Йәмғиәт
7 Декабрь 2023, 07:00

Ишембайҙар яугир менән хушлашты

Бөгөн, 7 декабрҙә, ҡала мәҙәниәт һарайында яҡташыбыҙҙы – махсус хәрби операцияла һәләк булған Салауат Зәки улы Ғәйетовты һуңғы юлға оҙаттылар.

Ишембайҙар яугир менән хушлаштыИшембайҙар яугир менән хушлашты
Ишембайҙар яугир менән хушлашты

Салауат Зәки улы 1986 йылдың 19 июлендә Ишембай ҡалаһында тыуған. Ҡаланың 3-сө мәктәбен тамамлай, артабан 21-се һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә.

Яугир махсус хәрби операцияла үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәтә, тормошто яратыуы һәм яҡты киләсәккә ышаныуы менән айырылып тора. Хәрби бурысҡа ул бик яуаплы ҡарай, үҙ-үҙенә талапсан була.

Салауат Ғәйетовты һуңғы юлға оҙатырға локаль һуғыш һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары, туғандары, дуҫтары килде. Сара аҙағында Рәсәй Флагы уның яҡындарына тапшырылды.

- Беҙ Салауат менән бала саҡтан дуҫ булдыҡ, бергә уйнап үҫтек. Икебеҙ ҙә ҡаланың 3-сө мәктәбендә уҡыныҡ. Ул минән бер класҡа олораҡ ине, - тип уртаҡлашты яугирҙың дуҫы Азат Сәмиғуллин. – Ошоғаса дуҫтар булдыҡ. Махсус хәрби операцияға китер алдынан уның менән һөйләштек. Илде һаҡларға барырға ныҡлы ҡарарға килгәйне һәм үҙ һүҙендә торҙо. Минең хәтерҙә ул тормошто яратыусан, асыҡ күңелле һәм шаян егет булып ҡаласаҡ.

Салауат Ғәйетов 2023 йылдың 13 октябрендә махсус хәрби йөкләмәләр бурысын үтәгәндә һәләк була. Тыныс йоҡла, яугир.

 

Автор фотоһы.

Ишембайҙар яугир менән хушлашты
Ишембайҙар яугир менән хушлашты
Ишембайҙар яугир менән хушлашты
Ишембайҙар яугир менән хушлашты
Ишембайҙар яугир менән хушлашты
Ишембайҙар яугир менән хушлашты
Ишембайҙар яугир менән хушлашты
Ишембайҙар яугир менән хушлашты
Ишембайҙар яугир менән хушлашты
Ишембайҙар яугир менән хушлашты
Ишембайҙар яугир менән хушлашты
Автор:Асия МОРАТОВА.
Читайте нас