Өс йәшлек игеҙәктәр – Ксения һәм Алексей Ширчковтар тимер юл һәм Лего конструкторы тураһында хыялланған булған. Азат Альберт улы “Теләктәр шыршыһы” акцияһына ҡушылып, кескәйҙәрҙең теләген тормошҡа ашырҙы һәм уларҙы яҡынлашып килгән байрамдар менән ҡотланы.
Шул уҡ ваҡытта махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙың ете айлыҡ улына, Тимерлан Кинйәбуҙовҡа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан һәм муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғоловтан Яңы йыл бүләктәре тапшырылды.
Район етәксеһе концлагерҙәр тотҡоно Мария Шилинаға күңел тыныслығы һәм именлек теләне. Оло йәштәге инәй ҡунаҡтарҙы ҡыуанып ҡаршыланы, Яңы йылға иң изге теләктәрен еткерҙе.
Автор фотолары.