

Һәр бер йыл үҙенсәлекле. 2023 йыл да дөйөм республика тарихында әһәмиәтле биттәр менән яҙылды. Уны беҙ бергәләп яҙҙыҡ. Тап ошо берҙәмлек, яҡташлыҡ тойғоһо, тыуған ереңдең лайыҡлы улы, ҡыҙы булыу теләге беҙҙе изге эштәргә этәрә. Яңы 2024 йылда ла ошондай ғорурланып әйтерлек эштәребеҙ, ҡаҙаныштарыбыҙ күп булһын. Яңы йылға саф уйҙар, яҡты теләктәр менән инәйек.
Һәммәбеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет юлдаш булһын! Яңы йыл менән, дуҫтар, яҡташтар!
Гөлнора Йәмилева фотоһы.