

Регламентҡа ярашлы, йыйылыштың рәйесе, секретары һәм иҫәпләү комиссияһы һайланды.
Районда һыу тәьминәте проблемаһы һәр саҡ киҫкен тора. Бөгөн ауыл биләмәләрендә үҙәкләштерелгән селтәр булған хәлдә лә һыу мәсьәләһе беҙҙе урап үтмәй – был хәл үткәргестәрҙең иҫкереүе, эшлектән сығыуы менән дә ҡатмарлаша бара. Әлбиттә, файҙаланыуға яраҡлы булмаған торбаларҙы яңылары менән алмаштырыу ихтыяжы ҙур сығымдар талап итә.
ЯҢЫ ӘПТЕК ауылында үткән йыйылышта Һайран ауыл Советы депутаты Зифа Самикова ошо проблемаға ҡағылышлы һорау ҡуҙғатты.
- Йәйен ауылда һыу баҫымы етмәй, ә яҙын торбалар тишелә башлай. Быйыл һыу селтәрҙәрен алты-ете тапҡыр ремонтларға тура килде, - тип һүҙ башланы Зифа Абдулхай ҡыҙы. – Ошо проблемаға бәйле Яңы Әптек ауылында Мәктәп һәм Уҡытыусылар урамында һыу үткәргестәрҙе яңыртырға тәҡдим итәм.
Ауылдаштар был проектты берҙәм хупланы, мәҫәлән, Зөлфиә Иҫәнова үҙ фекерен әйтеп үтте.
- Мин үҙем Көнсығыш урамында йәшәйем. Ысынлап та йәйен һыу баҫымы юҡ. Шуға күрә һыуҙы иртән йыйып ҡуйырға кәрәк. Һыу торбаларының тишелеүе беҙгә ҙур проблема тыуҙыра. Шуның арҡаһында юлдарҙы ла ремонтлап булмай.
Йыйылыш рәйесе Рөстәм Әминев белдереүенсә, һыу мәсьәләһен хәл итеүгә 1 650 000 һум аҡса талап ителә. Сметаға ярашлы уның 1 200 000 һумы республика
бюджетынан килә, 200 000-е – муниципаль бюджеттан, 150 000-е – халыҡтан. Шәхси эшҡыуар Юрий Арбузов 100 000 һумлыҡ бағыусылыҡ ярҙамы тәҡдим итте. Зөлфиә Әмир ҡыҙы һәр йорттан 1000-шәр һум аҡса йыйырға, тигән фекер әйтте.
ҮРГЕ ӘРМЕТТӘ үткән йыйылышта ауылдаштар Совет урамында урынлашҡан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған һәйкәл биләмәһен төҙөкләндерергә ҡарар итте.
- Бөгөнгө көндә, илдә киҫкен ваҡиғалар барғанда, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында иҫтәлекте хәстәрләү бик мөһим. Был сара бигерәк тә киләсәк быуын өсөн кәрәк, - тип сығыш яһаны йыйылыш рәйесе Әнүр Шаһиев.
Проект сметаһы буйынса был эште башҡарып сығыуға 1 500 000 һум аҡса кәрәк буласаҡ. Уның 1 100 000 һумы – республика бюджетынан, ә 200 000 һумы муниципаль район хакимиәтенән бүленәсәк. Үрге Әрмет халҡы 100 000 һум йыйып тапшырырға тейеш. Ҡалған 100 000-де бағыусы бирәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйылғы йылда ошондай уҡ проект Түбәнге Әрметтә уңышлы башҡарылғайны – һәйкәл территорияһы күҙгә күренеп матурланды.
- Инициатив төркөмдөң был йүнәлештә тәжрибәһе ҙур. Әрмет ауыл Советы халҡы Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында 2016 йылдан ҡатнашып килә. Түбәнге Әрметтә был проект сиктәрендә мәктәптең, мәҙәниәт йортоноң бинаһы ремонтланды. Шулай уҡ Үрге Әрмет һәм Түбәнге Әрмет ауылдарында спорт майҙансыҡтарына ҡорамалдар ҡуйылды. Биләмәлә һыу селтәре яңыртылды, зыярат кәртәләнде, - тине Әнүр Әҙһәм улы.
БӘЛӘКӘЙ БАЙЫҠТА үткән йыйылышта ауыл әүҙемселәре – Таңһылыу Мырҙагәрәева һәм Райхана Ямалетдинова сығыш яһаны.
- Беҙҙең ауылда 2018 йылда Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса Механизаторҙар урамына асфальт түшәлгәйне. Бөгөнгө көндә проблемаларҙың береһе булып Бәләкәй Байыҡ ауылы зыяратын кәртәләү тора. Ул сереп, емерелеп бөтөп бара, - тип белдерҙе Таңһылыу Сабирйән ҡыҙы.
Ауылдашының һүҙен ҡеүәтләп Райхана Ямалетдинова һәр йорттан 2000-шәр аҡса йыйырға тәҡдим итте.
Йыйылыш рәйесе Салауат Йосопов смета менән таныштырып үтте. Уға ярашлы проекттың дөйөм суммаһы 1 640 000 тәшкил итә. Шул иҫәптән, 1 200 000-е –
республика бюджетынан, 200 000-е – муниципаль бюджеттан, 120 000-е – ауыл халҡынан.
«Правда» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкиле Ольга Соколова, ойошма 120 меңлек бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтергә әҙер, тип сығыш яһаны.
Фото ауыл Советтары архивынан.