Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2023, 15:00

Батыр яуҙа һынала

Журналист һөнәре көтөлмәгән ваҡиғаларға бай булыуы менән ҡыҙыҡлы. Ҡайһы берҙә геройҙарыңды уйламаған урында табаһың. Динә Хәлил ҡыҙы менән дә шулай булды.

Батыр яуҙа һынала
Батыр яуҙа һынала

Мин уның Ишембай нефть колледжына студенттар өсөн бәләкәй генә лекция уҡырға тип килгән саҡта таныштым. Саҡырған педагогты эҙләп, уҡытыусылар бүлмәһенә индем. Компьютер артында ҙур һоро күҙле, ыҡсым ғына ҡатын ултыра. Уның янынан педагогтар өҙөлмәй: "Динә Хәлил ҡыҙы, һеҙ минең хаҡта онотманығыҙмы?”, “Динә Хәлил ҡыҙы, кесаҙна барыһы ла үҙгәрешһеҙ ҡала”, “Үткән аҙна өсөн рәхмәт”. Баҡтиһәң, минең әңгәмәсем колледж студенттарының бөтә 65 төркөмө өсөн расписание төҙөй һәм кәрәк булғанда уға үҙгәрештәр индерә икән.

- Минең төп дәрестәр теҙмәһе бар. Ул беренсе семестрға тиклем төҙөлгән. Әммә көн һайын тиерлек үҙгәрештәр була: ҡайһы бер төркөмдәр практикаға китә, педагогтар ауырый. Уҡытыусыларҙың һәм студенттарҙың «тәҙрәләре» булмаһын өсөн үҙгәртергә тура килә. Барыһы ла килеп сыға, - ти әңгәмәсем.

Динә Хәлил ҡыҙы эшендә лә, өйөндә лә бар нимәгә өлгөрөргә тырыша. Йорт мәшәҡәттәре лә, өс ҡыҙын тәрбиәләү ҙә уның иңендә, сөнки былтыр тормош иптәше, Әмин ҡушаматын алып, Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальонға яҙылып үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған.

- Мин уны тәүге тапҡыр күргәс тә йылмайыуына ғашиҡ булдым. Был Кинйәбулатта өләсәйемдәрҙә булды, - тип беренсе осрашыуын иҫенә төшөрә ҡатын. – Ул нәҡ минең кеше булыуын йөрәгем менән тойҙом.

Артабан йәштәрҙең ғәҙәти тормошо башлана. Туй,  өлкән ҡыҙҙары тыуа, йыл ярымдан һуң икенсе ҡыҙҙары донъяға килә. Йәштәрҙе ауыл үҙенә тарта һәм улар Кинйәбулат ауылына ҡайтып үҙ аҡсалары һәм әсәлек капиталы иҫәбенә йорт төҙөп сыға.

- Фатирҙа дүрт стенаға ҡарап ултырырға теләмәнек, йәйгеһен унда эш тә юҡ. Үҙ йортоңда яҡшыраҡ: балалар ихатала рәхәтләнеп уйнай, өлкәндәр баҡсала эшләй. Беҙ картуф, кишер, ҡыяр, помидор ултыртабыҙ. Теплицабыҙ, бесәй менән этебеҙ бар. Туғандарыбыҙ ҙа эргәлә.

Ғаиләнең тормошо дауам итә. Динә Хәлил ҡыҙы – Ишембайҙа, ире Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Өс йыл элек ғаиләлә тағы бер ҡыҙ бала тыуа. Әммә былтыр йәй барыһы ла үҙгәрә.

- Бер ваҡыт ирем эштән ҡайтты ла контракт төҙөргә ниәтләүен белдерҙе. Мин уның беҙгә өйҙә кәрәклеген әйттем. Әммә ирем барыбер хәрби комиссариатҡа барып, барыһын да белешеп ҡайтты. Ул саҡта Александр Доставалов исемендәге ирекле батальон ойошторола ине. 6 августа тормош иптәшем хәрби әҙерлек үтергә юлланды. Ҡыҙҙарына аталары эшкә китте, тиҙәр. Әммә улар алдаҡты тиҙ аңлай - ике ҡатлы карауаттар менән ҙур зал күреп уның вахта вагонына бөтөнләй оҡшамауын әйтәләр. Аталары ҡыҙҙарына дөрөҫлөктө һөйләп бирергә мәжбүр була.

Ғаиләһе Әмин менән ғорурлана. Ул - ысын герой. Әмин бер йыл хеҙмәт итеү осоронда ике наградаға лайыҡ була. Тәүҙә - Генерал Шайморатов миҙалы, ә 10 ноябрҙә II дәрәжә “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Һуңғы награданы алыу шарттарын ул бик һөйләргә яратмай. Ә хәл былай була. Әмин йөрөткән йөк машинаһы минала шартлай. Ир яраланған батарея командирына беренсе медицина ярҙамы күрһәтә, һуңынан кире килеп ҡиммәтле ҡорамалдарҙы ҡотҡара. Был ваҡыт эсендә шәхси әйберҙәре янып бөтә. Үҙенең ҡылығын Әмин батырлыҡ тип иҫәпләмәй. Ул, был осраҡта башҡаса эш итеү мөмкинлеге булмауына ышана. Бер йыл эсендә яҡташыбыҙ ике тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.

- Ирем элекке кеүек. Тик йоҡлаған саҡта тертләп китә. Шулай уҡ беҙ уға тағы ла ҡәҙерлерәк, яҡыныраҡ булып киттек кеүек. Ул мөмкин тиклем йышыраҡ шылтыратырға тырыша. Күпселек ҡыҙҙары менән аралаша, мәктәп, дәрестәре тураһында һораша. Беҙҙең ғаиләлә шундай йола бар: ирем вахтанан эштән ҡайтҡас, мангалға ҡаҙан ҡуя, мин былау өсөн бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе әҙерләйем. Ул бешергән былау шул тиклем тәмле килеп сыға. Ҡыҙҙар ҙа шулай ти. Беҙ барыбыҙ ҙа ҡәҙерлебеҙҙең тиҙерәк ҡайтыуын, усаҡта үҙенең яратҡан былауын бешереүен һағынып көтәбеҙ.


Фото ғаилә архивынан.

Автор:Ксения АВДЕЕВА.
Читайте нас: