Йәмғиәт
20 Декабрь 2023, 14:27

Ауыл хәбәрҙәре

Этҡол ауылы мәсетендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙгә арнап ҡорбан ашы уҙғарылды.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Ҡорбанды Бәләкәй Мәҡсүт ауылында йәшәүсе Рөстәм һәм Венера Вәлиевтар ғаиләһе салдырҙы.

Мәжлескә Этҡол ауыл биләмәһенән МХО-ла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙҙең ата-әсәләре, ғаиләләре саҡырылды. Ишембай мөхтәсибәте имам хатибы Рәсүл хәҙрәт үҙенең вәғәзендә бөгөнгө көндә Украина ерендә барған хәлдәргә дин күҙлегенән баһа бирҙе. Ауылыбыҙҙың имам-хатибы Рәсүл хәҙрәт, Абдрахман, Мөдәрис муллалар тарафынан ҡөрьән аяттары уҡылып, доғалар ҡылынды.

Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илгизәр Ихсанов үҙ сығышында батыр ул тәрбиәләүсе ата-әсәләргә рәхмәтен белдереп, махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәребеҙ мәңге хәтерҙә һаҡланасағын, ауылдаш ир-егеттәрҙең тиҙерәк хәрби бурыстарын үтәп, илдә тыныслыҡ булдырып, тыуған яҡҡа иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.

Ҡорбан мәжлесенә килеүсе ата-әсәләр  ойоштороусыларға, аш-һыу әҙерләүсе ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәтен белдерҙе.

Доғалар ҡабул булһын, ир-егеттәр имен-һау әйләнеп ҡайтһын!

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Гөлдәр ЙӘРМӨХӘМӘТОВА.
Читайте нас