Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2023, 13:00

Мәтрүшкәле өйҙә – һаулыҡ, матурлыҡ

Етмеш төрлө сирҙән арындыра.

Мәтрүшкәле өйҙә – һаулыҡ, матурлыҡ
Мәтрүшкәле өйҙә – һаулыҡ, матурлыҡ

Ябай ғына был үҫемлектең файҙаһы баһалап бөткөһөҙ икәнен беләһегеҙҙер – етмеш төрлө сирҙән арындыра ул. Шулай уҡ косметологияла уңышлы ҡулланыла. Һеҙгә өй шарттарында мәтрүшкә менән дауаланыуҙың бер нисә ысулын тәҡдим итәбеҙ.

Тын юлдары ауыртҡанда

1). Ваҡланған мәтрүшкәне – бер, кипкән ҡурай еләген һәм үгәй инә үләнен икешәр өлөш итеп ҡушып бутайбыҙ. Ошо ҡатнашманан ике аш ҡалағы һоҫоп алып, өҫтөнә ярты литр самаһы ҡайнар һыу ҡоябыҙ ҙа 15-30 минут төнәтәбеҙ. Һыуыҡ тейгәндә был шифалы һыуҙы көнөнә дүрт тапҡыр эсергә кәңәш ителә. Ашарҙан 20-30 минут алда ҡулланыу һәйбәт.

2). Бишәр грамм мәтрүшкә һәм үгәй инә үләндәрен, 20 грамм һиҙәп үләне (алтей) тамырын ваҡлап, бергә бутайбыҙ. Ҡатнашманы ике аш ҡалағы күләмендә алып, өҫтөнә бер сынаяҡ ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Төнәтәбеҙ, шунан һөҙәбеҙ. Тын юлы ауыртҡанда йылы килеш яртышар сынаяҡлап көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә кәрәк.

3). Мәтрүшкәне – бер, үгәй инә үлә­нен һәм һиҙәп үләне тамырын икешәр өлөш итеп ҡушып болғатабыҙ. Ошо ҡатнашманы ике аш ҡалағы күләмендә алып, өҫтөнә ярты литр ҡайнар һыу ҡоябыҙ ҙа 15-30 минут төнәтәбеҙ. Һыуыҡ тейгәндә ашарҙан 20-30 минут алда яртышар сынаяҡлап көнөнә дүрт тапҡыр эсеү һәйбәт һөҙөмтә бирер.

Тирене яҡшыртыусы ванна

Уны әҙерләү өсөн мәтрүшкәнең ваҡланған үләнен һәм сәскәләрен ярты сынаяҡ итеп алып, өҫтөнә бер литр һыу ҡоябыҙ. Эмалләнгән һауытта, ҡапҡас менән ябып, ун минут тирәһе ҡайнатабыҙ. Аҙаҡ алып, ике сәғәткә ултыртып торабыҙ. Шунан һөҙәбеҙ ҙә ҡайнатманы һыу йыйылған ваннаға ҡушып ебәрәбеҙ.

Мәтрүшкә төнәтмәһе менән йыуын­ғанда тәбиғи дарыуҙың файҙаһы нығыраҡ булһын өсөн һабын, гель ҡулланмағыҙ. Бик тә таҙарынырға кәрәк икән, ваннаға төшөп ятмаҫ борон уҡ мунсаға йәки душҡа инеп сығыу хәйерлерәк.

Был ванна ныҡ эҫе лә, һалҡын да булмаһын. 35-38 градус таман. Уның эсендә 20-30 минут ятырға кәрәк. Ошондай сараны даими ҡабатлап торһағыҙ, тирегеҙ шыма, һығылмалы булыр, төрлө ауырыуҙары бөтөр.

Балаларҙы йыуындырыу өсөн

Ике литр ҡайнар һыуға кипкән мәтрүшкә сәскәһен ике-өс аш ҡалағы күләмендә һалып, 20-30 минут төнәтәбеҙ. Унан һуң һөҙөп, баланы йыуындыра торған ваннаға өҫтәйбеҙ.

Был сара һау-сәләмәт сабый өсөн дә файҙалы. Ә рахиттан, аллергиянан яфаланыусыларҙы мәтрүшкәле һыуҙа аҙнаһына ике-өс тапҡыр йыуындырырға кәңәш ителә.

Аяҡтарығыҙ арыһа...

Әгәр аяғығыҙ арып, шешенһә, ошо ысул буйынса ванна эшләп, шуның эсенә тығып ултыра алаһығыҙ: ваҡланған ике аш ҡалағы мәтрүшкәне ҡайнар һыу менән бешереп, ҡырҡ минут тирәһе ултыртып торорға һәм йылымыс һыу өҫтәргә.

Тире кипкәндә

Бер аш ҡалағы кипкән йәки яңы йыйылған мәтрүшкә сәскәһен ярты литрлыҡ банканың төбөнә һалабыҙ ҙа өҫтөнә йөҙ грамм зәйтүн майы ҡоябыҙ. Тәүлек буйы төнәтәбеҙ. Унан ике сәғәт “һыу мунсаһы”нда тотабыҙ. Артабан ике аш ҡалағы балауыҙҙы айырым иретеп, ҡушабыҙ ҙа әлеге төнәтмәне ҡараңғы урынға күсерәбеҙ.

Ошо рәүешле мәтрүшкә майы килеп сыға. Уны марля аша һөҙөп алып, быяла һауытҡа ҡойоп, һаҡлауға ҡуябыҙ (бының өсөн ҙур булмаған, киң ҡапҡаслы банкалар айырыуса ҡулай). Бер сәғәттән май ҡулланыу өсөн әҙер буласаҡ. Ул, файҙалы үҙенсәлектәрен юғалтмайынса, ярты йыл һаҡлана ала. Даими һөртһәң, кибеп йонсотҡан тирене яҡшырта, уның ҡартайыуын әкренәйтә.

Битте таҙартыу

Бит тиреһен боҫта тотоп таҙартыу – өй шарттарында ҡулланырға мөмкин булған бик файҙалы дауа ысулы.

Мәтрүшкәнең кипкән үләне менән сәскәһен биш аш ҡалағы күләмендә алып, өҫтөнә бер литр һыу ҡоябыҙ ҙа эмаль һауыт менән талғын утта ике-өс минут ҡайнатабыҙ. Шунан һауыттың ҡапҡасын асабыҙ. Тән бешеп ҡуймаһын өсөн бер аҙ һыуынғанын көтөргә кәрәк булыр. Артабан боҫ өҫтөнә башты эйеп, 5 – 15 минут торорға кәрәк.

Тағы бер тапҡыр киҫәтәбеҙ: бешеп ҡуймағыҙ, бик һаҡ булығыҙ!

Процедуранан һуң битте йомшаҡ таҫтамал йәки салфетка менән ҡоротабыҙ. Боҫ ванналарын даими эшләү тирене яҡшырта, төрлө ауырыуҙарҙан  арындыра.

Майлы бит өсөн төнәтмә

Уны әҙерләү өсөн алты аш ҡалағы кипкән мәтрүшкәгә өс сынаяҡ ҡайнаған һыу ҡойоп, ябыҡ һауытта өс сәғәт төнәтәбеҙ. Шунан һөҙәбеҙ.

Әлеге төнәтмәне үҫмерҙәргә лә, ололарға ла ҡулланырға мөмкин. Ул бигерәк тә майлы, тиҙ боҙолоусан тирегә килешә, һытҡыларҙы, ваҡ һырҙарҙы бөтөрә. Даими ҡулланған хәлдә йөҙөгөҙҙө яҡтыртып, хатта йәшәртеп ебәрер. Бындай һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн мәтрүшкә төнәтмәһе менән битте көнөнә ике-өс мәртәбә йыуырға кәңәш ителә.

Мәтрүшкә майы эшләү

Ваҡлап туралған бер балғалаҡ үләнгә ярты литр зәйтүн йәки көнбағыш майы ҡойоп, 8-10 сәғәт ултыртып торабыҙ. Ваҡыты-ваҡыты менән болғатырға кәрәк. Унан һөҙөп, үләнде сығарып алабыҙ. Ошо майҙың бер нисә тамсыһын һыҙлаған тешкә тамыҙһаң, ул тынысландыра.

Мәтрүшкә майын шулай уҡ ыуыныу өсөн файҙалана алаһығыҙ (ул ҡайһы бер медицина майҙарында ла бар). Шулай уҡ быуылып йүткергәндә эсергә, аппетитты күтәреү, ашҡаҙан эшмә­кәрлеген яҡшыртыу, бактерияларға ҡаршы көрәшеү, организмды нығытыу сараһы булараҡ ҡулланырға мөмкин.

Еҫте бөтөрөү

Мәтрүшкә еҫте бөтөрә, шуның өсөн дә унан эшләнгән төнәтмәләрҙе ауыҙ эсен сайҡатыу, тән тирләп йонсотҡанда һөртөнөү өсөн файҙаланалар.

Иғтибар итегеҙ!

Был шифалы үләнде файҙаланырға ярамаған осраҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, йөклө һәм бала имеҙгән ҡатындарға, бәләкәй балаларға ҡулланырға рөхсәт ителмәй. Шулай уҡ йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан, ашҡаҙан сиренән яфаланғандарға тыйыла.

Мәтрүшкәнең ҡайһы берәүҙәрҙә аллергия тыуҙырыуы ихтимал. Тағы шуныһы бар: ирҙәргә уны күп итеп йәки оҙаҡ ваҡыт ҡулланырға кәңәш ителмәй. Һәр осраҡта ла тәүҙә медицина белгесе менән кәңәшләшергә кәрәк.

 

Даян МӘЖИТОВ 

Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: