Йәмғиәт
31 Декабря 2023, 04:00

Ишембай районында ғаилә бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләне

Яңы 2024 йыл алдынан Ишембай районы Петровский ауылынан Борис Иванович һәм Александра Кузьминична бергә татыу ғүмер итеүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләне. Улар 1953 йылдың 25 декабрендә өйләнешкән. Ғашиҡтарға ул саҡта 18 йәш булған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ишембай районында ғаилә бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләнеИшембай районында ғаилә бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләне
Ишембай районында ғаилә бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләне

Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Майоровтар ғаиләһе тормоштоң йәмен тойоп йәшәй. Ишембай районының ЗАГС бүлеге һәм Петровский ауыл советы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре юбилярҙарҙы күркәм байрамдары менән тәбрикләне.

 
 
 
Фото:Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты
Автор:
Читайте нас