Йәмғиәт
15 Декабрь 2023, 07:00

Ишембай – таҙа ҡала

Бөгөн, 15 декабрҙә, «Асфальтбетон заводы» муниципаль унитар предприятиеһының ойошоуына 15 йыл булды. Ҡала урамдарының таҙалығы, төҙөклөгө тап ошо ойошма хеҙмәткәрҙәренең тырышлығынан тора.

Ишембай – таҙа ҡалаИшембай – таҙа ҡала
Ишембай – таҙа ҡала

Предприятиеның юбилейы уңайынан беҙ уларҙың береһе – водитель Александр Стива менән әңгәмәләшеп үттек. Ул бында 2000 йылдан алып эшләй.

- Мин эш башлаған саҡта бында махсуслаштырылған автомобиль хужалығы ине. Үҙгәртеп төҙөүҙән һуң беҙгә юл ремонт-төҙөлөш идаралығын ҡуштылар, - тип хәтерләй Александр Владимирович. - «Асфальт-бетон заводы» һәр саҡ иртәндән алып кискә тиклем тотороҡло эшләне. Элегерәк, юлдарҙы таҙартыуҙан тыш, йәйгеһен уларҙа тәртип ойоштора торғайныҡ. Соҡорҙарҙы яманыҡ, капиталь ремонттар башҡарҙыҡ. Шулай уҡ сүпсар сығарыу машиналары ла беҙҙең ҡарамаҡта ине. Шулай итеп, ҡаланы таҙа, бөхтә тотоу һәр саҡ беҙҙең өҫтә булды.

Александр Стива белдереүенсә, «Асфальт-бетон заводы» предприятиеһына ҡала хакимиәте ҙур ярҙам күрһәтә. Ул ойошманы кәрәкле техника менән тәьмин итә.

- Беҙгә хакимиәт өс комбинациялы юл машинаһы (КДМ), ике грейдер, ике МТЗ тракторы тапшырҙы. Шулай уҡ МАЗ автомобиленә ике фронталь КДМ йөк тейәгесе көтәбеҙ. Ҡала хакимиәтенә ярҙамы өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Сөнки предприятие ауыр осорҙар кисергән саҡтарҙа был ярҙам ныҡ тойолдо, - тип дауам итте һүҙен водитель. – Әйткәндәй, 15 декабрҙә ҡала мәҙәниәт һарайында үткән юбилейҙа элекке хеҙмәткәрҙәребеҙҙе, ветерандарыбыҙҙы күрергә ниәт бар. Беҙҙең коллектив элек-электән берҙәм,
татыу булды. Әле лә шулай. Көн-төн тип тормайҙар, һәр саҡ эшкә әҙерҙәр. Сәғәт иртәнге алтыға юл транспорт хәрәкәте өсөн таҙартылған, асыҡ булырға тейеш. Быйылғы йылда «Асфальт-бетон заводы» мәктәптәр территорияһына асфальт түшәүҙә ҙур эш башҡарған. Шулай уҡ ойошма «БашРТС» йылылыҡ трассаларын яңыртҡандан һуң юлдарҙы, уларҙың эргәләрен ремонтлаған.

Александр Владимирович ҡатыны Алёна менән биш балаға ғүмер биреп, лайыҡлы тәрбиәләп үҫтергән. Өлгөлө ғаиләгә именлек теләп ҡалабыҙ.


Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас