Йәмғиәт
24 Декабрь 2023, 08:00

Яҡташтар проектҡа әүҙем ҡушылды

Ошо көндәрҙә районда старт алған Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә Урман-Бишҡаҙаҡ, Уразбай һәм Ҡолғона ауылдарында халыҡ йыйылыштары ойошторолдо. Проекттың конкурста еңеп сығыуы өсөн заявканы дөрөҫ биреү генә түгел, ә ауылдаштарҙың әүҙем ҡатнашлығы ла мөһим. Бының өсөн инициативалы төркөм ойоштороу төп шарттарҙың береһе булып тора. Артабан тап уның эшмәкәрлеге проектты ғәмәлгә ашырыу менән бәйле.

Яҡташтар проектҡа әүҙем ҡушылдыЯҡташтар проектҡа әүҙем ҡушылды
Яҡташтар проектҡа әүҙем ҡушылды

ЭТҠОЛ ауыл Советы хакимиәте башлығы Илгизәр Ихсанов белдереүенсә, уразбайҙар уҙған йылда уҡ зыярат кәртәһен яңыртырға теләк белдергән. Ул урыны менен серек, ватыҡ булған.

- Уразбай ауылы халҡы исеменән Рәүеф Ямалетдинов һәм Фәрүәр Янбаев ошо тәҡдим менән сығыш яһаны. Йыйылышта барлығы 100-гә яҡын кеше ҡатнашты, - тип уртаҡлашты Илгизәр Плүр улы. – Сметаға ярашлы, зыяратты кәртәләүгә 1650000 һум аҡса талап ителә. Дөйөм сумманың 1200000-е – республика бюджетынан, 200000 урындағы хакимиәттән бүленә. Сараның бағыусыһы 100 мең бирһә, ауыл халҡы 150 мең һум йыйып тапшырырға тейеш. Аҡса артып ҡалған осраҡта, ул зыярат эргәһендәге йортто һәм
алтаҡтаны яңыртыу өсөн ҡулланыласаҡ.

Ауыл әүҙемселәренең береһе, Мансур Кәримов, һәр йорттан берешәр мең һум аҡса йыйырға тәҡдим итте. Ҡалғандар был фекерҙе дәррәү күтәреп алды.

Шулай уҡ ауыл халҡы башҡарыласаҡ эш менән дә ҡыҙыҡһынды. Мәҫәлән, уҡытыусы Ғәйшә Мифтахова зыярат кәртәһенең ниндәй материалдан булыуы, уның бейеклеге тураһында һорауҙар бирҙе. Был эште атҡарып сығыу маҡсатында ауыл халҡынан инициативалы төркөм төҙөлдө, һуңынан уның йыйылышы үтте һәм эштең нисек башҡарыласағы тураһында һөйләшелде.

ҠОЛҒОНА ауылында үткән халыҡ йыйылышында әүҙемселәр – Салауат Ямалов, Азат Салауатов, Марс Ғөбәйҙуллин сығыш яһаны.

- Мин Ҡолғона ауылында Комсомол, Тыныслыҡ һәм Йылға урамдарының автомобиль юлдарын ремонтларға тәҡдим итәм, сөнки уларҙан үтерлек түгел. Был урамдарҙа йәш һәм күп балалы ғаиләләр йәшәй. Балаларҙы мәктәпкә, баҡсаға ваҡытында алып барып еткерергә кәрәк. Ә белем биреү учреждениеһына тиклем ике километр. Шуға ла ошо проектҡа тауыш биреүегеҙҙе һорайым, - тип мөрәжәғәт итте халыҡҡа депутат Салауат Ямалов.

Комсомол урамында йәшәгән күп балалы ғаилә башлығы Азат Салауатов та ауылдашының тәҡдимен яҡлап сыҡты.

- Етмәһә, был юлдарҙа машиналар зыян күрә. Тәгәрмәстәр соҡорға йыш эләкһә, транспорт ватылып ҡына бара. Ғаиләнең машинаны ай һайын ремонтларға финанс яҡтан мөмкинлеге юҡ. Шуға ла ауыл депутатының һүҙенә ҡушылам, - тине ул.

Марс Ғөбәйҙуллин яҡташтарының һүҙен ҡеүәтләп, был юлдарҙа бигерәк тә яҙын ҡар ирегәндә, йәйен һәм көҙөн ямғыр яуғанда йөрөүе ҡатмарлы, тине. Ә “Рисманстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Азамат Мусин проектты ғәмәлгә индереү маҡсатында 100 меңлек бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтергә теләк белдерҙе.

Ҡолғона ауыл Советы хакимиәте башлығы Лилиә Фәтиева смета буйынса проектҡа күпме аҡса талап ителеүе тураһында сығыш яһап, йыйылыштың ҡарарын уҡып ишеттерҙе. Дөйөм алғанда, юлды ремонтлау өсөн 1600 000 һум аҡса кәрәк: уның 1 200 000-е - республика, 200 000-е муниципаль район хакимиәте бюджетынан, 100 000-е урындағы халыҡтан, ҡалған 100 000-е бағыусынан.

УРМАН-БИШҠАҘАҠТА үткән халыҡ йыйылышында староста Илшат Рәшитов, ауылда урынлашҡан янғын депоһын ремонтларға, тигән тәҡдим индерҙе.

- Урман-Бишҡаҙаҡта ауыл Советы ҡарамағында элекке магазиндың бинаһы бар, майҙаны – 609 квадрат метр. Әгәр беҙ уны янғын һүндереү депоһы өсөн ремонтлап алһаҡ, күп проблемалар хәл ителәсәк, - тип һүҙ башланы Илшат Нәсҡәт улы. – Тәү сиратта, ирекле янғын һүндереүселәр командаһы өсөн эш урыны буласаҡ, автомашинаны ла шунда ҡуйырға мөмкин.

Уның тәҡдименә ауылдашы Рәфис Сафин ҡушылды.

- Эйе, ирекле янғын һүндереүселәрҙең үҙ бинаһы юҡ. Автомашина ла мәктәп биләмәһендә урынлашҡан, - тине ул. – Дәүләт беҙгә шундай мөмкинлек бирә икән, һис шикһеҙ, уның менән файҙаланырға кәрәк. Шуға ла, әйҙәгеҙ, был программала берҙәм ҡатнашайыҡ.

- Ысынлап та, ауыл старостаһы һәм янғын һүндереү машинаһы водителе дөрөҫ тәҡдим индерҙе. Икенсе яҡтан, ҡулланыуһыҙ торған ташландыҡ бина ла ремонттан һуң яңы төҫ аласаҡ. Был ауыл өсөн бик мөһим, - тип ҡеүәтләне ауылдаштары сығышын Светлана Хужәхмәтова.

Халыҡ йыйылышы рәйесе Динара Ибраһимова белдереүенсә, проекттың дөйөм суммаһы 1600 000 һум аҡса тәшкил итә. Республика бюджетынан – 1200 000 һум, муниципаль район хакимиәтенән 200 000 һум бүленәсәк. Халыҡ 100 000 һум аҡса йыйып бирә, проект спонсоры Айҙар Хужәхмәтов 100 меңлек ярҙам күрһәтә.
Урындағы башланғыстарға ярҙам проектында халыҡтың үҙ теләге менән ҡатнашыуы ауылда көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеп кенә ҡалмай, ә уртаҡ көс менән төҙөкләндерелгән объекттарға һаҡсыл ҡараш та тәрбиәләй.

 

 

Фото: https://vk.com/id584931685

Яҡташтар проектҡа әүҙем ҡушылды
Яҡташтар проектҡа әүҙем ҡушылды
Яҡташтар проектҡа әүҙем ҡушылды
Яҡташтар проектҡа әүҙем ҡушылды
Яҡташтар проектҡа әүҙем ҡушылды
Яҡташтар проектҡа әүҙем ҡушылды
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас