

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты һәм "Еңел старт һәм бизнесты уңайлы алып барыу өсөн шарттар булдырыу" төбәк проекты сиктәрендә Ишембай районында онлайн режимда эшҡыуарлыҡ сәғәте үтте.
Унда Ишембай районы биләмәһендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация үҙәген булдырыу буйынса проектты тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде. Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә дәүләткә ҡарамаған секторҙы үҫтереү, социаль хеҙмәттәр менән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу проекттың төп маҡсаты иҫәпләнә. Бөгөндән үк инвестор проектты тормошҡа ашырыу ваҡытын, эштәр күләмен һәм кәрәкле инвестицияларҙы билдәләй. Ишембай районы хакимиәте проектты хупланы. Проектты тормошҡа ашырыуҙа тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушылған.
Социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү иҡтисади үҫеште стимуллаштырыуға һәм бюджет сығымдарын кәметеүгә йүнәлтелгән өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Хеҙмәтләндереүҙәрҙең сифатын күтәреү маҡсатында дәүләткә ҡарамаған иҡтисад секторының халыҡҡа социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙә ҡатнашыуын киңәйтеү бюджет өлкәһе реформаһының төп йүнәлештәренең береһе булып тора.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Ишембай районы хакимиәте.