

Был профилактикалау акцияһын Ишембай районы муниципаль районы һәм ҡала биләмәһе буйынса Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы БР Урман хужалығы министрлығы вәкилдәре, Башҡортостан буйынса Эске Эштәр министрлығы ЮХХДИ идаралығының инженер-инспекторҙары менән берлектә ойоштора.
Район-ҡала дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы секторы мөдире Ғәлим Ғәлин белдереүенсә, күҙәтелергә тейеш техниканы файҙаланғанда ҡуйылған талаптарҙың үтәлеүен тикшереү һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү сиктәрендә урындарҙа профилактик консультациялар үтәсәк.
Бынан тыш, сара барышында үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм уларға тағылмаларҙың төҙөклөгө тикшереләсәк, шул уҡ ваҡытта теркәү үтмәгән техниканы асыҡлау күҙ уңында тотола.