

Береһен береһе ҡыуалап үҫеп килгән ҡыҙҙарын да ҡарарға кәрәк. Ҡыҙҙар наҙлы, әммә ана шул наҙ өсөн түләргә лә кәрәк шул. Ҡыҫҡаһы, малайҙарға ҡарағанда ҡыҙҙарҙы тәрбиәләп үҫтереү кеҫә йәһәтенән ауырыраҡҡа төшкәнен ҡыҙ үҫтергән кеше генә белә. Етмәһә, Зөлхизә менән Зөбәйҙәләре бер-бер артлы мәктәпкә барҙы.
Ауылда күптән инде эш урындары юҡ, колхоз-совхоздарҙың бөткәненә лә биш былтыр. Оҙаҡ уйлаһаң, бер нимә лә килеп сыҡмай. Иң тәүҙә һөҙөү, шунан һуң ғына мөгөҙөңә нимә килеп эләккәнен байҡау лазым. Тәүәккәллек таш яра. Крәҫтиән балаһы крәҫтиәндәрсә эш итә инде. Тәүге йылында Кәрим ике йөҙ ҡаҙ себеше алып ебәрҙе, һимертергә өс баш башмағын айырып ҡуйҙы. Үҙенең һәм ауылдағы ташландыҡ ике өйҙөң картуфлыҡтарын силсәүиттән рөхсәт һорап һөрҙөрөп, өсөһөнә лә мансылдырып картуф сәсте.
Себеште көҙ һанайҙар. Ҡырпаҡ ҡар яуыуға хужа усында төйөрөм генә аҡса барлыҡҡа килгәнен тойҙо. Тик был аҡсаһын ул кеҫәһенә, күптәр кеүек банкҡа һалып ҡуйырға ашыҡманы. Аҡса аҡса эшләргә тейеш. Икенсе йылына ҡаҙ себештәренең, һимертергә ҡуйылған башмаҡтарҙың һаны ике тапҡырға артып китте. Ҡаҙҙар һәм башмаҡтарына ем, көрпә алырға ла аҡсаһы етте.
Тап ошо мәлдә ҡасандыр алып онотолған пай ере барлығы иҫенә төштө. Хәҙер инде ул картуфлыҡтар менән ваҡланып торманы. Пай ерен күрше ауылдағы фермерҙы яллап һөрҙөрөп, уның техникаһы менән картуфын да сәстереп ҡуйҙы. Хәләл көс менән табылғандың ҡәҙерен белә Кәрим. Ҡаҙҙары менән башмаҡтарын һуйып, ваҡлап һатты. Ауылға килеп күмәртәләп ит йыйып йөрөүселәргә әйләнеп тә ҡараманы. Баҙарға ит һатырға үҙе сыҡты. Йыйып алған картуфын ҡалалағы комбинаттың етәкселеге менән һөйләшеп бер юлы тапшырҙы. Комбинаттың йөк машиналары тейәп алып китте уңышын.
Ҡырпаҡ ҡарҙа түбәһе күккә тейҙе. Кәрәкле сумманың яртыһынан күберәге тупланды ҡулына. Буйтым ғына. Яҡынса иҫәбе буйынса тағы бер йыл ынтылһа, алдағы йылда «крузак» ихатаһында балҡып ултырасаҡ. Әлеге аҡсаһы ҡулдан да ундай машинаны алырға етерлек. Әммә был йәһәттән Кәримдең үҙ һүҙе лә бар: кәләште – ҡыҙҙан, машинаны – “нулдән”.
Малдар ҡышҡа ҡураға ингәс, тик ятырға күнекмәгән Кәримдең күҙенә гәзиттәге бер иғлан салынды.
Бер бай ғына миллионермы-миллиардермы, олигархмы-ала ҡараҡмы, яҡындағы ҡалала сауҙа үҙәге төҙөргә эшселәр йыя. Төҙөлөшкә иретеп йәбештереүселәр талап ителә икән. Кастинг тигән нәмәҫтәкәй менән алалар икән. Оҙаҡ уйлап торманы, китте шунда. Ҡулы эш белгәс, моңмо ни? Тимерҙе төрлөсә иретеп йәбештереп ярыштылар. Заявка биргән алтмышлап дәғүәсенән эшкә ҡабул ителгән бишәүҙең береһе Кәрим булып сыҡты. Ул эшкә көн һайын ауылдан үҙ машинаһында йөрөнө. Ике ҡулына – бер эш.
Алтын ҡуллы тырыш эшсене шунда уҡ күреп тә ҡалдылар. Үҙен иретеп йәбештереүселәрҙең бригадиры итеп тәғәйенләп ҡуйҙылар. Тәүге айҙарҙа хужа алдан вәғәҙә иткән эш хаҡының яртыһын ғына түләп килде лә, егеттәрҙең ышаныслы булыуы һыналғас, ҡалған сумманы ла бер юлы иҫәптәренә күсерҙе.
Иш янына ҡуш булды Кәримдең көтмәгәндә ошо төҙөлөш бригадаһында эш башлауы. Был шөғөлө уға билдәләгән маҡсатына тиҙерәк барып етергә ярҙам итәсәк. Әммә донъя бер алдын, бер артын күрһәтә тигәндәй, алдағы йәйҙең ҡоро килеүе, шул сәбәпле фуражға хаҡ артыуы, бесән наҡыҫлығы бәкәлгә һуҡты. Ауыл халҡы малын күмәртәләп һуйып, баҙарға тултырҙы һәм иткә хаҡ төштө. Картуф та йүнле үҫеп сыҡманы. Ҡатыны ҡыҙҙары менән көнө-төнө үҫентеләргә ҡоҙоҡтан һыу ҡойоп торһа ла, ямғырһыҙ, картуфтың картуфы ла ырап үҫмәй икән.
Кәрим ергә һәм башмаҡтарҙың, ҡаҙҙарҙың тамағына һалған сығымдан утыҙ процент самаһы ғына артыҡ килем ала алды. Иҫәп тотҡан суммаһы килеп сыҡманы. Уныһы ғына етмәгән, донъя, ил кимәлендә башланған иҡтисади көрсөк Кәримдең алдына тағы ла көтөлмәгән ауырлыҡтар килтереп ҡуйҙы. Инфляция башланды. Бына-бына дефолт булырға тора, ти банктар хеҙмәткәрҙәре. Эштәр улайға китһә, Кәримдең өс йыл буйы ҡара тирен түгеп йыйған хәләл аҡсаһына «крузак»тың үҙен түгел, бер тәгәрмәсен дә һатып алыу мөмкин булмаясаҡ. Ул сағында инде ер тырнап, йә сәсеңде йолҡоп иларға ғына ҡала.
Бер көн Кәрим эштән ҡайтҡас, һәр ваҡыттағыса, киске ашҡа ултырҙылар. Ниңәлер ҡатыны Зөләйха иренең борсолоулы мәшәҡәттәренә битараф һымаҡ тойолдо. Туҡтауһыҙ йылмая, көлә. Бер-береһен бығаса һүҙһеҙ ҙә аңлай ине улар. Ир ҡырҡҡа ярылырҙай булып йөрөгән саҡта ҡатынының бындай ҡыланышын нимәгә юрарға ла белмәне.
Был йәһәттән Кәрим яңылышмаған булып сыҡты. Зөләйха өҫтәл артынан тороп киткән ҡыҙҙарының ҡайһыһы ҡайҙа йүнәлгәнен көтөп кенә ултырҙы ла үҙенең сәйер хәләтенең серен асып һалды.
– Кәрим, бөгөн район үҙәгенә барып, табипҡа күренеп килдем...
– Ауырыйһыңмы ни?
– Юҡ та...
– Атыу?
– Шул, мин тағы ла ауырға ҡалдым...
– Нимә?..
– Ауырға ҡалдым, тием. УЗИ-ҙан ҡараныҡ...
– Кем?
– Ҡыҙ...
– Нимә-ә-ә?..
– Нимә түгел, кем. Тиҙҙән ҡыҙыбыҙ була...
– Ҡасан тиҙҙән?
– Ғинуарҙа...
– Ниңә һин был хаҡта миңә иртәрәк әйтмәнең? Юҡ, ниңә иртәрәк ауырға ҡалманың?!
Ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәренең мәғәнәһе хаҡында аңларлыҡ хәлдә түгел ине Кәрим. Ул тәүҙә туҡтауһыҙ көлөргә тотондо ла, аҙаҡ ҡатынын бәпәй һымаҡ күтәреп, өй буйлап күтәреп йөрөтә башланы. Үҙе туҡтауһыҙ һөйләнде:
Аптыранам был ҡатынға:
Ҡыҙ таба ла, ҡыҙ таба.
Һин тимен, малай хаҡында
Докторға барып ҡара...
Ғаиләләре өсөн лозунгҡа әүерелгән был шиғырҙы артабан Зөләйха дауам итте:
Аптырағас, роддомға
Үҙең бараһыңмы ни?
Ҡатын тапмаған малайҙы
Үҙең табаһыңмы ни?
Шиғри әйтеште Кәрим дауам итте:
Бында ҡыҙҙар фермаһы юҡ,
Өй тултырма ҡыҙ менән.
Ҡыҙға ҡарап тораһым юҡ,
Малай кәрәк бер тигән...
Уларҙың кинәйәле итеп ирәүән шаярышыуын ҡыҙҙары ла күреп ҡалды. Тәүҙә төпкө бүлмәлә телевизор ҡараған Зөлхизә менән Зөбәйҙә улар янына йүгерешеп сыҡты. Ҡыҙҙар аталары менән әсәләренең алмаш-тилмәш һөйләгән шиғырынан шуны аңланылар: тиҙҙән уларҙың тағы ла бер һеңлеләре донъяға киләсәк. Һеңлекәштәре Зөлхәбирә, Зәлифә, Зөмәрә тыуыр алдынан да улар тап ошо шиғырҙы һөйләгәйне.
Бер аҙҙан тыштан бәләкәй һеңлеләре йүгерешеп килеп инде. Айыу бейетәләр тиһеңме? Улар килеп инде лә, әсәләрен күтәргән аталарын күреп, ишек төбөндә йомош һорап ингән балаларҙай ҡатып ҡалды. Бер аҙҙан ғаиләләге шатлыҡлы яңылыҡ уларға ла мәғлүм булды. Мәктәптә уҡыусы Зөлхизә менән Зөбәйҙә тиҙҙән донъяға киләсәк туғандарының әсәләренең эсендә икәнлеген белә ине инде. Тик береһенән-береһе бәләкәс Зәлхәбирә, Зәлифә һәм Зөмәрә кескәй туғандарын Һаҡмарҙан тотоп алалар тигәнгә ышанғас, был хәлгә тик үҙҙәренең йәшенә ярашлы кимәлдә генә ҡыуанды, булһа кәрәк.
Кис ятҡас, Кәрим менән Зөләйха алтынсы ҡыҙҙарына йола буйынса «3» хәрефенә башланған исем эҙләп, Зарина тигәндә туҡталырға булдылар. Ҡыҙҙарҙың тыуасаҡ һеңлеләрен ҡаршыларға нисек әҙерләнеүен күҙәтеүе оло бер кинәнес ине. Кемдер ниндәйҙер уйынсығын бер кем дә белмәгән ергә йәшерә, икенселәре кейем хәстәрләй, кәнфит, печенье, һағыҙ запаслай.
Кәрим көн аша тиерлек ҡалалағы машиналар һатыла торған үҙәккә барып, үҙе һатып аласаҡ машинаның хаҡын һорашып-белешеп торҙо. Бер көн барғанында уға үҙәктәге дилерҙар ике айҙан машинаға хаҡтың – ун процентҡа, өс айҙан утыҙ процентҡа артасағы хаҡында хәбәр итте. Кәрим йығылып китә яҙҙы. Машинаға аҡсаһын тултырыр өсөн, бик теләмәһә лә, кредит алырға тура киләсәк уға. Банкҡа йүгереп барҙы. Унда ла ажиотаж. Офисҡа яҡын барырлыҡ түгел. Ярты көн буйы сиратта торҙо. Көтөүе бушҡа ғына булды. Дефолт алдынан ниндәй банк кредит өләшһен инде? Уға ике-өс айҙан, йәғни валюталар нисбәте кинәт һикереш яһағас ҡына килергә ҡуштылар.
Кәрим булған барлыҡ аҡсаһының яртыһын долларға, яртыһын евроға алмаштырып алды ла ауылына ашыҡты. Юлда ла, ҡайтҡас сәй эскәндә ҡатыны менән һөйләшкәндә лә, ҡайҙан аҡса табырға тигән уй башынан сыҡманы. Ауылдағы барлыҡ туғандарын, дуҫтарын күҙ уңынан үткәреп сыҡтылар. Тик ауыл кешеһенә тотош капитал булып тойолған байтаҡ ҡына сумманы һорап торор кешене иҫләй алманылар. Дефолт алдынан кем кемгә аҡса биреп торһон инде? Барыһы ла барлы-юҡлы аҡсаларына нимәлер алып ҡалырға, күсемһеҙ милеккә әйләндерергә тырыша.
Теге саҡта ҡатынының ауырлы икәнлеген тәүләп ишеткән көндө Кәрим көтмәгәндә, үҙе лә һиҙмәҫтән, Зөләйханан «Ниңә иртәрәк ауырға ҡалманың?» тип һорауы юҡтан ғына түгел ине. Ысынлап та, әгәр ҙә ҡатыны тап ошо көндәрҙә бала тапҡан булһа, машина өсөн ҡалған аҡса мәсьәләһен Әсәлек капиталы менән хәл итерҙәр ине. Ошо хаҡта уйлауы булды, Кәрим ултырған еренән һикереп торҙо.
– Әсәһе, миңә мул ғына итеп күстәнәс әҙерләп бир әле. Бер сирек бал, ике ҡаҙ һал. Мин иртәгә үҙем менән алып китәм...
– Ярар, әҙерләрмен. Сер булмаһа, кемгә ул күстәнәс?
– Әлегә сер. Килеп сыҡһа, үҙеңә әйтермен...
– Бигерәк ҡыҙыҡһың да инде һин, Кәрим...
– Ҡыҙыҡмын шул. Алла бойорһа, иртәгә «крузак» менән ҡайтып төшһәм, тағы ла ҡыҙығыраҡ булыр...
Үҙе менән бер бригадала эшләгән Ғәлләмгә таң һарыһынан китте Кәрим. Ул район үҙәгендә йәшәй ине. Бик ярҙамсыл хеҙмәттәше. Таң намаҙынан йортона килеп, тәҙрә аша ҡул иҙәүе менән тышҡа сығырға өндәгән бригадиры Кәримде күргәс, хужа тиҙ генә кейенеп сыҡты. Кәримгә йомошон аңлатырға бер минут ваҡыт етте.
Ғәлләмдең бер туған ағаһы Ғәлим Сынбулатов район дауаханаһында баш табип булып эшләй. Кәримдең йомошо тап унда ине. Сынбулатовтың йортона киттеләр. Ғәлләм ағаһының йортона үҙе инеп ките лә кире килеп тә сыҡты. Ағаһы иртүк эшенә киткән икән. Дауаханаға йүнәлделәр. Кәрим хеҙмәттәшенә ағаһына тигән күстәнәсте тотторҙо ла коридорҙа ултырып ҡалды, Ғәлләм баш табиптың бүлмәһенә инде. Оҙаҡ ҡына һөйләштеләр. Балҡып килеп сыҡты Ғәлләм. Кәримдең ҡулын ҡыҫты ла:
– Ағайымды көскә күндерҙем. Тик ул һинең үҙең менән һөйләшкеһе килә. Бар...
Ғәлләм ағаһына оҡшаған икән. Баш табиптың саллана башлаған сәстәрен, маңлайындағы һырҙарын күрмәмешкә һалышҡанда, бүлмәлә Ғәлләм ултыра ине. Ул Кәрим менән урынынан тороп күреште. Шунан кире барып креслоһына ултырғас:
– Ғәлләм, һиңә был справка эш урынында процентһыҙ кредит алыр өсөн генә кәрәк, тине. Шулаймы?
– Эйе, тап шулай...
– Башҡа кеше һораһа, иғтибар ҙа итмәҫ инем. Ҡустым үтенгәс, баш тарта алманым. Беҙ туғандар ғына түгел, дуҫтар ҙа...
– Беҙ ҙә уның менән дуҫтар. Ҡустығыҙ ныҡ ярҙамсыл. Кеше йәнле кеше. Ундайҙар донъяла һирәк...
– Йәш саҡта минең улым бөйөр өйәнәге менән йығылғас, донор кәрәк булды. Үҙемдең дә бөйөрҙәр насар. Шул саҡта мин унан үтенгәйнем. Оҙаҡ уйлап та тормайынса, бер бөйөрөн улыма бирҙе. Улым бөгөн Мәскәүҙә медицина университетында профессор...
– Һеҙ бер-берегеҙгә оҡшағанһығыҙ...
– Әле яныма инеп йомошон әйткәс, шундуҡ ҡаршы төштөм. Ә ул малайымды иҫемә төшөрҙө. Тап шул арҡала ғына справка бирергә риза булдым. Ә һиңә нимәгә ул шул тиклем аҡса?
– Машина алырға ине, Ғәлим...
– Аңлашылды. Тик был справканы тотоп Әсәлек капиталы юлларға барып ҡуйма. Шундуҡ эләктерәсәктәр. Әгәр ҙә берәй хәл була ҡалһа, һин мине, мин һине белмәйбеҙ. Был справканы һин үҙең компьютерҙа әтмәләп алдың. Булдымы?
– Булды. Аңланым. Рәхмәт...
– Ҡыҙығыҙҙың имен-аман тыуыуын теләйем...
Баш табип уның алдына мисәтле документ сығарып һалды ла минән бурыс төштө тигән ҡиәфәттә телефонға йәбеште.
Ғәлләм менән ҡала буйлап елдерҙеләр. Төҙөлөш тресының офисына барып йомошон аңлатҡайны, унан балаһы тыуыу тураһында белешмә, сабыйҙың тыуыу тураһында танытмаһын һоранылар. Бындай хәлдең килеп тыуырын көтмәгәйне Кәрим. Әммә уға сигенергә түгел хәҙер. ЗАГС бүлегенә барып, танытма алырға тура килде Кәримгә. Ярай әле, хеҙмәттәше Ғәлләм уны дәртләндереп торҙо. Бик күпте белә булып сыҡты хеҙмәттәше. Баҡтиһәң, бөтөнләй тыумаған да, булмаған да балалары өсөн был фани донъяла пособие, Әсәлек капиталы алып ятыусылар бар икән. Ундай хәлдәр булғанмылыр-юҡмылыр, быларҙы Ғәлләм коллегаһының күңелендәге уңайһыҙланыу тойғоһон алып ташлар өсөн һөйләне булһа кәрәк.
Танытма әҙер булғас, тағы ла офисҡа елдереп барып еттеләр. Ҡалғаны, кем берәү әйтмешләй, «техника эше». Кәримгә предприятиеның Уставына ярашлы, бер йыллыҡ эш хаҡын процентһыҙ кредит итеп бирҙеләр. Ун минуттан шығырлап торған өс йөҙ мең һум аҡса Кәримдең ҡулына күскәйне инде. Ул усына аҡсаһын йомарлап тотҡан килеш автоүҙәккә шылтыратты.
Иҫке машинаһын Кәрим Ғәлләмдәрҙә ҡалдырып торҙо. Ауылға ялтырап торған ап-аҡ «крузак» менән ҡайтты. Өйҙәгеләр өсөн был көтөлмәгән байрам булды. Ҙур еңеү ине Кәримгә был. Ҡатыны табын әҙерләп, тиҙ арала ауылдағы туғандарын йыйып алдылар. Әйҙә, улар ҙа шатланһын, тинеләр. Әлегә тик район түрәләре, завод етәкселәре, эре-эре эшҡыуарҙар атланып йөрөгән машинаға ауыл балаһы Кәримдең эйә булыуы күптәр өсөн шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа күренеш булды. Кемдер Кәримгә, уның ҡатынына, ҡыҙҙарына ҡушылып, ихластан шатланды, кемдеңдер эсе көтөрләне.