Өйләнешкәндән һуң ирем миңә ғәжәйеп бүләк яһаны.
Илшат Яңы йыл алдынан ғына атай-әсәйемдең миңә бер ҡасан да Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы саҡырмауҙары тураһында белеп ҡалды. 31 декабрҙә салат турап тора инем, домофонға шылтыраттылар. Ирем: “Һиңә килгәндәрҙер, бар яуап бир”, - тине. Ишекте асһам, ни күрәм... унда Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу тора. “Һеҙ фатирҙар менән яңылышҡанһығыҙҙыр”, - тинем. “Юҡ, беҙ тап һиңә килдек, Гөлсәсәк”, - тине Ҡыш бабай.
Шулай итеп, мин 15 минутҡа ғына бала сағыма ҡайтып әйләндем. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу минең менән әйлән-бәйлән уйнаны, һуңынан мин шиғыр һөйләнем һәм бүләккә бер тоҡсай кәнфит алдым. Был ғүмеремдәге иң ҙур байрам ине!
Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.