Булды инде шундай ваҡыттар: ҡала транспортында үҙ телеңдә һөйләшһәң, был апайкалар башланылар үҙ телдәрендә «болтать итергә» тип йәки бөтөнләй һанға һуҡмай «националка» тип ебәрәләр ине. Сыҙамай әйтә торғайным: «туземка» тип әйтегеҙ ҙә ҡуйығыҙ, тип. Ниндәй һүҙ булды инде ул «националка ? «Һин милләтең буйынса - рус, беҙ - башҡорт. Беҙ һеҙгә «националка» тип әйтмәйбеҙ бит», - тип бәхәсләшә башлаһаң, нимә тип әйтергә белмәй ауыҙ эсенән бығырлап әрләп китә торғайнылар. Хәҙер ул заманалар уҙҙы.
Мин үҙемдең Башҡортостан Республикаһында күкрәк киреп йәшәйем, үҙ телемдә рәхәтләнеп һөйләшәм, тип ғорурланаһы урынға башҡорт ауылында русса һөйләшкән балалар үҫтерәбеҙ хәҙер. Балалар баҡсаһында ла шул уҡ хәл. Биш йәшлек бала өләсәһенә: «Я тебя не понял, скажи по русски», - тип әйтһен әле!? Атаһы ла, әсәһе лә башҡорт. Әлбиттә, Рәсәйҙәге йөҙҙән ашыу милләт халҡына аралашыу өсөн рус теле уртаҡ тел. Ә был үҙ телеңде оноторға кәрәк, тигән һүҙ түгел бит. Ер шарында милләттәр бик күп. Инглиз, немец, испан, рус телдәрен өйрәнһәң, күп халыҡтар менән аралашып була икәнен дә яҡшы аңлайбыҙ. Шулай ҙа беҙҙең һәр беребеҙҙең тәүге һүҙе «әннә», «әсәй» тип асылған. Әсәйҙәребеҙ башҡорт һүҙҙәре менән иркәләгән, өләсәйҙәребеҙ беҙҙең менән тик башҡортса ғына һөйләшкән. Яратайыҡ үҙ телебеҙҙе. Мәктәптә уға күберәк иғтибар бүлергә кәрәк. Башҡорт йолаларын тергеҙәйек .Балалар менән үҙ телебеҙҙә һөйләшәйек. Беҙҙең заманда русса белмәгән кеше юҡ инде, үҙ телебеҙ юғалмаһын.