

Фаягөл ӘМИРХАНОВА, башҡорт теле уҡытыусыһы:
- Ҡатын-ҡыҙҙарҙың, әсәләрҙең, ғөмүмән, йәне булған һәр кемдең бөгөн Йәшел ағас Аждаһа йылына ниндәй өмөттәр бағлауы аңлашылалыр. Мин дә дүрт күҙ менән именлек, тыныслыҡ көтәм. Сөнки көнсығыш йондоҙнамәһендә Аждаһа берҙән-бер мифик зат булһа ла (етмәһә, ниндәй ҡурҡыныс йән эйәһе бит әле), уның йылы - иң уңышлы, имен, тыныс, күк менән ерҙе тоташтырып, гармония тыуҙырған йыл, тип иҫәпләнә. Өмөтһөҙ - шайтан, ти, яҡшыға ғына өмөтләнәйек.
Йәшел ағас Аждаһа 60 йылға бер килә. Һәр береһенең үҙ төҫтәре булған ут, ер, һауа, металл һәм ағасҡа нигеҙләнгән көнсығыш йондоҙнамәһенең циклы 60 йылдан тора икән. Бер мөсәл, тик йылдар мөсәле. Һуңғы тапҡыр ул 1964 йылда булған. Мин тыуған йыл. Үҙемә килгәндә, ғаиләмә, яҡындарыма һаулыҡ теләйем, балаларым һәм ейәндәрем күңеле иман, тәүфиҡ юлында булһын. Далан һәм уңыштар барыбыҙға!
Ришат ИШКИНИН, нефтсе:
- Аждаһа йылында тыуған ирҙәр яҡындарына ҡарата иғтибарлы, хәстәрлекле. Улар үҙ көсөнә ышана һәм таяна. Киләсәккә пландарҙы күп ҡора, шунлыҡтан ҡайһы берҙәрен тормошҡа ашырып өлгөрмәй. Аждаһа ир күп ваҡы-тын һәм көсөн эшкә бағышлай. Ул эшендә бик яуаплы, талмаҫ, үҙенә һәм эргәһендәгеләргә
үтә талапсан.
Дуҫ булараҡ бик тоғролар, ярҙамсылдар, кеше бәхетенән көнләшмәйҙәр.
Аждаһа йылы яҡындарыма – уңышлылыҡ, именлек, илгә тыныслыҡ алып килер, тип ышанам. 2024 йылды тап шулай итеп фаразлайҙар ҙа. Шуға күрә киләһе йылда күптәрҙең үҙ хыялдарын тормошҡа ашырырға мөмкинлеге бар. Барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән Аждаһа йылы менән! «Торатау» гәзитенә уңыштар теләйем, уның биттәрендә күберәк ҡыуаныслы ваҡиғалар тураһында уҡырға яҙһын!
Люциә ЗИННУРОВА, ауыл хужалығы, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология бүлегенең баш белгесе:
- Дөйөм алғанда, 2024 йыл барыһына ла ҙур уңыштар һәм ыңғай үҙгәрештәр вәғәҙәләй. Күптәр ҡаҙаныштарға, еңеүҙәргә өлгәшәсәк.
Аждаһа йылының девизы: «Тырыш һәм үҙ көсөңә ышан!». Шуға күрә йылды бушҡа үткәрмәгеҙ, бәхет, уңышлылыҡ өсөн көрәшегеҙ, ен һыҙғанып эшләгеҙ.
Мин Аждаһа йылында үҙем, республикам һәм илем өсөн тик ыңғай ваҡиғалар һәм матур хәбәрҙәр генә көтәм. Яҡындарыма, яҡташтарыма сәләмәтлек, һәр башланғыста һәм эштә уңыштар теләп ҡалам!
Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА, шағирә:
- Барыбыҙ өсөн дә уҙып барған йылдың һөйөнөстәре лә, көйөнөстәре лә күп булды. Йән өшөткөс хәлдәр менән дә килешеп йәшәргә өйрәндек: бынан ары киләһе йылдың хужаһы Аждаһа һымаҡ сабыр, аҡыллы, түҙемле булырбыҙ, бәлки. Ут бөркөр һәләткә эйә булыуҙары менән ҡурҡыныс булһалар ҙа, тап шул сифаттары өсөн яратам мин Аждаһаларҙы. Көслө, ҡыйыу, ғәҙел булыуҙары өсөн дә яратам. Йәшел Аждаһа Тыныслыҡ символы ла ул. Илебеҙгә Тыныслыҡ ҡайтыр, тип өмөтләнәм. Йыл хужаһы барыһын да урынына ҡуйыр ул. Яңы йылды ошондай уйҙар менән ҡаршылайым.
Уҙып барған йылға ла рәхмәтлемен. Ижадсы булараҡ, журналистика өлкәһендә ҙур һынау үттем. «Киске Өфө», «Башҡортостан» гәзиттәрендә, «Тамаша» журналында ҙур-ҙур мәҡәләләрем донъя күрҙе. Уларҙы мәҡәләләремдең геройҙары ла, уҡыусылар ҙа бик йылы ҡабул итте, «Тамаша» журналының йыллыҡ лауреаты ла булдым. Оса белеүсе ҡанатлы зат булараҡ, Аждаһа ла ижад кешеләренә мәрхәмәтле булыр, тим. Ҡәләмдәштәремә ижади уңыштар теләйем – Аждаһа уңышлыларҙы ярата.
Милә МӘЗИТОВА, телевидение журналисы:
- Аждаһа йылында тыуған ҡатынҡыҙҙар һөйкөмлө, нескә күңелле, бөхтә. Зауыҡ менән кейенә. Ысын күңелдән ярата белә, ярҙамсыл, хәстәрлекле әхирәт.
Астрологтар белдереүенсә, Аждаһа йылы тыныс, уңышлы һәм ваҡиғаларға бай булырға тейеш. Аждаһаның йәшел төҫө сәскә атыуҙы һәм рухи үҫешкә ынтылыуҙы аңлата. Уңышҡа өлгәшер өсөн йәшел төҫтө күберәк файҙаланырға кәңәш итәләр.
Иң мөһиме, Аждаһа һәр йортҡа бәрәкәт, һаулыҡ, илебеҙгә именлек һәм тыныслыҡ алып килһен. Үҙемә килгәндә, Аллаға шөкөр, барыһы ла бар. Яҡындарым иҫәнһау булһын! Башҡаһын һорамайым.
Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.