Йәмғиәт
4 Ғинуар 2024, 08:00

ЯҢЫ ЙЫЛ МАЖАРАЛАРЫ

Яңы дуҫ таптыҡ

ЯҢЫ ЙЫЛ МАЖАРАЛАРЫЯҢЫ ЙЫЛ МАЖАРАЛАРЫ
ЯҢЫ ЙЫЛ МАЖАРАЛАРЫ

Дуҫым Яңы йыл ҡаршыларға дачаһына саҡырҙы. Шундай боролошта урынлашҡан, ҡыҙыл ҡыйыҡлы йорт, тип аңлатты ул. Дуҫтарым менән барып төштөк, ҡыҙыл ҡыйыҡлы йортто шунда уҡ таптыҡ. Ихатала ҡунаҡтар шау-гөр килеп, шашлык ҡуралар ине. “Ә Руслан ҡайҙа?” - тип һораныҡ. “Әле генә магазинға китте, борсолмағыҙ”, - тинеләр.

Русландың телефонына шылтыратам, бәйләнеш юҡ. Беҙҙе өҫтәл артына ултырттылар, ашаттылар, был ваҡытҡа мунса лә әҙер ине. Оҙаҡламай Руслан ҡайтты, ләкин ул бөтәнләй башҡа кеше булып сыҡты. Беҙ, баҡһаң, ауылдарҙы бутағанбыҙ.

Шулай итеп, Яңы йылда яңы дуҫтар барлыҡҡа килде.

 

Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас