Йәмғиәт
3 Января 2024, 15:00

Һуңғы юлға оҙаттылар

Бөгөн, 3 ғинуар, ишембайҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Александр Кузнецовты һуңғы юлға оҙатты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һуңғы юлға оҙаттыларҺуңғы юлға оҙаттылар
Һуңғы юлға оҙаттылар

Хушлашыу сараһында муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов, хәрби комиссар Максим Сапа, Ишембай районының ветерандар Советы рәйесе Николай Шишков, шулай уҡ яугирҙың туғандары һәм яҡындары ҡатнашты. 

Алексей Николаевич 1961 йылда тыуған. 4-се мәктәптә белем алған. Хәрби бурысын Венгрияла ракета ғәскәрҙәрендә үтәгән. Аҙаҡ оҙаҡ йылдар заводта, шунан банкта инкассатор булып эшләгән. 

2023 йылдың октябрендә ирекле батальон составында махсус хәрби операция зонаһына юллана. 17 декабрҙә хәрби бурыс үтәгәндә һәләк була. 

Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Батырға мәңгелек хәтер һәм дан!

 

Автор фотолары.

Һуңғы юлға оҙаттылар
Һуңғы юлға оҙаттылар
Һуңғы юлға оҙаттылар
Һуңғы юлға оҙаттылар
Һуңғы юлға оҙаттылар
Автор:Мария Семёнова.
Читайте нас