Ауыл йәшәүсе һәм ҡаланан ҡунаҡҡа ҡайтҡан балалар тау шыуырға сығып, үҙ-ара рәхәтләнеп ярышты: берәүҙәр алыҫҡараҡ шыуҙы, икенселәр тауға тиҙерәк менергә ашыҡты. Шулай уҡ бер береһен ултыртып һөйрәнеләр, паровоз кеүек таҡтырылышып тауҙан шыуҙылар.
Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан ҡояш йылыһы балаларға күңел күтәренкелеге өҫтәне. Күңел асыуҙан балалар ҡәнәғәт булды.