

Яугир әсәләре менән күпме генә танышманым - береһенең дә улының ҡарарына ризаһыҙлыҡ белдереп илағанын күргәнем булманы. Был ҡатындар, киреһенсә, сая, батыр һәм сабыр. Мәрзиә Л. Салауат ҡалаһында 18-се мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләгән. 29 йыл хеҙмәтенән һуң хаҡлы ялға сығып, Түбәнге Әрмет ауылына йәшәргә күсеп ҡайта.
Артабан һүҙ «Черный» һәм «Золотой» ҡушаматлы егеттәр - ике дуҫ тураһында барасаҡ, билдәле сәбәптәр буйынса беҙ уларҙың исемдәрен телгә алмайбыҙ.
- Улым, ҡушаматы «Черный», Салауат ҡалаһында башҡорт гимназияһында уҡыны. 9-сы класты тамамлап, ҡаланың 19-сы һөнәрселек колледжына уҡырға инде, - тип уртаҡлашты һалдат әсәһе. - Яҙын диплом алырға тейеш ине, декабрь айында иптәше (әле ул «Золотой» ҡушаматлы яугир) менән армияға барырға булдылар. Был минең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Хеҙмәткә «Золотой» менән бер көндә саҡырылдылар.
Армиянан һуң элекке командиры Мәскәү өлкәһе Наро-Фоминск ҡалаһына контракт буйынса хеҙмәт итергә саҡырҙы. Баш тартманы, барҙы. Шулай итеп, унда ике йыл хеҙмәт итеп ҡайтты. Тыныс тормошта себерҙә, Салауат ҡалаһында эшләп йөрөнө.
Буласаҡ яугирҙар - «Черный» менән «Золотой» быйыл йәй махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итәләр. Ул әсәгә юлға сығырға ике көн ҡалғас ҡына хәбәр итә.
- Егеттәрҙең икеһе өсөн дә ныҡ борсолдом, «Золотой» ҙа миңә үҙ улым һымаҡ ҡәҙерле. Ләкин уларҙың ҡарары менән килешмәйенсә булмай ине. Улар ысын ир-егет, Ватан һаҡсылары булып тормошҡа яралған. Шуға минең ҡаршы тороуҙар мәғәнәһеҙ булыр ине. Ләкин уларҙың бер батальонда хеҙмәт итеүенә сикһеҙ ҡыуанам, - тип аңлата ҡатын.
«Черный»ҙың 7-се класта уҡыған ҡустыһы бар, атаһы урынына ҡалған ағай туғанын ныҡ ярата, хәстәрләй. Иң беренсе уның хәлен һораша, уҡыуы менән ҡыҙыҡһына.
Яңы йыл алдынан яугир әсәһенә шылтырата һәм ҡустыһы уҡыған Түбәнгә Әрмет мәктәбенә бүләк эшләргә тигән теләген еткерә.
- Улым ауыл мәктәбенә принтер алырға, шулай уҡ балаларға шыршы байрамын үткәрергә аҡса ебәрҙе. Бынан тыш, ҡустыһының класында уҡыған балаларҙың һәр береһенә Яңы йыл бүләктәре алдыртты. Беҙ уларҙы 28 декабрҙә тапшырҙыҡ.
Был иҫ киткес һирәк күренеш - махсус хәрби операцияла алғы һыҙатта алышҡан егет мәктәпте хәстәрләп, балаларҙың күңелен уйлап бүләк эшләһен әле?
Белмәйем, һеҙгә нисектер? Ләкин минең бар донъяны яңғыратып ҡысҡырып, Мәрзиә апайҙың улы - ысын илһөйәр, батыр йөрәкле шәхес, тип әйткем килә. «Черный» ҡушаматы ғына уның аҡ күңеленә килешмәй һымаҡ. Был исем уға ҡуңыр йөҙлө булғаны өсөн бирелгән - ярар, һуғыштың үҙ талабы.
«Черный» ҙа, «Золотой» ҙа иҫән-һау әйләнеп ҡайтыр, һис шикһеҙ, беҙ улар менән осрашасаҡбыҙ әле.
Фото шәхси архивтан.