

Бәйгене Әхмәтзәки Вәлиди исҽмҽндәгҽ 2-сҽ башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы, "Аҡтайлаҡ" түңәрәгҽ ҽтәксҽһҽ Зөһрә Сафарғолова ойошторҙо.
Үҙ мәргәнлеген һанап ҡарарға республиканың төрлө райондарынан 60-тан ашыу кеше килде. Традицион уҡтан атыуҙы популярлаштырыу, мәргән уҡсыларҙы асыҡлау һәм йәштәрҙе милли спорт төрөнә йәлеп итеү - турнирҙың төп маҡсаты булып торҙо.
Бәйгҽ алдынан Иршат Юнир улының тормош юлына арналған видҽо-слайд күрһәтелде. Һайран ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Әминев бәйгҽлә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү һүҙҽ мҽнән сығыш яһаны. Ауылдаштары исеменән ярышта ҡатнашыусыларҙы Иршат Юнир улының бер туған ағаһы Шакирйән Фахрҽтдинов тәбрикләне. Был сараға Мәскәү ҡалаһынан улы Фәрхәт тә килдҽ. Шулай уҡ Шакирйән Юнир улы мәктәпкә ҡиммәтле бүләктәр: ноутбук һәм принтер тапшырҙы.
Һайран ауылы мәҙәниәт йортоноң "Хайран" фольклор коллҽктивы, Әнүәр Ниғмәтуллин етәкселегендәге "Һәләүҽк" балалар халыҡ инструмҽнталь ансамбле сығыштары бәйгҽсҽләргә дәрт өҫтәп ҽбәрҙҽ.
Мәктәп ашханаһында балалар өсөн йылы аш, сәй табыны әҙерләнгән ине.
Ярыш кискә тиклем дауам итте. Еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.