Ғүмерен яратҡан эшенә - оло юлға бағышлаған кеше ул. Миллионлаған саҡрым юл үткән водитель әле лә Тыуған илебеҙ именлеге хаҡына яратҡан эше менән шөғөлләнеүен дауам итә. Ул махсус хәрби операция башланғас, һис икеләнеүһеҙ, беренселәрҙән булып Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына гуманитар йөктәр ташый башланы. 2022 йылдың мартында республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтан “Донецк Халыҡ Республикаһына гуманитар йөк оҙатыуҙа күрһәткән ҡыйыулығы һәм юғары һөнәри оҫталығы өсөн” рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Бөтәһе ҡырҡтан ашыу рейс. Сираттағы гуманитар конвойҙан, Слава ағай, коллегалары уны хөрмәтләп шулай ти, 25 декабрҙә ҡайтты. Икенсе өйөнә әйләнгән йөк машинаһында 52 йыл юлда ул. Ысынлап та, кабина эсенә күҙ һалыу менән йылылыҡ тойола. Тирә-яҡта йортто хәтерләткән уйынсыҡтар эленеп тора. Юл менән күпме тарих һәм ваҡиғалар бәйле, китап та яҙырға мөмкиндер, моғайын, әммә Вячеслав Васильевич яратҡан эше менән шөғөлләнеүен дауам итә. 33 йылдан ашыу уны һәр рейстан яратҡан ҡатыны Тәнзилә Мәхмүт ҡыҙы ҡаршы ала. Ирҙең һәм атайҙың өйгә ҡайтыуы – байрам, айырыуса, үҙҙәре атай булған улдары өсөн.
Яҡын кешебеҙҙең дәрте ташып тора, ул заман менән бергә атлай, донъяны танып белеүҙән туҡтамай, ғаиләһен, туғандарын ярата. Ҡайҙа ғына булмаһын, миңә сәскә бүләк итмәй ҡалған бер генә 8 март та, тыуған көн дә булманы. Һәр саҡ һәм һәр нәмәлә ышаныслы терәгебеҙ ул. Улдарын тәрбиәләүҙә намыҫлылыҡ, әҙәплелек һәм ҡыйыулыҡ кеүек сифаттарҙы бирә алғаны өсөн уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ейәндәре өсөн дә өҙөлөп тора!
Ҡәҙерлебеҙ, һине матур юбилейың, 70 йәшең менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Һиңә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ! Артабан да шулай һүнмәҫтөкәнмәҫ энергияң менән башҡаларҙы ла дәртләндереп йәшә, ә ғаиләлә мөхәббәт, муллыҡ һәм именлек хөкөм һөрһөн.
Һиңә соҡорҙарһыҙ тигеҙ юлдар һәм, әлбиттә, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән ҡатының Тәнзилә Мәхмүт ҡыҙы, улдарың Илгиз менән Артур, ейәндәрең Тимур менән Давид.