

Конституция көнө уңайынан 11 декабрь көндө Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов Рәсәй Федерацияһының йәш граждандарына паспорттар тапшырҙы.
20 уҡыусы "Беҙ – Рәсәй граждандары" бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә район башлығы ҡулынан тәүге паспорттарын, “Беренселәр хәрәкәте” исеменән паспортҡа тышлыҡтар һәм Хәрәкәт билдәләрен алды. Улар – уҡыуҙа, спортта, ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә үҙен лайыҡлы күрһәткән 14 йәшлек балалар.
Был сара үҫмерҙәр тормошоноң яңы, яуаплы этабына инеүен, Рәсәйҙең тулы хоҡуҡлы граждандары тип таныуын билдәләй. Улар илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың сәскә атыуы өсөн барыһын да эшләйәсәк, тигән ышаныстабыҙ.