Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2023, 13:00

Яугирҙарҙың хәрби бурыстары

Беҙ, тыныс тормоштағы граждандар, күпме генә яңылыҡтар уҡымайбыҙ, күпме генә телесюжеттар ҡарамайбыҙ – махсус хәрби операция зонаһында барған ваҡиғаларҙы тулыһынса күҙ алдына килтереп булмай. Бәхеткә күрә, махсус хәрби операция зонаһынан яугирҙарҙың отпускыға ҡайтырға мөмкинлеге бар. Әлбиттә, егеттәрҙең күп нәмәне һөйләргә хоҡуғы юҡ, ләкин уларҙың бер нисә һүҙенән генә лә алғы һыҙаттағы ысынбарлыҡты һәм тап кемде,  нимәне һаҡлағандарын яҡшы аңлайһың.

Яугирҙарҙың хәрби бурыстары
Яугирҙарҙың хәрби бурыстары

Контракт буйынса. Аҡса өсөн түгел

Был мәҡәләнең геройы менән тыуған яғына отпускыға ҡайтҡан сағында әңгәмәләштек. Сержант В. “Башҡортостан” ирекмәндәр полкына ҡараған Сергей Зорин исемендәге батальонда танк командиры булып хеҙмәт итә. Ҡушаматы – Шпана. Яҡташыбыҙ әйтеүенсә, бындай ғәҙәти булмаған исемде ул бала сағынан алған. Үҫмер сағында спорттың уйын төрҙәре, көрәш менән шөғөлләнгән булған. Әле лә үҙен яҡшы формала тота. Ул танкист һөнәрен Хабаровскиҙа хеҙмәт иткәндә үҙләштерә. Хеҙмәтен яҡшы үтәй – взвод командиры урынбаҫары була, ҡулынан күп нәмә килә. Армиянан һуң өйләнә, улы һәм ҡыҙы тыуа. Тыныс тормошта Себерҙә вахта ысулы менән эшләй. Ҡасандыр туғандаш булған илдәге ваҡиғаларға битараф ҡала алмай.

- Украиналағы хәлдәрҙе мин 2014 йылдан күҙәтеп барҙым, - ти әңгәмәсем. – Краматорскиҙа (Донецк Халыҡ Республикаһындағы ҡала) минең таныштарым йәшәне. Улар,  Украина фашистары шул саҡта уҡ рус телендә аралашырға бирмәне, кешеләрҙе милләте буйынса кәмһетте, тип һөйләне. Миңә был хаҡта ишетеүе ауыр ине. Таныштарымдың һүҙҙәренсә, Украина хәүефһеҙлеге хеҙмәтенең карателдәр отрядтары йорттарға инеп, ир-егеттәргә ультиматум белдерә. Йә улар Украина өсөн алышырға тейеш, йә атыуға хөкөм ителәсәктәр. Ә 2022 йылдың 24 февралендә Рәсәй Президенты халыҡҡа мөрәжәғәт иткәс, ҡасан булһа ла махсус хәрби операцияға барасағымды аңланым. Мәғлүмәттәрҙе, хәл-торошто өйрәндем. Ҡатынымдың бер туғаны Доставалов исемендәге батальонда хеҙмәт итә. Уның менән тығыҙ аралашыуым да ошо ҡарарға килеүемә этәргес булды.

Ваҡыт үтә тора. Уҙған йылдың мобилизацияһы иргә ҡағылмай, ул 2023 йылдың майында Өфөгә килә һәм “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкына яҙыла. Аҡсаға килгәндә, яҡташыбыҙҙың Себерҙәге эш хаҡы хәҙер махсус хәрби операция зонаһында алғанға ҡарағанда күберәк була. Шуға күрә, хеҙмәткә контракт төҙөгәндә уны аҡса ҡыҙыҡһындырмай.

- Тәүҙә мин квадрокоптер операторы булырға теләгәйнем, ләкин ирекмәндәр штабының белгестәре хәрби билеттағы һөнәремде күргәс, хәҙер танкистар алтынға тиң, тип аңлатты. Хәрби күнекмәләрҙе тәүҙә – Һамарҙа, артабан Санкт-Петербургта үттем. Алғы һыҙатҡа август аҙағында эләктек, - тип иҫкә ала сержант. – Беҙҙең техника яңы – танкылар һуңғы моделле, бөтәһе лә электроникала эшләй. Бөгөн танк командиры булыу өсөн компьютер технологияларын һәм карталарҙы яҡшы белеү мотлаҡ.

Ҡош-квадрокоптер

Яугирҙың хәрби бурыстарына пехотаға ярҙам итеү, артиллерия сифатында ябыҡ утлы позицияларҙа эшләү ҡарай. Танкистар квадрокоптерҙарҙың операторҙары менән бәйләнештә – һуңғылары координаттарҙы биргәс, экипаж урынға сыға һәм дошманға тоҫҡай. Корректорлаусылар кәрәк саҡта төҙәтмәләр индерә. Утты дошмандың терәк пункттары, техникаһы, блиндаждары буйынса асалар. Экипаж составында – танк командиры, оператор-тоҫҡаусы һәм механик-водитель. Алышҡа сығыуҙың ваҡыты төрлөсә: көнөнә ике тапҡыр сығырға тура килә, ике-өс көн ял иткән осраҡтар ҙа бар.

- Алғы һыҙатта мобиль бәйләнеш бөтөнләй юҡ, был хәүефһеҙлек сараһын булдырыу өсөн кәрәк, - ти һалдат. – Туғандарға шылтыратыу өсөн махсус нөктәләргә сығабыҙ. Ҡайһы саҡта хеҙмәттәштәремдең яҡындарыма, минең менән барыһы ла яҡшы, тип хәбәр ебәреүен һорайым. Яңыраҡ Өфө менән телекүпер ойошторолдо. Беҙҙе Луганск Халыҡ Республикаһы ҡалаларының береһенә алып барҙылар. Шул саҡта видеобәйләнеш буйынса Өфөгә килгән ата-әсәйем менән һөйләштем.

Яҡташыбыҙ алышҡа иң тәүге тапҡыр сыҡҡанын яҡшы хәтерләй. Быға тиклем “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкына ҡараған танк батальонының бер экипажы ла яуҙа ҡатнашмаған була. Аңлашылып тора – экипаждың алыш һөҙөмтәләре буйынса бөтә батальонды баһалаясаҡтар.
Икенсе тапҡыр ут асыуҙан һуң дошманды
юҡ иткәс, ир шундай көслө тойғо кисерә, быны һүҙ менән генә аңлатып булмай. Әйткәндәй, ошоғаса Украина ғәскәрҙәре һәм уларға ялланыусылар Халыҡ-ара конвенция менән тыйылған кассеталы боеприпастар ҡуллана. Тирә-яҡҡа мина-таждар ташлайҙар, уларға яңылыш баҫҡандар бөтәһе лә зыян күрә.

- Һуғыш тигәс тә... ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булғылай, - тип уртаҡлаша танк командиры. – Шулай бер саҡ ут позицияһына ҡуҙғалдыҡ. Беҙҙе һауала дрондар менән идара итеүсе команда пилотһыҙ осоу аппараттарынан һаҡлай ине. Һеҙгә табан квадрокоптер осоп килә, тип иҫкәрттеләр. Ә уның бомба ташлауы ихтимал. Танкыны икенсе йүнәлешкә борҙоҡ. Квадрокоптер яҡынлашҡас, уның ҡанат ҡағыуын күрҙек. Был ҡош ине. Хатта ҡайһы бер яугирҙарҙың ошолай алданғаны өсөн асыуы килде.

“Аҙаҡҡа тиклем барасаҡбыҙ”

Ғаилә башлығының махсус хәрби операцияға китеүенә яҡындарҙың ҡарашы – был бөтөнләй икенсе ауыр тема. Әңгәмәсемдең ҡатыны ла иренең ҡарарын белгәс, ныҡ борсола, хәүефләнә башлай. Ярты йыл үткәндән һуң да уны элеккесә көтә. Улы атаһы менән ғорурлана, ҡыҙы бик һағына. Шуға ла яҡташыбыҙ отпускыһын күберәк яҡындары менән үткәрергә тырыша. Уларға тағы ярты йылға айырылышырға тура киләсәк.

- Беҙ ябай һалдат ҡына түгел, ә Башҡортостан Республикаһы, атап әйткәндә, Ишембай яугирҙары. Үҙебеҙҙе шулай итеп тойоуға республиканың һәм райондың хәстәрлеге, ярҙамы этәргес булып тора, - ти командир. – Сираттағы гуманитар ярҙамды ебәрер алдынан, Ишембай районы вәкилдәре беҙҙең менән бәйләнешкә инә һәм тап беҙ һораған кәрәк-яраҡтарҙы алып килә. Хакимиәт башлығы Азат Ишемғолов менән беҙ Һамарҙа хәрби күнекмәләр үткәндә таныштыҡ. Шул ваҡыттан алып уның ярҙамын күрәбеҙ. Халыҡ йыйып ебәргән аҙыҡ-түлекте, кәрәк-яраҡты рәхмәт әйтә-әйтә ҡабул итеп алабыҙ, мәктәп уҡыусыларының ихлас яҙылған хаттарын уҡыйбыҙ. Барыһына ла ҙур рәхмәт!

Редакция ҡунағы белдереүенсә, “Башҡортостан” полкында 30-ҙан ашыу райондаш хеҙмәт итә, уларҙың өсөһө – танк батальонында. Уның ротаһында татыу коллектив йыйылған: йәштәр ҙә, Афғанстан һәм Чечня хәрби хәрәкәттәрен үткән ветерандар ҙа бар.

- Беҙ махсус хәрби операцияла аҙаҡҡа тиклем барыр өсөн алышабыҙ. Оҙаҡламай уның ахыры ла күренер, тип өмөтләнәм, - тип тамамланы һүҙен сержант. – Беҙҙең илдә бер ниндәй ҙә фашист булырға тейеш түгел. Мин еңеү һәм тыныслыҡ тураһында хыялланам.


Алла КАЗАКОВА фотоһы.

Автор:Максим ТОМИЛИН.
Читайте нас: