Йәмғиәт
2 Января 2024, 08:00

ЯҢЫ ЙЫЛ МАЖАРАЛАРЫ

Яңы йылда – яңы ғүмер

Добавить в предпочтительные источники Google
ЯҢЫ ЙЫЛ МАЖАРАЛАРЫЯҢЫ ЙЫЛ МАЖАРАЛАРЫ
ЯҢЫ ЙЫЛ МАЖАРАЛАРЫ

Ғинуар баштарында ғына бала табырға тейеш Әнисәне Яңы йыл етергә бер нисә минут ҡалғас, тулғаҡ тота башланы. Быны көтмәгән әхирәтебеҙ: “Хәҙер Яңы йылды бала табыу йортонда табиптар менән үткәрәм инде!” - тип илай башланы.

Байрам ҡайғыһы китте. Беҙ контейнерҙарға ашарға тултырҙыҡ, пластик һауыт-һаба алдыҡ һәм Әнисәне бала табыу йортона оҙатып алып киттек. Беҙҙең килеүгә дауахана ихатаһында беҙҙең һымаҡ “хыялый кешеләр” Яңы йылды ҡаршылай ине. Әнисәне бала табырға оҙаттыҡ та артабан яңы дуҫтар менән байрам итергә киттек.

 

Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас