

Ул Яҡуп һәм Мәстүрә Фәхретдиновтарҙың ете балалы ғаиләһендә донъға килә.
- Тормош ауыр булһа ла атай - әсәйебеҙ беҙҙе ас-яланғас итеп үҫтермәне,- тип хәтирәләре менән бүлеште аҡһаҡалыбыҙ.
1949 йылда әрме хеҙмәтенә алынып, Ҡытай халыҡ республикаһында 4 йыл хеҙмәт итә ул. Әрме хеҙмәтенән һуң тыуған ауылында хеҙмәт юлын башлай. 1965 йылда Мәскәү ҡалаһында уҙған Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Почет билдәһе ордены, миҙалдар, маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. 1955 йылда Мәҙинә Фәхретдин ҡыҙына өйләнеп, 6 балаға ғүмер бирәләр.
Әлеге көндә үҙе ҡорған нигеҙҙә Ришат һәм Әлиә килене ғаиләһендә ҡәҙер-хөрмәттә йәшәй. 18 ейән-ейәнсәргә, 17 бүләсәгә ҡәҙерле, хөрмәтле олатай. Ильяс бабайҙың вариҫтары тыуған илебеҙҙең төрлө тармағында эшләүсе кәрәкле белгестәр.