтергә тәҡдим итте.


Фотолар ауыл Советтары архивынан.

Берҙәмлек – уңышлы эштең нигеҙе
Берҙәмлек – уңышлы эштең нигеҙе
Берҙәмлек – уңышлы эштең нигеҙе
Берҙәмлек – уңышлы эштең нигеҙе
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас